Ғалим 1856 йылда бөгөнгө Хорватияла тыуа. 1891 йылдан Америкала йәшәй. 1943 йылда мәрхүм була.
1926 йылда Никола Тесла «Collier’s» журналына интервью бирә. Әңгәмә барышында ул кешелек йәмғиәтенең киләсәге тураһында әҙәм ышанмаҫлыҡ фараздар яһай. Нимәһе ғәжәп, тәрән, төплө һәм киң фекерләүсе ғалимдың әйткәндәренең байтағы бөгөнгө көндә – тормошҡа ашҡан ысынбарлыҡ.
«Бер-беребеҙ менән кеҫәлә йөрөткән ябай ҡоролмалар аша аралашасаҡбыҙ, һөйләшкән кешене хатта күреп торасаҡбыҙ. Күк йөҙөндә радио менән идара ителгән самолеттар үҙҙәре осоп йөрөйәсәк», – ти ул. Бер быуат элек үк ул бөгөнгө кеҫә телефоны, дрондар, пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында әйткән килеп сыға.
Ғалим фекеренсә, киләсәктең төп үҙгәрештәре ҡатын-ҡыҙ менән бәйле буласаҡ икән.
«Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлыҡ өсөн көрәше енес-ара мөнәсәбәттәрҙең төп роле гүзәл заттарға күскән яңы тәртипкә килтерәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә тиң хоҡуҡлыҡҡа өлгәшәсәк, аҙаҡтан иһә, ир-егеттәр фиғелен ҡабатлап түгел, ә үҙ интеллекты ярҙамында өҫтөнлөккә сығасаҡ.
Ҡатын-ҡыҙ зиһене ир-егеттәр өлгәшкән барлыҡ өлкәләрҙә лә үҙен лайыҡлы күрһәтте лә инде (ғалим йәшәгән дәүер хаҡында һүҙ бара – Ред.). Белем кимәле буйынса гүзәл заттар тағы ла алғараҡ китер. Улар, үткәндәрҙе инҡар итеп, кешелек цивилизацияһын үҙҙәренең үҫеше менән шаҡ ҡатырыр. Тик лидерлыҡ сифаттарын, эшмәкәрлектең яңы өлкәләрен үҙләштергән һайын ҡатын-ҡыҙға хас күңел нескәлеген, әсәлек тойғоһон юғалта барыр», – тип фекерләй бөйөк ғалим.
Был үҫештең нимәгә килтереүен фаразлап, иғтибарҙы Никола Тесла бал ҡорттары ғаиләһенең эске ойошоу тәртибенә йүнәлтә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.