Туған тел мәсьәләһе бөгөн үтә лә киҫкен тора. Усҡа алған ҡом бармаҡтар араһынан ҡойолған кеүек, милли асылыбыҙҙың төп билгеһе күҙебеҙ алдында юҡҡа сыға. Телебеҙ бишеге булған ауылдарҙа йәшәгән, ата-әсәләре саф башҡортса аралашҡан ғаиләләрҙә лә балалар хәҙер йыш ҡына русса һөйләшә. Беҙ, бөгөнгө быуын башҡорттары, телебеҙ үлеүен күҙәтәбеҙ – аяныслы тарихи күренештең, ҡот осҡос ижтимағи процестың шаһитыбыҙ.
Байтаҡтар был хәлгә битараф ҡарай, көйөнгәндәр, ләкин, ҡалайтаһың, заманы шулай бит, тип мәсьәләгә ситтән ҡараусылар күп арабыҙҙа, ниҙер эшләргә, туған телебеҙҙе ҡотҡарып ҡалырға ынтылыусылар, үкенескә ҡаршы, аҙ. Үҙемдең күҙәтеүҙәремә нигеҙләнеп, 20–25 йылдан башҡорт теле эпизодик күренеш кенә булып ҡаласаҡ, тигән фекергә килдем.
Ул нимәгә нигеҙләнә һуң?
Бөгөнгө көндә 10–12 йәштән алып яңы теле асылған сабыйҙарға тиклем быуын вәкилдәре донъялыҡты, үҙенең шәхсәнлеген рус теле аша таный. Улар – киләсәктә дәүләт, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади даирәләрҙе әйҙәп алып китәсәк милләттәштәребеҙ, буласаҡ атай һәм әсәйҙәр. Был балалар, туған телдә һөйләшмәһә лә, уны аңлай. Сөнки атай-әсәйҙәре, ҡартатай-өләсәйҙәре өйҙә башҡортса аралаша. Үҫеп еткәс үҙҙәре ҡорған ғаиләлә иһә туған тел мөхите булмаясаҡ. Тимәк, тыуасаҡ балалары башҡортса һөйләшеү түгел, уны бөтөнләй аңламаясаҡ. Шуның менән быуындан-быуынға тел тапшырыу сылбыры тамам өҙөлә. Был хәл үрҙә атап үтелгән осорға тап килер, моғайын.
2009 йылда ЮНЕСКО башҡорт телен «Юғалыу ҡурҡынысы янаған донъя телдәре атласы»на индерҙе. Һаҡланыу кимәле буйынса уға «йомшаҡ» статусы бирелгән. Йәғни телебеҙҙең ҡулланылыш даирәһе сикле, ул күпселек осраҡта ғаилә эсендә аралашыуға ғына ҡалып бара.
Мәсьәләне яңынан төплө өйрәнеү телебеҙҙең хәлен «ҡурҡыныс янаған» статусына төшөрөүе лә ихтимал. Сөнки һуңғы тикшеренеүҙәрҙән 13 йыл үткән. «Ҡурҡыныс янаған» статус балалар хатта өйҙә лә тел өйрәнмәй тигәнде аңлата, ә беҙ, үрҙә әйтелгәнсә, тап шул хәлдә бөгөн.
Эйе, телебеҙ дәүләт статусын йөрөтә, уны һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән закондар ҡабул ителгән, махсус дәүләт гранттары булдырылған. Мәктәптәрҙә башҡорт кластары асылған, балалар баҡсаларында шундай уҡ төркөмдәр эшләй. Тик, миҙалдың ике яғы булған кеүек, дәүләт ҡануниәттәрен ғәмәлләштереүҙә лә төрлө етешһеҙлектәр күп. Проблеманы өйрәнеүселәр фекеренсә, тел мәсьәләһендә «ғаилә – балалар баҡсаһы – мәктәп – юғары уҡыу йорто – йәмғиәт» сылбыры эшләмәй. Быны раҫлаған дәлилдәрҙе һәр кем үҙ ғаиләһе миҫалында килтерә ала.
Өйҙә ҡойоп башҡортса һөйләшеп йөрөгән кескәй туғаным балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә барҙы. Бер айҙан ул, әсә телен онотоп, руссаға күсте. Баҡһаң, баҡсала дәрестәр генә башҡортса алып барыла, ә аралашыу русса икән. Тәрбиәсегә дәғүә белдергәс, беҙгә өҫтән шулай ҡушалар, тигән яуап алған сабыйҙың ата-әсәһе.
Башланғыс синыфта уҡыған тағы бер кесе туғаным тик яҡшыға өлгәшә, башҡорт теле фәненән «бишле» генә ала. Әсә теле дәрестәренең һөҙөмтәһе нисек тип уйлайһығыҙ? Вата-емерә «һаумыһығыҙ» тип әйтеүҙән башҡа бер һүҙ ҙә белмәй ул.
Ә юғары уҡыу йорттарында тел өйрәнеү, ғөмүмән, юҡ.
Халыҡтар телдәренең юғала барыуының төп сәбәбе, әлбиттә, уның ҡулланыу даирәһенең үтә лә сикле булыуында. «Язык до Москвы доведет» тигән мәҡәл бар. Уны республикабыҙ ерлегенә күсерһәк, телебеҙ Өфөгә алып барып еткерерме икән?
Милләттең уникаль һыҙаты булып тел тора. Унан һуң мәҙәниәте, психологияһы, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү рәүеше килә. Тел белмәгән быуын мәҙәниәтте, йолаларҙы дауам итә алырмы? Әлбиттә, юҡ. Тимәк, тел менән милләт тә юҡҡа сыға.
Нисек кенә булмаһын, дәүләт телде ҡурсалай, уны өйрәнеү, үҫтереү өсөн шарттар булдыра. Беҙҙән иһә балаларыбыҙҙа уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға, был өлкәлә уңыштарын дәртләндереп торорға ғына ҡала.
Ошо урында тағы «тик» тип әйтмәйенсә мөмкин түгел. Сөнки олпат өләсәйҙәр, ҡартатайҙар, юғары белемле атай һәм әсәйҙәр өс-дүрт йәшлек сабый алдында был йәһәттән көсһөҙ. Баланың кирелеген еңә алмағас, «башҡортсаға өйрәтеп булмай бит, ҡалайтайым һуң» тип, русса аралашыуға күсә лә ҡуя улар. Был ғәжәйеп феноменды телселәр, психологтар ентекле өйрәнергә тейештер. Һәлмәк диссертация яҙырлыҡ тема әрәм булып ята.
– Нишләп балаға русса өндәшәһең? – тип шелтәләйем апайымды.
– Аңламай бит башҡортса, – ти ҡартәсәй кеше, аҡланып.
Уңарсы Илһөйәр мине етәкләп алды.
– Пошли со мной играть, – ти, матур йылмайып.
– Ҡыҙым, русса мин аңламайым, башҡортса әйт, – тим уға.
– Олатай, ултыр, уйнайыҡ, – тип бөтәһен аптырата сабый.
– Йә, кем бында башҡортса һөйләшмәй?! – тим тантана менән апайыма.
Ныҡышҡанда, эҙмә-эҙлекле булғанда, баланы төҙәтергә мөмкин. Тик беҙ йыбанабыҙ, ҡата башындай сабыйҙың русса һөйләшеп йөрөүендә ирмәк табабыҙ, хатта бының менән ғорурланабыҙ ҙа. «Ул башҡортса белмәй!» – тип ебәрәбеҙ, маһая биреп.
Сибай ҡала хакимиәтендә бергә эшләгән, бик таҙа һәм матур башҡортса һөйләшкән хеҙмәттәшем телгә бәйле үҙ тарихын һөйләгәйне.
Ата-әсәһе, үткән быуаттың 70-се йылдарында БАМ төҙөлөшөнә китеп, ул алыҫ Байкал аръяғында тыуа. Шунда теле асыла. Алты-ете йәштәр тирәһендә малайҙы йәйгелеккә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәгән өләсәһе ҡарамағына ҡалдыралар. «Нимә әйтһәм дә, өләсәйем әйләнеп тә ҡарамай. Асығам, һыуһайым, ә иғтибар юҡ. Кәрәк булғас, аҙна-ун көн эсендә башҡортса һөйләшергә өйрәнеп алдым», – тип туған телде матур белеүе тарихын бәйән иткәйне ул.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.