Бәлә башы – яңылышыу
Яңы саҡ етенсе тиҫтәһен ваҡлаған, хаҡлы ялға сығып, хәленән килгәнсе балаларына, туғандарына ярҙамлашып һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Мораҙымдың (мәҡәләлә барлыҡ исемдәр ҙә үҙгәртеп алынды) шундай мажараға тарыры ике ятып бер төшөнә инмәгәндер. Ир өсөн был күңелһеҙ ваҡиға бәхетле тамамланғанға ғына уны «мажара» тип әйтеп була, әлбиттә. Бик күп осраҡта бындай хәл – кеше өсөн ғүмерен селпәрәмә килтерер оло фажиғә ул.
Үткән йәйҙең июнь айында Мораҙым, ялға йыйынған туғанының дачаһын ҡарап тороу өсөн, Мәскәүгә юллана. Өфө аэропортынан Шереметьевоға барып төшә. Тик яҡындары, кисектергеһеҙ йомоштары килеп сығыу сәбәпле, уны ҡаршылай алмай. Ниндәй транспорт менән, нисек, ҡайҙа барырға – һәр аҙымын тәфсирләп яҙып ебәрһәләр ҙә, олаталарын көтөп ала алмай улар.
Ғүмере ауылда үткән Мораҙым ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап торған аэропортта баҙап ҡала. Башы буталып, электричка урынына автобусҡа ултыра һәм, Мәскәүгә етмәй, Долгопрудный ҡалаһында төшөп ҡала. Яңылыш юлдан киткәнен аңлаған ир, болоҡһоп киткән күңелен баҫыр өсөндөр инде, аҙмы-күпме төшөрөп ала. Уйламай эшләгән ошо аҙымы, сәфәрҙә тик айыҡ баш менән генә йөрөү кәрәклеген онотоу уның хәлен тағы ла киҫкенләштерә. Юлында тап булған күлдә һуҡмыш килеш һыу төшә һәм шунда документтары менән костюмын онотоп ҡалдырып китә.
Нисек тә эргәлә генә ятҡан Мәскәүгә етә Мораҙым. Полиция участкаһына инеп, хәлен һөйләй, тик аңлау тапмай. Аҙна буйы баш ҡала буйлап йөрөй, кеше ҡалдығы менән туҡлана, урамда йоҡлай, аслы-туҡлы асарбаҡ тормошонан ныҡ ябығып китә. Барып тапҡанда ул шикле кешеләр ҡарауы аҫтында фатир ремонтлаусылар менән эшләп йөрөгән була.
Детективҡа торошло хәл-ваҡиғалар
Мораҙым тәғәйен ергә барып етмәгәс, балалары, туғандары: «Кеше юғалды, ярҙам итегеҙ!» – тип саң ҡаға. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙалар, ошо йүнәлештә махсуслашҡан ирекмәндәр менән бәйләнешкә инәләр, хәбәрҙе социаль селтәрҙәр аша тараталар. «Атайым 19-ы иртәнсәк Өфө аэропортынан Мәскәүгә, «Шереметьево»ға, осто. Ул самолетҡа ултырған һәм барып еткән. Полиция быны асыҡланы. Эҙе Мәскәүҙә юғала», – тип яҙа ҡыҙы.
Ауыл хакимиәте башлығы, ярҙам һорап, Мәскәүҙә йәшәгән ауылдаштарына мөрәжәғәт итә. Нәҡ ошо һөйләшеүҙән башланған ғәмәл уңыш килтерә лә инде.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында баш ҡалаға барып төпләнгән, үҙ эшен асып, уңышлы кәсеп иткән Факил эргәһендә тупланған яҡташтарына, егеттәр, ярҙам итәйек, ти. Үҙе тәфтиш органдарында эшләгән белеше аша бик мөһим мәғлүмәттәр алыуға өлгәшә, Долгопрудныйҙа полиция Мораҙымдың документтарын тапҡанын, уның бер нисә урында видеокамераға эләккәнен белә.
Мораҙымдың «Ҡаҙан» метро станцияһы тирәһендә йөрөгәне асыҡланғас, өс вокзал майҙанына (Ҡаҙан, Ярослав, Ленинград вокзалдары) ауылдашын эҙләргә Фирғәт, Юлдаш, Факил сыға. Асарбаҡтарға мөрәжәғәт итәләр, төрлө сәбәптәр арҡаһында социаль баҫҡыстың иң түбәнге тупһаһына төшкән кешеләр менән яҡындан аралашалар. «Бөгөн фәлән хәйриә ойошмаһы ашатты. Был кеше күҙгә салынманы... Кисә таҙа футболкалар, һабын тараттылар. Унда ла булманы... Иртәгә сиркәүгә барабыҙ, йылы аш бирәләр, бәлки, шунда килер», – тиҙәр улар, фотоһүрәткә бағып.
Асарбаҡтар араһында бер аҙна буйы белешеп йөрөү һөҙөмтә бирмәй.
Мораҙымдың йөҙө баш ҡаланың берҙәм видеокүҙәтеү системаһына бер нисә тапҡыр эләккән йорт тирәһен байҡарға Факил менән Раил бара. «Ул өйҙөң ҡайһылыр фатирында ремонт барғанға оҡшай. Хеҙмәткәрҙәр бирә алмайым, үҙегеҙ әмәлен табығыҙ инде», – ти Факилға былай ҙа үҙ ваҡыты иҫәбенә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән тәфтишсе белеше.
