Күҙҙәренән нур бөркөлгән һылыу ханым ҡаршы алды беҙҙе. Был юлы «Башҡортостан ҡыҙы» журналы – талантлы фронтовик яҙыусы Ғаян Лоҡмановтың улы Мансур ағай менән килене Рәмилә апайҙың һөйөү нурына ҡойонған бәхетле ғаилә усағында.
– Атайым иҫ киткес кеше ине: ябай, ғәҙел, яҡты йөҙлө. Һис ҡасан тауыш күтәрмәгән, ҡаты бәрелмәгән ҡәҙерлебеҙҙең абруйы, һүҙе юғары булды. Беҙ уны бер ҡарашынан аңлай, тыңлай торғайныҡ. Уҡымышлы, грамоталы кеше булараҡ, уның иң ҙур хыялы ла балаларын белемле итеп күреү ине. Аллаға шөкөр, апайым Флүзә лә, мин дә юғары уҡыу йорто тамамлап, тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Тик Фәнис ағайыбыҙ ғына, ауырыу сәбәпле, юғары белем ала алманы, уҡырға инеп, бер курсты тамамланы ла 20 йылдан ашыу Ҡариҙел район гәзите редакцияһында журналист, әҙәби хеҙмәткәр булып эшләне. 1985 йылда «Дуҫлыҡ ҡәҙере» исемле беренсе китабы донъя күрҙе. Тик, үкенескә ҡаршы, уның ижады ла, ғүмере лә бик ҡыҫҡа булды шул, – ти Мансур Ғаян улы ҡәҙерле иҫтәлектәре менән бүлешеп.
Ауыл ерендә утын ярып, бесән сабып, эшһөйәр булып үҫкән балаларҙың күңелендә һәр саҡ ниҙер эшләр алдынан «Был осраҡта Атай ни әйтер ине?» тигән уй йәшәй. «Хәҙер ҙә шулай, мин уйымдан ғына гел дә атайым менән кәңәшләшәм, һөйләшәм. Сөнки атай өсөн намыҫ төшөнсәһе иң беренсе урында торҙо һәм ул беҙгә лә шуны һеңдереп үҫтерҙе. Атай, әлбиттә, ныҡ ауырыны, ярты үпкәһе эшләмәй ине, көҙҙәрен йыш ҡына дауахана юлдарын тапаны, шифаханаларҙа ятты. Уға әҙәби мөхит тә етмәне, Өфөгә, ҡәләмдәштәре янына тартылды. Яңы ғына табанан төшкән яҙмаларын беҙгә уҡый ине, етди ҡиәфәттә тәүге тәнҡитселәре булып, мөкиббән китеп тыңлай торғайныҡ. Атайыма бәйле иң яҡты хәтирәләремдең береһе – бергә бесәнгә йөрөү. «Бына тағы бер тапҡыр Ер шарын урап сыҡтыҡ», – тип әйтер ине ул йылмайып, осо-ҡырыйы күренмәгән бесәнлекте байҡап. Һуғыш тураһында ҡыҙғаныслы ла, шул уҡ ваҡытта күңел йылмайтырлыҡ та матур иҫтәлектәре менән дә бүлеште. Атайым етәкселек иткән взводтың яртыһы ҡатын-ҡыҙ була, һылыу, мыҡты 19 йәшлек командирға күҙ атып, «лейтенантик» тип йөрөтәләр. Миңә күптәр ғашиҡ ине, тип көлөп һөйләр ине ул был хаҡта», – ти Мансур ағай.
Яҙыусы буласаҡ ҡатыны Ғәлимә Әғзәм ҡыҙы менән 4-се синыфтан бергә уҡый, һәм һуғыштан ҡайтҡас, яратышып өйләнешәләр. Мансур ағай бала сағын һағынып былай ти: «Ғаиләбеҙ бик татыу булды, йәйғорло үткәндәр ныҡ һағындыра. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып 42 йыл эшләгән әсәйебеҙ оҙон ғүмер кисерҙе, 90 йәшенә саҡ ҡына етмәне һөйөклөбөҙ. Йәйҙәрен тыуған йортонда йәшәһә, ҡыштарын балаларыбыҙҙы, бүләсәрҙәрен бағып, өйөбөҙҙө йәмләне». «Эйе, ҡайным менән ҡәйнәм ғәжәйеп матур кеше булды, – тип Рәмилә Муса ҡыҙы ла ҡушыла. – Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәндәрен бирергә әҙер инеләр. Ҡайным Өфөгә килһә, кибеткә инеп, берҙән-бер ейәнсәре Айгөл өсөн: «Миңә иң ҡупшы, иң ҡиммәтле күлдәкте алып бирегеҙ», – тип һатыусыларҙан иң матурын һайлатыр ине. Ҡәйнәм инде беҙҙең терәк-кәңәшсебеҙ ҙә, таяныс-серҙәшебеҙ ҙә булды, каникулдар башланыу менән балаларыбыҙ Яугилдегә ашҡынды».
Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе Ҡырмыҫҡалы һылыуы Рәмилә Муса ҡыҙы бар ғүмерен киләсәк быуында туған телгә һөйөү уятыуға арнаған.
Ғаян Лоҡман улы Лоҡманов
1923 йылдың 30 июнендә Ҡариҙел районы Яугилде ауылында тыуған. Уның «Ҡояш сығыр алдынан» романы һәм «Аҡҡош күле», «Ағым һыу», «Әсә йөрәге», «Тирәк шаулай», «Һибелә сәскә» исемле хикәйә һәм повестар китаптары донъя күргән.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.