Үкенескә ҡаршы, көндәлек тормошта бик йыш ҡына шатлыҡ-ҡыуаныс кисереү, ҡайғырыу, байрам итеү, ял ойоштороу, буш ваҡытты үткәреү, ауыр эштән һуң һыныҡ яҙыу фәҡәт эскелек ойоштороуға ҡайтарып ҡуйыла. Хатта ҡайһы бер сирҙәрҙе лә араҡы менән дауалай кемдер. Йәмғиәтебеҙҙе солғап алған эскелек проблемаһының асылына төшөнөр өсөн илле йәштән уҙған быуындың – үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында тыуғандарҙың – нисек араҡы эсә башлауы һәм уның ҡолона әүерелеүе тарихына күҙ һалыу кәрәктер. Бөгөн ил тотҡаһы булыр ошо быуын вәкиле булараҡ, был проблеманы эстән беләм.
Совет власы осоронда мәктәптең башланғыс синыфтарында – октябряттар, унан – пионер һәм аҙаҡ комсомол ойошмалары ярҙамында тәрбиә коммунизм төҙөүсе кодексы принциптарына таянып алып барылды. Беҙҙе тоғро булырға, ялғанламаҫҡа, иптәшеңә һәм мохтаждарға һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торорға өйрәттеләр. Араҡы эсеү, тәмәке тартыу, алдашыу, үҙ мәнфәғәтеңде өҫтөн ҡуйыу иң алама ғәҙҙәттәр тип баһаланды һәм ләғнәтләнде. Беҙҙең быуын аңына коммунистик, йәғни дөрөҫ йәшәү принциптары уғата ныҡ һеңдерелгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, ауылдағы һабаҡташтарым араһынан (ун бишләп ир-егет) араҡыға бирелмәгән өс-дүрт кенә кешене атай алам. Эскелектән үлеп китеүселәр ҙә бар.
Эскелеккә беҙҙең быуын атайҙарҙан өйрәнде. Улар – һуғыш йылы балалары – башҡорттарға хас булмаған был сифатты фронтовиктарҙан эләктереп алған тәүге быуын булғандыр. Ә «наркомовский сто грамм» ҡорбандары хәмерҙең тәмен ғәрәсәтле ут эсендә татып, эскелек мәҙәниәтен (йолаларын) тыуған төйәккә алып ҡайтырға мәжбүр ителгәйнеләр. Бының өсөн яугир олатайҙарыбыҙға бер ҙә ғәйеп ташлап булмай, әлбиттә. Һуғыш асҡан фашистарҙы ғына ҡарғарға ҡала.
Беҙҙең атайҙар самаһыҙ эсте һәм эстафетаны «уңышлы» ғына улдарына тапшырып ҡуйҙы. Мин үҙем һәм ҡорҙаштарым шарап тәмен тәүге тапҡыр төрлө халәттә һәм төрлө шарттарҙа татып ҡараныҡ. «Эскелек мәҙәниәтен» (кешенең мәҙәниһеҙлеген) көндәлек тормошта – үҙ йортобоҙҙа, урамда, байрам сараларында, табындарҙа – сабый саҡтан күреп үҫтек. Күптәрҙең аңында ныҡлы урын алған, «тормош шулай була икән», тигән төшөнсәне өҫтә атап үтелгән дәүләт тәрбиәһе төҙәтә алырлыҡ хәлдә булмағандыр, моғайын.
Тиҫтерҙәрем араһында араҡы менән ныҡлап мауығыу ун алты-ун ете йәштәр тирәһендә башланды. Байрамдарҙа аулаҡ өйгә йыйылыу йолаһы беҙҙең йәшлеккә инеү осоронда араҡыһыҙ үтмәй ине. Егеттәр эсемлек хәстәрләй, ә ҡыҙҙар – тәғәмлек («закуска» була инде халыҡ телендә). Мәктәпте тамамлауға егеттәрҙең байтағы эсеүҙең тәртиптәрен, үҙенә күрә йолаларын белә ине инде. Әйтәйек, һауыттарға шешәләге араҡыны, бер кемде лә айырмай, тигеҙ ҡойоу; рюмканы төп күтәреп, бөткәнсә эсеү; эсеп ебәргәс, рәтенә килтереп, тәғәмләнеү; рюмка тотоп тост әйтеү, йә булмаһа тәғәйен ым-ишара яһау, мәҫәлән: «йә, ярай, әйҙә, киттек»; эске табыны артында урын-еренә еткереп әңгәмә ҡороу; иртәгеһенә баш төҙәтеү…
Материалдың тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.