Талантты ул, һис шикһеҙ, атаһы Сулпан ағайҙан, әсәһе Фәрхинур апайҙан, матур, йомшаҡ тәбиғәтле Ейәнсура еренән, сабыр ҙа, ғәҙел дә яҡташтарынан алғандыр. Дүрт ҡыҙ янында бер малай бик иркә лә, шул уҡ ваҡытта ҙур яуаплылыҡ тойоп үҫә. Сәнғәт училищеһында, академияла уҡыу йылдарында ла, Учалы, Өфө филармонияларында эшләү осоронда ла ул үҙенә бик талапсан, һәр эшен аҙағына тиклем матур итеп башҡарып ҡуйыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Илсур Тайсин боронғо башҡорт һәм заманса эстрада йырҙарын башҡарыусы йырсы, ҡурайсы, ҡумыҙсы һәм пародист, талантлы актер булып халыҡ күңелендә урын алған. Шундай кешенең татыу, ҙур, мөхәббәтле ғаиләһе менән танышып китәйек.
Өфөлә эшләгән йылдарында ул Миәкә һылыуы Нурзидә менән тормош ҡора. Әйтеп үтеүебеҙсә, Илсур бала саҡтан ҙур ғаилә тураһында хыяллана. Ә хәләл ефете Нурзидә, киреһенсә, мәктәптә уҡыған сағында уҡ: «Һәйбәт кешегә кейәүгә сығам, малай һәм ҡыҙым тыуа, карьера эшләйем – минең өсөн иң өлгөлө ғаилә шулай була», – тип фекер йөрөтә. Кейәүгә сыҡҡас, ике йылдан – Әмирә, тағы ике йылдан Биназир исемле ҡыҙҙары тыуа (был исемде ҡайҙан тапҡандарҙыр, уныһы сер булып ҡалһын). Йәш әсә аптырай: малай юҡ бит! Эшендә яңы үрҙәргә үрләргә, еңел машинала выжлап ҡына йөрөргә, тип уйлаған ҡатын, әсә булғас, яңынан асыла, бөтөнләй икенсе тойғолар кисерә, сабыйҙарына ҡарата һөйөү хисе уны яңы маҡсаттар ҡуйыуға этәрә. Эйе, баланы яҡты донъяға килтереү генә аҙ, уларҙы шәхес итеп үҫтереү, юл күрһәтеү, маҡсатлы кешеләр тәрбиәләү тормоштоң иң мөһим ҡануны икәнен аңлай. Һәм атай менән әсәй, балалар педагогикаһы өлкәһенә сумып, тәрбиә ысулдарын, ҡағиҙәләрен, алымдарын эҙләй, өйрәнә башлай. Оло балаларына алты йәш тулғанда өсөнсө ҡыҙҙары Мәликә тыуа. Унан һуң, барыһын ҡыуандырып, улдары Ибраһим донъяға килә. Тағы ике йылдан, йырҙа йырланғанса, «беҙ әсәйҙең биш балаһы» тип Әлимә исемле ҡыҙ, апайҙарын, ағаһын һөйөндөрөп, донъяға ауаз һала. Һәр ағзалары теүәл, иҫән-һау тыуған балаларына ҡыуанып, шатланып, ауыл ерендә йәшәп китәләр.
Балалар өсөн тәбиғәт ҡосағы иҫ киткес файҙалы, тәбиғәтте һаулыҡты һаҡлауҙа, тормошҡа ижади ҡарауҙа, дөрөҫ фекерләргә өйрәтеүҙә беренсе остаз тип һанаһаҡ, һис тә хата булмаҫ. Ауыл ерендә иң талантлы яҙыусылар, артистар, рәссамдар донъяға килә торған. Тәбиғәт беҙгә ярҙам итә. Тайсиндар быны яҡшы аңлай. Балаларҙы физик яҡтан үҫешкән осоронда сыныҡтырырға кәрәклеген бер ғилми хеҙмәттә уҡығас, дүрт йәштән һәр береһен теннисҡа йөрөтә башлайҙар, башта – Зубово ҡасабаһына, унан һуң – Өфөгә. Ата-әсәнең һәм балаларының бәхетенә күрә, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, уҡыһалар ҙа, тик талантлы, һәйбәт педагогтар тап була. Коронавирус шашҡан ваҡытта теннис түңәрәктәре ябылып тора, шуға күрә лә Әмирә аҙаҡ Шамонинда саңғы түңәрәгенә йөрөй. Әгәр ҙә ярышта еңеү яуларға, һөҙөмтәһен күрергә теләһәгеҙ, аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнергә кәрәк, ти тренерҙар. Әмирә күп тапҡыр саңғы ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй килә, уға баһа булып грамоталар һәм миҙалдар диуарҙы биҙәй. «Әмирә, баш бала булараҡмы, бар эшкә лә яуаплы ҡарай. Һәр кеменең физик һәм ижади шөғөлө булырға тейеш. Оло ҡыҙыбыҙ сигеү, сәйлән теҙеү, тегеү, бәйләү оҫталыҡтарын да үҙләштерә. Нимә менән шөғөлләнгеһе килһә лә, ризалыҡ бирәбеҙ һәм кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алабыҙ», – тип үҙенең төп таянысы булған ҡыҙы тураһында һөйләй Нурзидә Тайсина.
Аталары, сәхнә, ижад кешеһе булараҡ, балаларының төплө белем алыуын, уңышлы һөнәр үҙләштереүен теләй. Уларҙы артист итеп күргеһе килмәй. Әммә атай-әсәйҙән, тәбиғәттән бирелгән талант тигән нимә лә бар бит донъяла. Икенсе ҡыҙҙары Биназир ҙа теннисҡа теләп йөрөй, спорт класында уҡый, әммә...
Лилиә СЫҢҒЫҘОВА,
РФ Почетлы мәғариф хеҙмәткәре,
Өфө районы Шамонин ауылының «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2024) һанында уҡығыҙ.