-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары

Башҡорт халҡының матур бер йолаһы бар – кис ултырыу. Көндәр ҡыҫҡарған, ә төндәр, киреһенсә, оҙонайған осорҙа, иртәнән алып кискә тиклем һуҙылған йәйге эштәр тамамланғас, ҡыҙҙар, йәш ҡатындар бергә йыйылған. Күңелле ваҡиғаларға бай булмаған ауыл тормошо өсөн был үҙенә күрә байрам кәйефе биргән.

Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары
Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эше лә тотоп килгән. Оҫталар бер-береһе менән серҙәрен бүлешкән, кем яҡшыраҡ сигә йә бәйләй, тип үҙ-ара ярышҡан, еп, туҡыма киҫәктәре менән дә уртаҡ-лашҡан. Әлбиттә, эш мәлендә күңелдәрен бушатҡандар, йыр һуҙғандар, хатта бер аҙ күрәҙәлек ҡылғандар. Хужабикә табын әҙерләгән, милли ризыҡтар менән ҡунаҡтарын һыйлаған, ҡыҙҙар ҙа күстәнәстәренән тәмләткән. Бындай кистәр бик йыш ҡабатланмағас, уларҙы көтөп алғандар.

Ваҡыт үтеү менән күп ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, хатта байрамдарыбыҙ онотолған, юғалып ҡалған, көнүҙәк-леген юғалтҡан. Революциялар һәм һуғыштар, коллективлаштырыу, индус-триализация, тиҙ, әүҙем тормош ҡатын-ҡыҙға иркенләп, яйлап, тыныс ҡына ултырырға мөмкинлек ҡалдырмаған. Әммә кешеләрҙең төпкө аңында нәҫел-тамырҙарына, матур традицияларына ынтылыш һаҡланған, хәҙер ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ тергеҙелә, халҡыбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу үҫә. Беҙ олатайҙарыбыҙҙың, өләсәйҙәребеҙҙең кем булыуы, ни менән шөғөлләнеүе, нисек ял итеүе хаҡында белергә теләйбеҙ. Тыуған яғынан алыҫта йәшәгәндәр өсөн был айырыуса мөһим. Улар яҡташтарын эҙләй, берләшә.

Мәскәү башҡорттарының байтаҡ коллективтары араһында «Сәсән» автономлы коммерция булмаған ойошмаһы айырылып тора. Уның етәксеһе Әлфиә Миңлеғәлләм ҡыҙы Агеева үҙе янына талантлы һәм ихлас кешеләрҙе йыя. Байтаҡ артистар һәм рәссамдар, шағирҙар һәм яҙыусылар, музыканттар, йырсылар, бейеүселәр үҙ юлын тап «Сәсән»дә башлаған. Бында ирек-мәндәр эше киң йәйелдерелгән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, балалар йорттарына гуманитар ярҙамдар ойошторола. Әлбиттә, халыҡ кәсептәренә ҙур иғтибар бүленә.

Үҙәктә улар күптән түгел «Кис ултырыу» тематик сараһын уҙғарҙы. Был  ҡыҙыҡлы байрамды «Сәсән» ойошмаһы эргәһендәге «Ҡусҡар» ижади оҫта-ханаһы етәксеһе Гөлназ Ҡорамшина ойошторҙо һәм алып барҙы.

Гөлназ Салауат ҡалаһында тыуған. Өфөлә йәшәгән сағында уҡ ул башҡорт костюмдарын, милли биҙәүестәрҙе реконструкциялау менән шөғөлләнә. «Мәскәүҙә былар береһенә лә кәрәкмәйҙер, ул шөғөлгә урын юҡтыр, тип уйлай инем», – тип бүлешә Гөлназ. Ысынында, тап ошонда оҫтабикә тарих менән ихлас ҡыҙыҡһынған, башҡорт кейеменә һаҡсыл мөнәсәбәттә булған фекерҙәштәрен таба. Ул дәрестәр бирә.  Үҙе лә туҡтауһыҙ өйрәнә, тәжрибәһе, маһирлығы менән бүлешә, оҫталыҡ дәрестәре һәм тематик осрашыуҙар үткәрә. Талантлы ижадсы костюмдар реконструкциялай, уларҙы үҙе эшләй, тарихҡа, килеп сығышына ҡарап яңырта, милли кейемдәр, биҙәүестәр, уларҙың элементтары, мәғәнәләре тураһында һөйләй. Башҡорт кейеменең бит һәр өлөшө, һәр биҙәге ниндәйҙер мәғәнәгә эйә.

Гөлназ тыуған еренән алыҫта, Томск ҡалаһында үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Томск университетының физика-техник факультетында белем ала. Тыуған еренә, Башҡортостанға ҡайтҡас, ул халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә ни хәтлем һыуһағанын тоя. Айырыуса дәртләнеп телде, тарихты өйрәнә, тематик осрашыуҙарға, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй. Ҡашмау тегергә өйрәнә, артабан ҡатмарлыраҡ кейемдәргә тотона. Ҡул эше менән шөғөлләнергә яратҡан ҡыҙға был ауыр булмай. Өләсәһенә селтәр әҙерләп биргәнен ғорурланып иҫкә ала ул. Бының өсөн байтаҡ материалдар туп-лай, өйрәнә. Күп фотоларҙа сәхнә кейемдәре һынландырыла. Ә Илдар Ғатауллиндың эштәрен күргәс, уларҙы боронғо кейемдәр, тип уйлай. Баҡтиһәң, Илдар милли биҙәүестәрҙе бик нескә итеп реконструкциялай икән. Гөлназ да ошо юлды һайлай. Бер сарала Әлфиә Агеева менән таныша, был ос-рашыу уны «Сәсән» ойошмаһына килтерә. Бында һәләтле һылыу «Ҡусҡар» ижады оҫтаханаһын етәкләй, хәҙер ойошма ағзаларын милли кейемде яратырға, һаҡсыл ҡарашҡа өйрәтә.

Кисәлә Гөлназ башҡорт костюмы өсөн традицион булған соляр биҙәк тураһында һөйләне, ҡояш һынландырылған брошь әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Гүзәл заттар, кис ултырып, ҡояшлы броштар эшләне.

Әлбиттә, кис ултырыу сәйһеҙ булмай. Ғөмүмән, башҡорт ойошма-һында барлыҡ сара ла милли ризыҡтар тәмләү, сәй эсеү менән тамамлана.

Әлфиә ВӘЛИТОВА.

Мәскәү ҡалаһы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2024) һанында уҡығыҙ.

Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары
Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары
Кис ултырҙы Мәскәү һылыуҙары
Автор:
Читайте нас: