-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Бер мәсьәләгә ҡараш
7 Октябрь 2019, 16:47

Өйләнергә бер ҡасан да һуң түгелме? йәки Буйҙаҡтар хаҡында фәлсәфә

Бөгөн демография мәсьәләһе киҫкен тора. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи үҫеше кәмегән, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, тыуым күрһәткесе 3540 сабыйға аҙыраҡ булған. Дөйөм халыҡ, милләт һанының кәмеүенә буйҙаҡлыҡ та үҙенең тос ҡына өлөшөн индерә. Түбәндә ошо проблемаға ҡағылышлы мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.

Йәшләй өйләнеп, оҙаҡ та тормай ҡатыны менән айырылышҡан бер яҡынымды хәләл ефете менән ҡабаттан ҡушылырға ныҡ өгөтләгәйнем ҡасандыр. «Балағыҙ бар бит, исмаһам, шуның хаҡына ғына булһа ла бергә йәшәһәгеҙсе», – тигән нәсихәттәрем бушҡа ғына булды. Күпмелер ваҡыттан: «Әлегә йәшерәк сағыңда, берәй тиңеңде табып, өйләнһәң ни була?» – тип тә әйтеп ҡараным. «Бер тапҡыр ауыҙ бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп эсәһең инде», – тине ул, ҡул һелтәп.
Бына шулай ҡабаттан тормош ҡорорға ҡурҡып йөрөгән ирҙең миҫалында башлап алып киткән фекеремде артабан бер аҙ үҫтермәк булам. Һүҙем бөгөнгө көндә ир-аттарыбыҙҙың шаҡтай өлөшөн тәшкил иткән буйҙаҡтар «армияһы» хаҡында.
Үкенескә, ауылдарыбыҙҙа, айырыуса һуңғы тиҫтә йылдарҙа, буйҙаҡтар күбәйеп китте (ҡалала ла етерлек инде улар, тик ауылдағы күҙгә ташланып бара). Бындай тормошто йәшәү нормаһы тип һанаусылар ҙа юҡ түгел.
Ир-егеттәр яңғыҙлығының төп сәбәбе әле миҫал итеп килтерелгән айырылышыуҙар арҡаһында ғына түгеллеген һәммәбеҙ ҙә яҡшы белә. Мәҫәлән, үҙе тыуып үҫкән ғаиләһенә нығыраҡ бәйләнгән, буласаҡ кәләшен һәр саҡ әсәһе менән сағыштырып ҡараған егеттәр бар. Нәҡ ана шул яҡынына һәр тарафтан оҡшаған ҡыҙҙы осратыуға өмөт итеп, әллә күпме йылын бушҡа үткәреп ебәрә улар. Утыҙҙы аша атлап, инде буйтым «аҡылға ултырып» алған ундай буйҙаҡтарҙы ҡапылғара «йылытып алған» урынынан ҡуҙғата һалып та булмай икән шул. Ә инде ҡырҡҡа яҡыная барған һайын, улар өсөн йылдан-йыл (хатта – айҙан-ай!) өйләнеү мәсьәләһе ҡатмарлаша ғына бара.
Ғаилә ҡорорға иҫәп тотоп та саманан артыҡ һайланыусы егеттәр ҙә юҡ түгел. Нәҡ йырҙа йырланғанса:
Йәш ваҡытта күҙҙе майлап,
Күп йөрөнөм ҡыҙҙар һайлап:
Тик береһе лә тиң түгел,
Өйләнеп тә, көйләнеп тә
Йәшәр кеше мин түгел...
Яҡындарының өгөтләүҙәренә ҡолаҡ һалмай, «йәшмен бит әле, ҡабаланып – куда торопиться» тип һәр кәңәште уйынға һабыштыра-һабыштыра, бындайҙар ҙа йылдан-йыл әкренләп үҙенә «стаж» йыя бара. Бер мәл артына әйләнеп ҡарауға – байтаҡ ҡына ғүмер үтеп киткән икән:
...Йәшлек үтте, почет бөттө,
Йәш ҡырҡтан үтеп китте,
Сәсем көмөш! –
Был ниткән эш?..
Баштараҡ, үҙҙәре әле йәш, матур, көслө саҡтарында һайланып, еләктәй бешкән сибәр-сибәр ҡыҙҙарҙы һанға һуҡмай, мәңге йәш ҡалырмын, тигәндәй, әллә кем булып йөрөп, һуңлап ҡалған «һайлансыҡтар» буйҙаҡтарҙың төп өлөшөлөр шулай ҙа.

Айытбай Вәлиев.

Сибай ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: