-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең шәжәрә
28 Август 2021, 11:10

Мөхәмәтша нәҫеленән улар

Милләтебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге төрлө өлкәләрҙә абруй ҡаҙанған арҙаҡлы шәхестәргә һәм ата-бабалар рухын һаҡлаған, уны йәш быуынға еткерә килгән ғаиләләргә бәйле. Баймаҡ районы Йылым ауылында үткән Абдуллиндар араһының шәжәрә байрамы быны раҫлаған матур сара булып күңелдә ҡалды.

Мөхәмәтша нәҫеленән улар
Мөхәмәтша нәҫеленән улар

Ғорурланыр өсөн урын бар

Абдуллиндар бөгөн республикабыҙҙың төрлө райондарында һәм ҡалаларында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәй. Райондың Юлыҡ ауылында төпләнгән Дәминдәр – Мөхәмәтшаның дүртенсе улы Мотаһарҙың вариҫы. Ул тормош иптәше Вилүрә Йәүҙәт ҡыҙы менән өс ул – Абдуллиндарҙың быуын ебен бөгөн дауам итер бынамын тигән ир-егеттәр тәрбиәләп үҫтереүе менән оло ихтирамға лайыҡ.

Дәминдәр Мотаһар улы быйыл мартта алтмыш биш йәшен туйлаған. Ошо матур тормош үренән артҡа бағып, ул һис үкенмәйенсә, Хоҙай биргән ғүмерҙе исрафламаным, тип әйтә алалыр, тим. Тормоштоң тәме лә, мәғә­нәһе лә уның өсөн – ғаиләһе. Һуң ғына өйләнеп тә (31 йәшендә) өлөшөнә уңған, сабыр, аҡыллы кәләш тура килеүе Аллаһ Тәғәләнең бүләге булғандыр.

Урман төбәгендә тыуып үҫкән ғаилә башлығы ғүмерен ағас эшенә бағышлай. Йылымда, Баймаҡта, Юлыҡта йәшәгәндә лә урман ҡырҡа, таҡта яра, балта оҫтаһы һөнәрен башҡара. Ауыр хеҙмәт ул – ағас эше. Был тармаҡтан юҡҡа ғына хаҡлы ялға биш йыл алдан ебәрмәйҙәр бит. Ун беренсе биш йыллыҡ еңеүсеһе, 1977 һәм 1979 йылдарҙа «Социалистик ярыш ударнигы» знактары, бик күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә, ике йыл рәттән районда үҙ һөнәре оҫтаһы булып таныла. «Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны» тигән лайыҡлы исемде лә йөрөтә Дәминдәр Мотаһар улы. 

Вилүрә Йәүҙәт ҡыҙы ғүмерен медицинаға бағышлай. Ҡырҡ йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә. Эшенән китеүенә инде бер йылдан ашһа ла, ярҙам һорап, йыш мөрәжәғәт итәләр уға. Ипле холоҡло уңған хужабикә булараҡ та танылған ауылдаштары араһында ул. Үҙҙәренең хәләл көсө менән һалып сыҡҡан күркәм йорттоң ялт итеп тороуы, сәскәләргә күмелгән ихата был турала әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Ә хужаның оҫта ҡулдары тейгән йорт-ҡура төҙөклөгө, килешлеге йәһәтенән һүҙ тейҙергеһеҙ.

Егәрле, татыу, бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәттә булған ғаиләлә тыуған балалар ҙа – уңған, тырыш, сәмсел. Мәктәптән – алтын миҙал, юғары уҡыу йорттарынан ҡыҙыл диплом алып сыҡҡан улар. Өлкәндәре Данил, ауыл хужалығы университетын урман хужалығы йүнәлеше буйынса тамамлап, Баймаҡ районында республика урман хужалығы министрлығы инспекторы вазифаһын биләй. Наил нефть-техник университетында уҡып, хәҙер «БашНИПИнефть» проект институтында хеҙмәт итә, Рәил дә шул уҡ уҡыу йортоноң магистратураһы дипломы менән быйыл ағаһының эргәһенә эшкә урынлашҡан. Хеҙмәттә тәрбиәләнгән малайҙар аталарының: «Миңә уҡыу эләкмәне, малды ҡул көсө менән таптым. Уҡығыҙ, тормошоғоҙ ҙа башҡаса булыр», – тигән һүҙен тотоп, тырышып ғилем ала, хәҙер абруйлы  урындарҙа эшләйҙәр, Абдуллиндар нәҫеленең бәҫен күтәрәләр. Башҡорт йәштәренең өлгө алырлыҡ вәкилдәре булыуҙары менән дә иғтибарға лайыҡ улар. Наилдең дин юлынан барыуы, иманлы мосолман ғаиләһе ҡороуы – быға тағы бер дәлил генә. 

 

Ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, тыуған ер тарта

Ил буйлап һибелгән Абдуллиндарҙы тыуған төйәктәре – Йылым тартып тора һәр саҡ. Эйе, уларҙың ҡайтыр ере, бәләкәй Ватаны бар. Ауылдан сығып китеүҙәренә нисәмә йылдар үтһә лә, бында сит кеше түгел Мөхәмәтша ҡартаталарының вариҫтары. Нурфәиздең Миңлехан улы атай нигеҙен һыуытмай ауылда йәшәй, ә Мотаһарҙың өлкән улы, үкенескә ҡаршы, был донъялыҡтан бик иртә киткән Дәлхә инде тамам тарҡалған Йылым урман эшкәртеү хужалығы участкаһын яңынан тергеҙә. Хәҙер өлкән улы Руслан дауам итә уның эшен. Урман ҡырҡыуҙа, таҡта ярыуҙа туғыҙ кешегә эш биргән. Һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштары исемен мәңгеләштергән обелискыны яңыртыу, балалар майҙансығын ҡороу, «Мин Йылымды яратам!» бәләкәй архитектура объектын ҡуйыу – былар һуңғы йылдарҙа уның һәм туғандарының башланғысында ауылдаштары ярҙамы менән атҡарып сыҡҡан күләмле эштәре.  

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: