«Бала сағым ауыр һуғыш йылдарына тура килде. Әсәйҙәр эшкә киткәс, күрше ҡыҙҙар менән өйҙә ҡалабыҙ. Таҫтамалды, ултырғыс япмаһын ҡурсаҡ итеп төрөп, башына үҙебеҙҙең яулығыбыҙҙы бәйләйбеҙ. Уларҙы аяҡтарыбыҙға һалып, үҙебеҙсә көйләп, тирбәтә торғайныҡ. Был беҙҙе тәртипкә, бәләкәй балаларҙы матур итеп тәрбиәләп ҡарарға өйрәткән. Шул уҡ ваҡытта юҡты бар итергә, донъяның матур яғына иғтибарҙы йүнәлтергә лә күнеккәнбеҙ. Әле инде ҡурсаҡтарҙы матур, төрлө материалдан эшләргә була», – ти ул.
Р.S. Рәйсә Харис ҡыҙы «Шәшкеле» уйынын видеоға төшөрөп ебәргән. Бәйгегә килгән видеояҙмаларҙы «Башҡортостан ҡыҙы» журналының социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә ҡарарға була.
Телмәр үҫтереүсе уйын
Әбйәлил районы Таштуй ауылында йәшәгән Дилара Нурғәлина дидактик уйындар тәҡдим итә. Уйынсыҡ фетрҙан, туҡыманан тегелгән, таҫмалар, сәйләндәр, төрлө ҡаптырмалар, төймәләр ҡулланылған. Улар мәктәпкәсә йәштәге баланың ваҡ моторикаһын, телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бәләкәс һанарға, геометрик фигураларҙы, төҫтәрҙе айырырға һәм атарға ла өйрәнә.
«Фетр – йомшаҡ, уңайлы материал, уның менән эшләүе еңел, шул уҡ ваҡытта тотоп уйнауға йәтеш. Ҡулдан эшләнелгән
уйынсыҡтарҙы балалар бик ярата», – ти Дилара.