-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бер мәсьәләгә ҡараш
7 Апрель 2020, 21:21

Уй-моңһоҙ йәшәү – йәшәү түгел

Донъя булғас, булыр шатлығы ла,Ҡайғыһы ла торор атлығып...Кәтибә Кинйәбулатова.

Ата-әсә фиғеле, балаға мөнәсәбәт йәки сабый ҡәҙере, уны лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләре тураһында элеккесә фекерләп, күнегелгәнсә яҙыу йәки һөйләү хәҙерге заманда мөмкин түгелдер. Тирә-яҡ мөхиттең йоғонтоһо шулай көслөмө, әллә ата-бабанан бирелә килгән яҡты ғәҙәттәр онотоламы, ата-әсәнең балаһына мөғәмәләһендә һәм балаларҙың үҙҙәренә ғүмер биргән кешеләргә ҡарашында һиҙелерлек үҙгәрештәргә шаһитбыҙ. Һәм аҙ ғына булһа ла уйлай белгәндәрҙе был хәл хафаға һалалыр.
Генетик яралғылары берҙәй үк булыуға ҡарамаҫтан, сабый әсәһе йәки атаһының клоны булып тыумай. Йән менән бергә тәбиғәт һәр кемгә үҙ килеш-килбәтен, холоҡ-фиғелен бирә. Һәләте лә, булдыҡһыҙлығы ла һәр кешенең – тик үҙенеке. «Бала тыуһын ине, атаһы юлын ҡыуһын ине», – тигән хаҡ теләктәрҙе ҡабат-ҡабат тәҡрарлаһаҡ та, үҙгәрә тороусы тормош, матди һәм рухи донъялағы кеше аңына йоғонто яһаусы шарттар балаларыбыҙҙы үҙ юлына тарта, башҡасараҡ холоҡло кеше итеп үҫтерә.
Элек, коммунистик хакимлыҡ йылдарында, әҙәби әҫәрҙәрҙә, матбуғатта балалар, башлыса, бәхетле яҙмышлы, тормош юлында фәҡәт аяҙ офоҡтарҙы ғына күргән өҫтөнлөклө социаль төркөм тип һүрәтләнә килде. «Бөтөн яҡшы нәмә – балаларға!» – был доктрина хәҙерге либераль-демократтарҙа мыҫҡыллы йылмайыу уятыуы ихтимал. Әммә ул ил хакимиәтенең етди эш-ғәмәлдәре менән нығытыла торғайны, балалар тураһындағы хәстәрлек оҙайлы, һәр йәһәттән ҡаралған программа рәүешен алғайны. Мин инде инҡилаптан һуң һәм яңы хакимлыҡтың етемдәргә ризыҡ, баш терәр урын, тәрбиә, белем биреүҙе тәүге бурыстарҙың береһе тип һанағанын иҫкә алып тормайым. Был – тарих сәхифәләренә ингән хәҡиҡәт. Үҙем дә, хәләлем дә, атайҙарыбыҙ яуҙа башын һалғас, әсәйҙәребеҙгә арҡаланып, хәстәрлекле дәүләтебеҙ барлығын даими тойоп үҫтек, уҡыныҡ, донъя ҡорғас, нығындыҡ.

Марсель Ҡотлоғәлләмов,

публицист.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: