Һыҙылып ҡына яҙғы таң ата. Эй, ярата Рауза тәүлектең ошо мәлен. Төн ҡараңғылығы һүрәнәйгән күктә емелдәүсе иртәнге йондоҙҙо сәләмләй. Тәҙрәләрен асып ҡуя – таң сафлығы өйөнә тулһын. Ире Илдар, унан да алда тороп, сәй ҡуйып ебәргән, икенсе ҡатта йоҡлаусы балаларҙың юрғандарын ябып йөрөй. Рауза күнегелгән етеҙ хәрәкәттәр менән иртәнге табын әҙерләй. Ҙур өҫтәлгә тәрилкәләр теҙелә, табанан саҡ төшкән эремсек ҡабартмаһы, ҡайнар ҡоймаҡ, туҫтаҡ тулы йомортҡа урын ала, кәстрүлдә, боҫорап, бутҡа бешә. Ана, ҡошсоҡтары бер-бер артлы уяна ла башланы. Әле яндарында биш бала. Алтауһының, үҫеп етеп, оянан осоп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған әсә менән ата.
Иң оло ҡыҙҙары Алинаға – 33 йәш. Ул Нижневартовск ҡалаһында йәшәй. «Кейәүебеҙ менән бер йәшлек ейәнебеҙҙе тәрбиәләйҙәр», – ти Рауза ханым.
30 йәшлек Эдуард та башлы-күҙле булған. Өс бала атаһы ул. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә эшләй.
Алина апаһы менән бер үк ҡалала йәшәүсе Илдарға – 25 йәш. Ул да өйләнгән, улы бар.
22-һен тултырған Радмир ҙа йәшләй ғаилә ҡорған. Килен менән Яңы Уренгойҙа ғүмер итәләр, бер ҡыҙҙары үҫеп килә.
Өфө машиналар төҙөү колледжында уҡып йөрөүсе Рената яңы ғына ун һигеҙен билдәләгән.
21 йәшлек Радамир иһә Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Туғандары – туғыҙынсы класс уҡыусыһы Ильяс, һигеҙенселәге Ралина, 13 йәшлек Регина менән 10 йәшлек Камилә һәм һигеҙе ошо көндәрҙә тулған Венера ла мәктәптә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Атаһынан күргән – уҡ юнған, ти халыҡ. Бокс буйынса спорт мастеры Илдар Нәзип улы. Уның был һөйөүе улдарына, ҡыҙҙарына ла күскән. Радамир – бокс буйынса Өфө ҡалаһы турниры призеры, атаһы кеүек, спорт мастеры дәрәжәһенә ирешкән. Ильяс та спорттың был төрөнән республика ярыштарында юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Ралина – бокс буйынса Башҡортостан турнирының бронза призеры. Ул – Ҡырмыҫҡалы районының волейбол командаһы ағзаһы ла, февралдә район саңғы уҙышында кубок менән бүләкләнгән.
Регина, Камилә, Венера иһә спорттың башҡа төрҙәрендә лә үҙҙәрен һынай. Гимнастикаға, аэробикаға йөрөй. Матурлыҡҡа ынтылып, мәрйенләп сигеү менән дә мауыға ҡыҙҙар.
Татыу ғаилә туғыҙ йыл элек, ихаталы, ҙур баҡсалы йортта йәшәү тураһындағы хыялдарын тормошҡа ашырып, Өфөнән Ҡырмыҫҡалыға күсеп ҡайтҡан. «Улдарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙҙы иркенлектә, саф һауалы, таҙа һыулы ауыл ерендә үҫтерергә теләнек, – ти Илдар менән Рауза. – Балаларҙа хеҙмәткә, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү өсөн дә, беҙҙеңсә, ауыл күпкә ҡулайыраҡ. Баҡсала эшләгәндә лә, мунса яҡҡанда ла, ашарға бешергәндә лә балалар – ҙур ярҙамсылар. Ҡышын эргәләге урманлыҡта күмәкләшеп саңғыла елдерәбеҙ. Йәйен, бөтәбеҙ ҙә машинаға тейәлеп, еләккә, һыу инергә йөрөйбөҙ. Хатта ишек алдындағы өс этебеҙҙе лә алабыҙ».
Бер-береһенә терәк булып үҫкән сабыйҙарҙа башҡалар тураһында ҡайғыртыу ҡанына һеңәлер, күрәһең. Рауза менән Илдарҙың балалары ирекмәнлек хәрәкәтенә ихлас ҡушылған һәм мохтаждарға изгелек ҡылыу улар өсөн ихтыяжға әйләнгән. Спорт кубок-миҙалдарына волонтерлыҡ өсөн Маҡтау грамоталары өҫтәлгән.
– Бер баланы ҡарау ҙа ауыр, һеҙ нисек өлгөрәһегеҙ, тиеүселәр бар. Эргәңдә ышаныслы, хәстәрлекле ирең булғанда, күмәк бала тәрбиәләү – сикһеҙ бәхет. «Йәнем...» тигән һүҙен ишетеү менән баш осондағы болоттар тарала, бөтә борсолоуҙар юҡҡа сыға, – тип бүлешә Рауза ханым.
Улар өсөн Ғаилә йылы айырыуса ҡыуаныслы башланған: Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙы ун һәм унан күберәк бала үҫтереүсе ҡатындарға тәғәйен иң юғары дәүләт бүләгенә – «Герой-әсә» миҙалына лайыҡ булған. «Алтынсы бәпесемде тапҡас, 2005 йылда Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалын алып ҡыуанғайным», – тип хәтерләй ул, йылмайып. Туғыҙ йыл элек уларға республикабыҙ «ГАЗель» автомашинаһын бүләк иткән – ҡайҙа барһалар ҙа, ошо аҡ «толпар»ҙа елдерәләр.
Әле «Герой-әсә» миҙалына ҡушып, ғаиләгә бер миллион һум аҡса бирелгән. Шуның яртыһын, күптән ниәтләгәнсә, өйҙәрен ремонтлауға тотонорға уйлайҙар. Ишле ғаиләнең иртәгәһе көнгә пландары ла ҙур. Яңыраҡ 50 тауыҡ алғандар – балалар көн дә кәрзин тултырып йомортҡа йыя. Йәшелсә үҫтереү өсөн оло йылытма ҡуйырға дәрт итәләр. Шәхси хужалыҡ үҫтереүгә субсидия юлламаҡсылар – күп итеп ҡош-ҡорт үрсетергә теләйҙәр. «Бергәләшеп тотонғанда, тауҙар аҡтарырға мөмкин, – ти ғаилә башлығы. – Ваҡытыбыҙ ҙа етерлек», – тип өҫтәй, былтыр икеһенең дә хаҡлы ялға сығыуҙарын билдәләп. Илдар Нәзип улы байтаҡ йылдар Эске эштәр министрлығы системаһында эшләгән, ә Рауза Ғәбдерәүеф ҡыҙы тимер-бетон изделиелар заводында крансы булған.
...«Әсәй, рәхмәт! Тәмле!» – тип ҡабатлай бер тауыштан иртәнге табындан тороусы ҡошсоҡтары. Бисмиллалап, йөрәк тулы һөйөүен ҡушып әсәй бешергән аш тәмле була шул. Атайҙары, аҡ «толпарҙы» егеп, тышта көтөп тора. Балаларҙы башта мәктәпкә, шунан спорт секцияларына илтәләр. Яңы хәстәрлектәр, шатлыҡтар менән яңы көн башлана.
Булат Маликов фотолары.
Ҡырмыҫҡалы районы.