Йорт янында байтаҡ йөрөйҙәр. Ҡайҙа ремонт барғанын асыҡларға тырышалар. Тауыш килгән подъезға инә Раил, ә иптәше машинала ҡала. Өҫкө ҡатҡа күтәрелә. Ярым-асыҡ ишектән эскә күҙ һалһа, Мораҙым тора. Инә һалып, яҡташын етәкләп ала ла сығыу яғына ыңғайлай. Шул мәл юлын мыҡты кәүҙәле ир быуа: «Ҡайҙа ашығаһың былай?» – тип ҡаршы килә башлай. Әмәлгә ҡалғандай, күрше фатир ишеге асыла. «Ҡасан шул ремонтығыҙҙы бөтәһегеҙ? Тамам теңкәгә тейҙегеҙ», – тип ярһып китә уҫал ҡатын һәм һаҡсының иғтибарын бер нисә секундҡа үҙенә йәлеп итә. Шунан файҙаланып, Раил ауылдашы менән тышҡа уҡтала. «Беҙ хәҙер, бер генә минутҡа», – тигән була ул, әзмәүерҙәй әҙәмдең һиҙгерлеген юйып. Урамға сыҡҡас, машинаға ултыралар ҙа был хәүефле урындан тиҙерәк китеү яғын ҡарайҙар.
Мораҙым ныҡ йонсоу ҡиәфәттә, битараф кәйефтә була, башынан үткән ваҡиғаларҙы бөтөнләй хәтерләмәүе асыҡлана. «Ашаттылар, документтар алып бирергә ярҙам итәбеҙ, тинеләр», – ти бер ҡатлылыҡ менән. Уны ҡоллоҡтан ҡотҡарған ауылдаштары, психотроп таблеткалар менән аңын баҫҡандарҙыр, тигән һығымтаға килә. Долгопрудныйҙан документтарын барып алалар, самолет менән Ырымбурға осоралар. Унда улы ҡаршылай юғалып табылған атаһын. Аҙна-ун көн дауаханала ятып сыҡҡас ҡына үҙенең элекке хәленә ҡайта Мораҙым.
«Хеҙмәт» йорттары
«Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды мәғлүмәттәре буйынса, илдә йыл һайын сама менән 180 мең кеше юғала. Шуларҙың 20 меңгә яҡыны табылмай. Бәхетһеҙ осраҡҡа эләгеүселәрҙең бер өлөшө «хеҙмәт йорто» («работные дома») тип аталған урынға эләгә. Уларҙың йәшерен дә, рәсми ҙә эшләүе ихтимал.
Юғалған кешеләрҙе эҙләгән «Альтернатива» ирекмәндәр хәрәкәте «хеҙмәт йорто»н өс төркөмгә бүлә. Тәүгеләре, ысын йөҙөн йәшереп, реабилитация үҙәктәре һәм хәйриә структуралары исеме менән йөрөй, хатта дәүләт гранты ярҙамы менән файҙалана. Икенселәре – дини ойошмалар асҡан йорттар. Унда община менән йәшәйҙәр, эшләп тапҡан аҡсаны хеҙмәткә яраҡһыҙ ололарҙы, ғәриптәрҙе ҡарау өсөн тотоналар. Өсөнсөләре иһә рәсми рәүештә «хеҙмәт йорто» булып йөрөй. Унда барып юлыҡҡан кешеләрҙе, асылда, ашау хаҡына эшләргә мәжбүр итәләр, документтарын, телефондарын тартып алалар, тышҡы донъя менән бәйләнештәрен сикләйҙәр. Мораҙым тап шулар ҡулына ҡаба ла инде. Аналитиктарҙың фекеренсә, бындай йортта бер кеше хужаһына ай һайын 40 – 60 мең һум саф табыш килтерә. Шуға хеҙмәткә яраҡһыҙ асарбаҡтар ундай урынға эләгә алмай.
«Хеҙмәт йорттары» бөгөнгө көндә Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә асылған. Йыш ҡына уларҙың эшмәкәрлегенә хоҡуҡ һаҡлау органдары бармаҡ аша ҡарай. Сөнки рәсмиләштерелгәндәр, документтарға ҡарағанда, кеше, килешеү төҙөп, «үҙ ризалығы» менән унда йәшәй. Шуға ла «хеҙмәт йорттары» бер нәмәнән дә тартынмай үҙҙәрен киң рекламалай.
Мораҙымды ҡоллоҡтан яҡташтары ҡотҡара. Улар 12 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Мәскәү һынлы Мәскәүҙә эҙһеҙ юғалған ауылдашын таба, тәүәккәллек күрһәтеп, бәлки, үҙҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып та, уны яман көстәрҙән йолоп ала. Ошо түгелме ни ысын егетлек?!
Был хәлдең аҙағын төрлөсә тәфсирләргә мөмкин. Ҡайһылай ғына булғанда ла, беҙ унда иң элек яҡташлыҡ һәм ҡәрҙәшлек көсөн күрәбеҙ. Мораҙым менән булған мажараның шулай бәхетле тамамланыуы халҡыбыҙҙың асылы берҙәмлектә икәнен тағы бер тапҡыр раҫлай.
Тормошта ғәҙелһеҙлек, мәкер күп әле. Айырым кешеләргә генә түгел, тотош милләткә лә янай улар. Ҡорбанға әүерелмәҫ өсөн, үҙебеҙгә һәр саҡ уяу булырға кәрәк.