Ислам дине ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың нисек кейенеп йөрөүенә етди иғтибар бүлә, йәғни тәндәренең ҡайһылыр өлөшөн башҡаларҙан йәшерергә ҡуша. Мәҫәлән, ир-ат үҙенең тубыҡтан юғары һәм кендектән түбән урындарын күрһәтеп йөрөргә тейеш түгел (хатта бүтән ирҙәр алдында ла!). Ә гүзәл заттарға иһә тәненең бөтә ерен тиерлек ҡаплау лазым.
Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙы дин улай ныҡ «ҡыҫа», тип әйтер кемдер.
Билдәле булыуынса, Ислам һәм шулай уҡ бүтән диндәр ҙә хәләл ефетеңдән башҡа менән бәйләнеште оло гонаһтар рәтенә индерә. Аллаһы Тәғәлә ир-егеттәргә һиҙеү органдары аша ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата енси ҡуҙғыу тәбиғәтен биргән. Гүзәл заттарҙың тыйылған тән өлөштәрен күреү, хатта уларҙың тауышын ишетеү ҙә физик яҡтан һау-сәләмәт ир затының иғтибарын йәлеп итә. «Заманса», йәғни, еңһеҙ, яғаһыҙ, кипсәп торған ҡыҫҡа итәкле күлдәк кейгән, яланбаш гүзәл заттар, әлбиттә, зинасы түгел. Әммә улар йәш ир-егеттәрҙә үҙҙәренә ҡарата физиологик теләк уята. Ниндәй генә тәртипле һәм көслө ихтыярлы ир булмаһын, уның өсөн был күренеш, медицина теле менән әйткәндә – ғәҙәти физиология. Раббыбыҙ гүзәл заттарҙы тап ана шундай тойғолар уятырлыҡ матур тән менән бүләкләгән. Шуға күрә уларҙың зифалығы башҡалар өсөн иң ныҡ йәшерелгән сер булырға тейешлеген аңлау ҡыйын түгел. Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының бәғзе берәүҙәр «сепрәккә төрөнөп йөрөү» тип атаған кейеме сит ирҙәрҙе йәлеп итмәү маҡсатын тота ла инде. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: урамдағы бөтә ҡатындар яулыҡ ябынған, оҙон еңле, итәкле күлдәк кейгән, береһенең дә ҡиәфәте сит күҙҙәрҙе ҡыҙҙырмай. Ир гүзәл заттың һын торошо матурлығын тик өйөндә, үҙенең хәләл ефетендә генә күрә. Был – Ислам дине хөкөм һөргән ғәрәп илдәренә хас күренеш. Шуға ла уларҙа зинасылыҡ юҡ кимәлендә.
Октябрь революцияһына тиклем һәм унан һуң да беҙҙең өләсәйҙәр оҙон күлдәктә, яулыҡта йөрөгән (мин, мәҫәлән, өләсәйемдең һәм әсәйемдең яланбаш, ҡыҫҡа итәкле йә еңһеҙ күлдәктә йөрөгән мәлдәрен бер ваҡытта ла күргәнем булманы). Ә яңы, йәғни, динһеҙлек осоро башланғас, башҡа илдәргә эйәреп, беҙҙекеләр ҙә «сисенеп» ташланы. Баштан-аяҡ, тип әйтерлек. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр төрлө «мини» кейемдә булыуҙарын хәҙерге көн нормаһы тип һанайбыҙ. Һирәкләштереп, унда-бында һиджәп ябынған, оҙон итәкле һәм еңле күлдәк кейгән гүзәл заттарға ҡырын ҡараусылар ҙа юҡ түгел.
Бала саҡтан өйрәнгәс, был турала күптәрегеҙҙең хатта уйланып та ҡарағаны юҡтыр. Нисек кенә үкенесле булмаһын, бөгөнгө ысынбарлыҡ тап ана шулай. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, һеҙ, һылыуҡайҙар, үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, тән өлөшөгөҙҙөң бихисап матурлыҡтары менән башҡа ирҙәрҙең ҡараштарын йәлеп итәһегеҙ.
Ирҙәр, гүзәл заттарыбыҙҙан айырмалы, сисенмәй. Ниндәй генә эҫе көндәр булыуына ҡарамай, көслө заттарҙың билгә ҡәҙәр яланғас йөрөгән ваҡыттары ла бик һирәк. Шәриғәт ҡыҫҡа балаҡлы ыштан (шортик) менән генә ҡалып йөрөүҙе тыймаған хәлдә лә, хатта бөтөнләйгә динде һанға һуҡмаған ир-егет тә салбар һәм күлдәктә йөрөүҙе хуп күрә! Сөнки, ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы, уларҙың тәнендә ҡаршы енес вәкилдәрен йәлеп итерлек гүзәллек юҡ.
Юғарыла әйтелгәндәр, әлбиттә, диндән алыҫ булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың аңына ҡапылда барып етерлек түгел. Әммә кейем-маҙар хаҡындағы һүҙҙәремде ҡабул итеп алыусыларҙың да булыуына иманым камил.
Ир-ат заты вәкиле булараҡ, гүзәлдәребеҙгә, бөгөнгө ысынбарлыҡты күҙ уңында тотоп, тормошта үтә кәрәкле башҡа кәңәштәремде лә бирмәксемен.
Айытбай Вәлиев.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.