-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ризыҡ әүәләй беҙҙе

Айбулат Уразбахтин журнал уҡыусыларына үҙенең тормошҡа, йәшәйешкә, кеше асылына фәлсәфәүи ҡарашлы мәҡәләләре менән таныш. Сибайҙа йәшәй, эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә, ҡала башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы булып тора. Әле тәҡдим иткән мәҡәләһе туҡланыу өлкәһенә ҡағыла. Был юҫыҡта ла ул үҙенсәлекле фекерҙәр әйтә. Автор үҙе ғаиләһе менән алты йыл ит ризыҡтары ашамай, уларҙың өҫтәлендә шулай уҡ балыҡ, йомортҡа ла юҡ. Туҡланыу йәһәтенән һәр кемдең ҡарашы үҙенә башҡа, әлбиттә, шуға күрә мәҡәлә бәхәс ҡороу өсөн урын ҡалдыра.

Ризыҡ  әүәләй беҙҙе
Ризыҡ әүәләй беҙҙе

Аллаһ Тәғәлә һәр йән эйәһенә үҙенә тейеш ризығын биргән. Йыртҡыс ит ашаһа, көйөш мал үлән ейә. Кеше тураһында аңыбыҙға, «ул бөтәһен дә ашай», тигән фекер һалынған. Асылда, был яңылыш ҡараш. Уны ябай ғына иҫбатларға мөмкин. Болонда утлап йөрөгән һыйырҙы күрһәк, уйыбыҙға иң элек нимә килә? Эйе, һөт, ҡаймаҡ, май... Ә арыҫлан һәүкәшкә ит булараҡ ҡына ҡараясаҡ. Ағастағы бешкән алма, башҡа емеш тиҙерәк өҙөп алыу, ауыҙға ҡабыу теләге уята. Тимәк, беҙ вегетариандар булараҡ яратылғанбыҙ. Был хаҡта кешенең физиологияһы – ашҡаҙан-эсәк юлы төҙөлөшө һәм аш һеңдереү үҙенсәлеге лә иҫкәртә.
«Нимә ашайбыҙ – шунан хасилбыҙ», – тигән бөйөк Гиппократ. Боронғо тәғлимәттәргә ярашлы, тәнгә ризыҡтың химик элементтары түгел, ә энергияһы йоға. Изгелек, ҡыуаныс, мөхәббәт, ижад ҡомары йә ҡурҡыу, асыу, рәнйеш, бошонҡо кәйеф, күңел төшөнкөлөгө күсеүе ихтимал. Кире көскә ит, шулай уҡ балыҡ, йомортҡа һәм араҡы эсемлектәре эйә.
Беҙҙең халыҡ борондан мал көтөп йәшәй. Ғалимдар ҙа, организм өсөн төҙөлөш материалы булараҡ тере аҡһым кәрәк, тип раҫлай. Итте кеше сей көйө ашамай, бешерә. Сәғәттәр буйы ҡайнағанда ундағы аҡһым да, аминокислоталар ҙа емерелә, тимәк, уның әллә ни файҙаһы юҡ, минеңсә. Бала саҡтан вегетариан кешеләр нисек һау-сәләмәт тормош алып бара? Үлән генә ашаған һыйыр, ат, һарыҡ аҡһымды, аминокислоталарҙы ҡайҙан ала?..

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:
Читайте нас: