-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бер мәсьәләгә ҡараш
22 Ноябрь 2021, 15:29

Интернет аша танышаһығыҙмы

Бөгөн, интернет аша танышып, үҙеңә йәр эҙләү, асыҡтан-асыҡ осрашыу, кейәүгә сығыу хилафлыҡ һаналмай. Киреһенсә, күптәр парлы тормош ҡороу өсөн тап социаль селтәрҙәргә мөрәжәғәт итә лә. Улар араһында йәш ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә бар. Был категория, бер-береһен интернетта күреп, оҡшатып танышһа, икенселәр, сайттарҙа теркәлеп, осрашып йөрөү өсөн пар эҙләй, өсөнсөләр ғаилә ҡороу ниәтен тота, дүртенселәр мажара көҫәй, бишенселәр иһә – хәүефле енәйәти төркөм. Һуңғыларҙың ҡулына барып эләгеүҙән Хоҙай аралаһын – аҡса, һаулыҡ юғалтыу ғына түгел, ғүмерҙән дә яҙалар....

Интернет аша танышаһығыҙмы
Интернет аша танышаһығыҙмы

Фәниә (исеме үҙгәртеп алынды) Өфөлә йәшәй. Ул – интернет селтәрендә танышыу серҙәрен белгән бик тәжрибәле ҡатын-ҡыҙ. Үҙе бер нисә  сайтҡа  теркәлгән. Быға тиклем ике тапҡыр тормошта булған, һәр никахтан балалары бар. Икенсе ире аҡсалы булғанлыҡтан, әлегә эшләмәй ҙә йәшәй ала. Балаларға түләнгән алимент уға Өфөлә хәлле генә көн итергә мөмкинлек бирә, шуға ҡарамай, Фәниәнең онлайн эше лә бар. Быны ул тулыһынса ир ҡарамағында булырға яратмауы менән аңлата.

Буш ваҡыттарында иһә ҡатын социаль селтәрҙәрҙә гиҙә. Сөнки, бөтә тормош онлайн режимға күсте, тип иҫәпләй.

«Тормоштағы кеүек, танышлыҡ сайттарында барған ваҡиғалар ҙа тиҙ үҙгәреүсән. Хәҙер йәшерәк, күп нәмәне белгән, аңлаған контингент килә. Шулай уҡ, йәшәү урынына ҡарап, ундағы тиҙлек тә айырыла. Мәҫәлән, Мәскәү кешеләре оҙон-оҙаҡ яҙышырға яратмай. Танышалар, тиҙ генә шылтыраталар ҙа осрашыуға саҡыралар. Оҡшамаһаң, шунда уҡ күҙҙән юғалалар. Мин теркәлгән сайт ҡушымтаһы, ҡайһы ҡалаға барам, шунда танышлыҡ эҙләй. Сайттарҙың булыуы яҡшы, ләкин ул кешелә барыбер ҙә һайлау хоҡуғы бар тигән иллюзия тыуҙыра», – тип башланы әңгәмәне Фәниә.

Танышлыҡ сайтына ингәндә, анкетаға нимә яҙыу, ниндәй фото ҡуйыу бик мөһим. «Был кешенең аныҡ маҡсатын күрһәтә, әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ уңышлы, матур фото ҡуя икән, уның менән танышырға теләүсер күп буласаҡ», – ти әңгәмәсем.

– Сайттарҙа ултырған кешеләрҙең күбеһе ғаилә ҡороу маҡсатын ҡуя. Мажара эҙләгәндәр ҙә бар. Бер ҡушымтала ҡатын-ҡыҙға бик сетерекле тәҡдимдәр яһайҙар. Ҡайһы берҙәренән сәстәр үрә тора.  Аферистар, гүзәл зат иҫәбенә йәшәргә теләүселәр, хатта енәйәтселәр тоҙағына эләгеүе бик еңел. Үҙем ул юлды үттем. Шуға танышлыҡ ҡушымтаһы өсөн көндәлек ҡулланған телефон номерын тотонмайым, уның өсөн башҡаһы бар. Беҙҙең хәүефһеҙлек – үҙ ҡулдарыбыҙҙа. Интернетта мутлашыусылар күбәйгәндән-күбәйә бит. Һәр ваҡытта ла ир-егеттең видео аша шылтыратыуын үтенәм. Уның өҫ-башына, үҙен тотоуына иғтибар итәм. Ғәҙәттә, мутлашыусылар, төрлө сәбәп табып, видео бәйләнешкә сыҡмай. Сөнки  уның төрмәлә ултырған кеше булыуы ла ихтимал. Улар матур ирҙең  фотоһын ҡуя, яҡшы анкета яҙа, ләкин тура бәйләнештән ситләшә. Ундайҙар менән аралашмаҫҡа тырышам. Интернет майҙансығы ул – хәүефһеҙ урын, әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ үҙенең йәшәгән адресын, телефонын һәм башҡа мәғлүмәттәрен асыҡтан-асыҡ ярып һалмаһа. Дөйөм тәртипте тоторға кәрәк, – тип бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша әңгәмәсем.

Алдымда өҫ-башы тәрбиәле, төҫкә ла күпкә йәшерәк күренгән нәҙекәй билле сибәр ҡатын-ҡыҙ ултыра. Фәниә иллегә яҡынлашҡан. Ул  сәләмәт тормош алып бара. Әммә интернет һәм ундағы танышыуҙар уның тормошонда мөһим роль уйнай.

– Иң беренсе фотоға иғтибар итәм. Ул сифатлы булырға тейеш. Йөҙө, күҙе күренмәй икән, әйләнеп тә ҡарамайым. Сөнки унда мәғлүмәт юҡ, ә мин кеше менән аралашыуға әһәмиәт бирәм. Анкетаға теләһә нәмә сыймаҡлауы ихтимал, ә, ғәмәлдә, яҙыуы, һөйләшеүе нисек һуң? Наҙан ирҙәр оҡшамай. Яҙғанда хата ебәрә икән, ундайҙар менән һүҙем берекмәй. Лайыҡ ҡуйһам, ир-егет аралаша башлай. Мин шунан ғына яуап бирәм. Хәйер, күптәргә ҡатын-ҡыҙҙың беренсе  инициатива күрһәтеүе оҡшай. Шулай уҡ телефон аша бәйләнешкә сыҡмаған ир-егеттәр менән араны боҙам. Уларға ваҡыт сарыф иткем килмәй.

– Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе бындай сайттарға инергә ояла. Ә һеҙ?..

– Ә нишләп оялырға тейешмен. Кейәүҙә түгелмен, ирекле ҡатын- ҡыҙмын. Унда булыуымды яҡындарым белә. Барыһына ла асыҡмын. Сайтта үҙемдең йөҙөм менән күренәм, алдашмайым. Алдағандарын да яратмайым.

Фәниә – беренсе яҙыуҙан уҡ һәр ирҙең ҡуйынына һикерә торған еңел-елпе ҡатын-ҡыҙ ҙа түгел. Ул ир-егеттәрҙе үҙенең баһаһын белеп кенә һайлай.

– Иргә хеҙмәт итергә яратмайым. Үҙемә оҡшаған кеше менән  осрашыуға барғанда быны тура белдерәм. Әгәр ҙә ошондай холҡом булмаһа, бәлки, берәйһен күптән тапҡан булыр инем. Ирҙе сифатлы аяҡ кейеме кеүек һайлайым (көлә). Бер нисәүһе менән яҙышам. Һуңынан кемеһе менән киноға барам, икенсеһе менән кафела ҡәһүә эсәм дә араны һыуытам, өсөнсөһө, айырыуса оҡшағаны менән, яҡынданыраҡ та танышам, – тип аптырата Фәниә.

Әңгәмәсем ир-егеттәрҙең ҡылыҡтарын да, ғәҙәттәрен дә яҡшы өйрәнгән. Ошо йылдар эсендә кемдән нимә көтөргә кәрәклеген психолог һымаҡ белеп бөткән.

– Ни өсөн ир-егеттәр үҙҙәре килеп танышмай? Бына мин яңғыҙым паркта йәки, матур кейенеп, ҙур сауҙа үҙәгендә йөрөйөм, әммә берәү ҙә  килеп беренсе һүҙ ҡушмай... 

– Килеп танышам тигән иргә ҡатын-ҡыҙҙар күп осраҡта тупаҫ рәүештә яуап ҡайтара, көлә йәки иғтибарһыҙ үтеп китә. Ә чатта улай түгел. Унда асылып, эс серҙәре менән бүлешкән ирҙәр ҙә бар. Ә  тормошта улар ҡыйыуһыҙ. Һөйләшеп, үҙҙәренең күңеленә тура килгән кешеһен дә табып ҡуялар. Бында бик нескә психология ята. Ир-егеттәр хәҙер үҙ-үҙҙәренә ышанмаймы ул – уларға чатта аралашыуы еңелерәк. Чат нимәһе менән яҡшы, осрашасаҡ кеше менән арыуыҡ аралашып, уның турала бер аҙ хәбәрҙар булып, белеп бараһың күрешеүгә. Был да үҙ-ара килешеү төҙөгән кеүек. Сауҙанан да һеҙ үҙегеҙгә оҡшамаған, күләме, төҫө тура килмәгән тауар һатып алмайһығыҙ бит. Бында ла шуның кеүек. Социаль селтәрҙә оҡшап та, ысынбарлыҡта ул һеҙҙең күңелгә ятмаһа, «һау бул», тип әйтәһең.

Һөйләшкән арала Фәниә әллә нисә кеше менән яҙышып ала. Туҡтап тора, ундағы фотоға ҡарай. Уларҙы күрһәтеп, һәр береһенең һыҙаты, ниәттәре хаҡында һөйләй.

– Кеше алдап ултырыусылар ҙа бар унда. Был егет ғаиләле, әммә осрашыу өсөн кеше эҙләй. Ә анкетаһына, ғаилә өсөн ҡатын-ҡыҙ эҙләйем, тип яҙа...

– Өйләнгән ир-егеттәр үҙҙәренең фотоһын нисек ҡуя һуң, яҡындары күреп ҡалыр, тип ҡурҡмайҙармы?

–  Элек, ниндәйҙер шифрҙар ҡуйып, йәшеренеп маташалар ине. Хәҙер юҡ, асыҡтан-асыҡ ҡуялар. Улар селтәрҙә бихисап. Ғәҙәттә, тура һорайым һәм күптәренән ыңғай яуап алам. Был контингент миңә ҡыҙыҡ түгел. Үҙҙәрен хөрмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар урам буйында, клубта, кафела танышып йөрөмәйҙәр, – ти Фәниә.

Юл ыңғайында үҙенең яңы танышы хаҡында ла һөйләп ала:

– Яҡшы ғаиләнән, бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, фатиры, эшләгән урыны бар. Бик зыялы, тәртипле егет, – ти.

Бөгөнгө заманда кешеләрҙең байтағы, ысынлап та, интернетта танышып тормош ҡора. «Уға альтернатива юҡ, уйлап тапмағандар әле», – ти үҙенсәлекле героинябыҙ. Хатта клубтар ҙа онлайн режимға күсте хәҙер. Был йәһәттән әңгәмәсемдең теләге шулай:

– Йәрегеҙҙе үҙегеҙ яратҡан өлкәнән эҙләгеҙ. Әгәр ҙә сәйәхәт яратаһығыҙ икән, шунда ҡарағыҙ, бәлки, яҡында ғына фекерҙәшегеҙ йөрөйҙөр. Тәбиғәткә сығырға яратһағыҙ, шундай йәмғиәт сафына баҫығыҙ. Ысынлап та, ирҙәр урамда танышырға ҡурҡа хәҙер. Һәр кәстрүлгә үҙ ҡапҡасы табыла ул. Юлығыҙға ҡыҙыҡлы кеше осраны икән, һуҙмағыҙ, шылтыратығыҙ, аралашып, ғаилә ҡороу яғында булығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: