0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бер мәсьәләгә ҡараш
4 Декабрь 2019, 14:00

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы

Ҡатын-ҡыҙҙың ысын тормошо 50-нән һуң яңы башлана, тиҙәр. Ошо йәш арауығына тиклем күптәрҙең йәшәргә лә ваҡыты булмай. Донъя, ғаилә, балалар мәшәҡәте, карьера үҫеше һәм башҡа тормош проблемалары... Гүзәл заттың тормош артылышының икенсе өлөшөнә күтәрелгән мәле шәхсән уның өсөн ниндәй үҙгәрештәр менән билдәләнә? Яңы тормош башлау, башҡа һөнәр үҙләштереү, күптәнге хы­ялын тормошҡа ашырыу өсөн һуң түгелме? Шикләнгән, уйланған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың икеләнеүен юҡҡа сығарырға теләйбеҙ: «Тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, бәхетле булырға бер ваҡытта ла һуң түгел», – ти белгестәр.

– Мин шиғырҙар яҙа баш­ланым. Һәләтем электән бар ине. Бер ҙә ваҡыт етмәне, – ти 50-не уҙған, Башҡортостан телевидение­һының билдәле журналисы Гөлдәриә Йосопова. – Шуға аҙыраҡ үкенес тойғолары кисерҙем. Уҡыусылар ижадымды яҡшы ҡабул итте. Шулай уҡ проза әҫәрҙәре лә яҙыштырам. Йәшерәк ваҡытта нисектер үҙеңде тейешенсә баһаламайһың икән ул, тип уйлап ҡуйҙым. Өләсәй булдым, шуға ҡыуандым. Ейәнсәрем бигерәк татлы, ул килһә, үҙе бер байрам.
– Тормошҡа ябайыраҡ, аңлабыраҡ ҡарай башланым. Үткән ғүмергә һығымта яһайым да, тағы нәмәләр өҫтөндә эшләргә кәрәк икән, тип уй­ланам. Кәүҙәмә, йөҙ-ҡиәфәтемә йышыраҡ иғтибар итәм. Нимә ашағанымды күҙәтәм. Сөнки һаулыҡ – ҙур байлыҡ, – ти 45 йәшен тултырған Сулпан ханым. – Сәйәхәттәргә әле тейешенсә йөрөмәнем. Йорт һалдыҡ. Беҙ йәшерәк ваҡытта бындай мөмкинлектәр булманы. Бөгөн йәштәр сит илдәргә иркен сығып китә, телде яҡшы беләләр. Бик матур йәшәгән егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ бар. Барып донъя күреп ҡайталар. Ошондай сәйә­хәттәр ғаиләне берләш­терә, яҡынайта бит ул.
– Мин элек карьера хаҡында хыялландым. Гел етәксе булып эшләгем килә торғайны. Хатта эшләп тә алдым, вазифалар ҙа биләнем. Хәҙер миңә 48 йәш. Тик бәхетле булып, ҡатын-ҡыҙ тормошо менән генә йәшәгем килә. Карьера ла, вазифалар ҙа кәрәкмәгән кеүек. Затлы кейемдәргә лә күҙем ҡыҙмай. Мине хәҙер бары тик ябай, уңайлы кейем тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, – ти Зөлхизә.
– 45 йәшкә тиклем нисектер шәхси тормошом да барманы. Яңғыҙ, ыҙалыҡ менән балалар тәрбиәләп үҫтерҙем. Дөрөҫөн әйткәндә, йүнле өйөм дә юҡ ине. Бәләкәй генә ерҙә торҙоҡ. Ғүмер уртаһына етә башлағас, балалар ҙа үҫеп ҡул араһына ингәс, тормош аҙыраҡ еңеләйеп китте. 45 йәшем тулғайны, нисектер өйө лә булды, балалар үҫте, эшләй башланылар. Шул тиклем матур мәл осорон кисерәм. Рәхәт. Хәҙер шәхси тормошомдо ҡарай башларға кәрәк, тип уйлайым, – ти Гөлнара.
Әүҙем тормош позицияһы менән йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Stikhia студияһы етәксеһе, Fashion-модель, төбәк һәм федераль мода сығыштарын ойоштороусы, һылыуҡай конкурстары еңеүсеһе Эльвира Ишморатова үҙенең студияһына, мәҫәлән, 50 йәшлек моделдәрҙе саҡыра. Уның сәхифәһендә лә ошондай иғлан бар: «Тормош бер генә. Үҙең­дең хыялыңды һәм маҡсатыңды тормошҡа ашырыу өсөн башҡа ваҡыт юҡ», – тиелә унда. Ошо хаҡта Эльвира Ишморатованың үҙе менән дә әңгәмә ҡорҙоҡ:
– Мин урта йәштәрҙәге моделдәргә генә өҫтөнлөк бирмәйем. Барыһын да саҡырам. Мотивация, ынтылыш һәр кемдә лә булырға тейеш. 45-тән һуң да модель булырға һуң түгел, тигәнде һәр саҡ иҫбат итергә тырышам. Ғөмүмән, бер нәмәгә лә һуң түгел.
Тик моделинг анһат эш түгел, подиумдарға сығыу өсөн дә батырлыҡ кәрәк. Шуға ошондай эшкә әҙер булған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен модель сифатында һынай ала. Ләкин мин үҙҙәрен һәр саҡ ҡорбан итеп күрергә күнеккән йәки, киреһенсә, һауалы ҡатын-ҡыҙҙарҙы бик үк өнәп етмәйем. Ундайҙар менән эшләмәҫкә тырышам. Минең өсөн еңел, әүҙем, төрлө иҫкәрмәләрҙе ҡабул итә белеүсән, яңылыҡҡа ынтылыусан, командала эшләй белгән гүзәл заттар яҡыныраҡ. Бына ошо һынауҙарҙы уңышлы үткән ҡыҙҙарыбыҙ артабан республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге киң даирә тамашасыларға сыға, фе­дераль каналдарға эләгә.
Пенсия йәшендәге уҡыусыларыма килгәндә, улар – төрлө һөнәр кешеләре. Завод эшсеһе лә, медицина хеҙмәткәре лә, уҡытыусылар ҙа, тренерҙар ҙа, хатта өләсәйҙәр ҙә бар. Ҡаҙан ҡалаһында үткән «Юғары мода аҙналығы»нан еңеү яулап ҡайттыҡ. Ҡыҙҙары­быҙҙың күҙҙәре янып торҙо. Уларҙан ташып торған дәрт-илһам миңә лә күсте. Олпат йәштәге һылыуҡайҙарға арналған бик ҡыҙыҡлы проекттар үтеп тора. Килегеҙ, ситтә ҡалмағыҙ.
«Юлдаш» йыр һәм мәғлүмәт каналы, мәҫәлән, «Юлдаш йыры»на элек- электән 45 – 65 йәшкә тиклемге ханымдарҙы ла йыя. Айырым статистика алып барғаныбыҙ юҡ, әммә уның башланғанынан алып йыр бәйгеһендә урта һәм оло йәштәге бик күп ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты», – ти Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.
Йәш саҡта сәхнәгә сыға алмай бөгөн үкенес кисергән ханымдар өсөн шундай шәп мөмкинлек. Хатта йондоҙ булырға ла һуң түгел.
Донъя кимәлендә лә бар ундай миҫалдар. Америкала 78 йәшлек ҡатын билдәле рәссам булып китә. Икенсе бер ханым, 51 йәшкә тиклем француз аш-һыуы төрҙәрен өйрәнеп, китап сығара. Был уға киң билдәлелек алып килә. Ә танылыу яулаған исемдәргә килгәндә, яҙыусы Дарья Донцова үҙенең тәүге китабын 47 йәштә яҙа. Киң билдәле «Мэри Кэй» биҙәнеү фирмаһын асыусы Мэри Кэй Эш 45 йәшкә тиклем бер ниндәй ҙә киләсәге булмаған сауҙа үҙәгенең ябай агенты булып эшләгән. Эштән китеп, ул эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында китап яҙа һәм үҙенә лә бизнес-план төҙөй. Бөгөн бөтә донъяға билдәле «Мэри Кэй» косметик биҙәнеү фирмаһы шунан барлыҡҡа килә.
40-50 йәш – ҡатын-ҡыҙҙың иң емешле сағы. Уның матур сәскә кеүек ваҡыты. Йәш ҡыҙҙарҙы, мәҫәлән, атып килгән сәскә бөрөһөнә тиңләйҙәр. Ә бына урта йәшкә еткән ханымдарҙың сибәрлеге, еләкле сағы – ул бөтөнләй икенсе, үҙенсә күренеш. Әлбиттә, шул йәштә айырылышып, мәжбүри яңғыҙ ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар күбәйә. Был – үҙеңде түбәнһетеү, ниндәйҙер ауыр тойғолар кисереп йәшәй торған осор түгел, ә, киреһенсә, ижади яҡтан асылыу мөмкинлеге. Эшҡыуарлыҡҡа килеү, элек хыял иткән яңы һөнәр үҙләштереү өсөн иң ҡулай мәл. Сөнки тормошта тәжрибәле ҡатындарға нимәнән ҡурҡырға һуң? Ауырлыҡтар сыныҡтыра ғына, ти психологтар.

Фотолар Эльвира Ишморатованың шәхси архивынан алынды.

Автор:Гульнур Ишбулатова
Читайте нас: