0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бер мәсьәләгә ҡараш
20 Ноябрь 2019, 16:38

Матриархатҡа ирҙәр үҙҙәре ғәйепле

Ҡауышыу, айырылышыу бер тингә лә тормаған ваҡытта йәшәйбеҙ. Ғаилә тарҡалыуҙа ирҙәр – ҡатындарҙы, ә ҡатындар ирҙәрҙе ғәйепләй. Ысынбарлыҡта иһә ғәйеп кемдә һуң? Сәбәләнеүебеҙ янғындан һуң ут һүндергес эҙләүгә оҡшаған. Тик бөгөн ғәйеплене түгел, ә килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын эҙләү отошлораҡтыр.

Борон-борон ирҙәр ил аталары, аҡһаҡалдар, ғаилә, ил башлыҡтары булған. Бөгөн иһә ир-аттар үҙ функцияларын яйлап юғалта бара. Улар элек ғаиләләрен туйындырыусы, кейендереүсе, матди яҡтан тьәмин итеүсе булһалар, бөгөн артҡа, икенсе планға күсеп, ситтән күҙәтеүсегә, әрәмтамаҡҡа әйләнделәр. Ундайҙар бай, эшҡыуар ҡатын эҙләйҙәр, өйҙәш булып инәләр, өй эсендә “тере мебель” ролен үтәйҙәр (аҡыллылары). Аҡылһыҙҙары эскегә бирелеп, кеҫәһендә дипломы булып та эшләмәй, ә ғаиләһе елкәһендә көн күрә. Уларҙы үҙҙәренән башҡа бер нимә лә борсомай.


Арыған, түҙемлектәре бөткән ҡатын-ҡыҙҙарға айырылышыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ни өсөндөр беҙҙең ирҙәр айырылышҡандан һуң мөлкәт кенә бүлешә, ә балаларының яҙмышы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Атай кеше ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеү урынына, закон буйынса тейеш булған алиментты түләүҙән дә баш тарта. Әүәл ирҙәр алимент түләүҙән ҡасып ситкә сығып китһә, хәҙергеләре бөтөнләй эшкә урынлашмай. Эшләмәгән кешенән нимә алырға? - тип баш вата хоҡуҡ һаҡлаусылар. Эшһеҙлек хөкөм һөргән заманда ҡайҙан эш тапһын инде ул, меҫкен, тиҙәр. Тартып алырға мөлкәте лә юҡ исмаһам тип ҡаңғыралар... Юҡтан һорау ҙа юҡ шул.


Күптәр “матриархат” заманы етеүенә һылтана. Ана, хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙең сарбарынан алып, машина руленә тиклем үҙенеке итте. Күп яңғыҙ ханымдар үҙ эштәрен асып, аҡса эшләп, ҙур, матур һарайҙарҙа йәшәйҙәр. Балаларына лайыҡлы тәрби биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығаралар...


Әллә инде, бында хикмәт заманда ғына микән? Кемгәлер эшләргә, донъя көтөргә кәрәк бит. “Һин дә - мулла, мин дә – мулла, атҡа бесән кем һала?” – тигәндәй, гөрләтеп тормош көтмәй, нисек эшһеҙ кеше кеүек ҡул ҡаушырып ултырырға була?! Айыҡ аҡылда булған кешене, кешелеклелеген юғалатмаһын өсөн таяҡ тотоп һаҡлап тороу мотлаҡ түгел. Ул – үҙ яҙмышына үҙе хужа, үҙенә нисек кәрәк - уны шулай төҙөй. Үкенескә ҡаршы, тормошта бер йүнһеҙгә бер йүнле тура килеп, йүнлеһе Хоҙай тарафынан бирелгән бер ус ғүмерен заяға үткәрә. Күҙенә ҡарап торған балалаһы ла булһа, был икеләтә, өсләтә зыян. “Алтылағы алтмышта” тигән кеүек, өйөндә ни күрә, шул мөхиттән йыраҡ китәлмәй шул улар. Шуға күрә көстө балаларыңа тәрбиә биреүгә йүнәлтеү зарур. Сөнки сабыйҙың ғүмере яңы башлана. Атаһы кеүек ҡартайғансы кеше көнлө булып йөрөмәҫлек итеп тәрбиәләргә, тормошта үҙ урынын, ҡәҙерен, баһаһын белеп, бәхетле йәшәргә өйрәтергә кәрәк...


Ирҙәребеҙҙең шундай булыуҙарында беҙ – ҡатын-ҡыҙҙарҙың да ғәйебе бар – ғаиләләге бөтә ауырлыҡты, яуаплылыҡты үҙ елкәбеҙгә алабыҙ. Ә ирҙәр – үҙҙәренән ҡорбан яһап, меҫкенлек битлеге аҫтына оҫта ғына ҡаса. Беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ заманындағы кеүек, донъя тотҡаһын ир-аттарыбыҙ үҙ ҡулына алһа, гүзәл заттарыбыҙ ирҙәренә арҡаланып, төп бурыстары – ғаилә усағын йылы тотоу менән генә булырҙар ине. Бит уларға шунан да ҙур бәхет кәрәкмәй ҙә!


Тормош – ул мин өҫтә теҙеп яҙған насар ирҙәрҙән генә тормай, бынамын тигән ир азаматтарыбыҙ ҙа күп. Донъянан ваз кисеп, балаларын онотоп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар...


Ә шулай ҙа, йәмғиәттә һәр кемдең үҙ урыны, шул урындарҙы бутамаһаҡ ине!..

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.
Читайте нас: