-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Герой-әсә Рәхимә апай

Әбйәлил районы Ҡужан ауылының тап уртаһында, ауыл клубына юл аша, балалар баҡсаһына күрше булып, Герой-әсә Рәхимә Мостаҡованың өйө урынлашҡан. Көҙгөләгеләй, ил яҙмышы сағыла ошо ғаилә тарихында.

Герой-әсә Рәхимә апай
Герой-әсә Рәхимә апай

Рәхимә апай 1930 йылда Салауат ауылында ишле ғаиләлә кинйә ҡыҙ булып донъяға тыуа. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгәс, иң ауыр һынауҙар төшә кескәй иңдәренә. Тиңдәштәре менән, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ниндәй генә эштәр башҡармайҙар! Аслыҡ-яланғаслыҡты, юҡлыҡты күреп үҫкән ул быуын балалары. Шуғалыр ҙа тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр.

1951 йылда Рәхимә Күсәр ауылынан Мостаҡов Таип исемле егеткә кейәүгә сыға. Ҡыҙ ике ҡәйнә, дүрт ҡәйнеш йәшәгән йортҡа килен булып төшә.

Күп тә тормай, бер ҡәйнеше өйләнә, кәләше лә ошо бәләкәй генә йортҡа күсеп килә. Бер бүлмәле бәләкәй генә өйҙә шунса кеше һыйып, татыу ғүмер итә.

Йәштәр, үҙ мөйөшөн булдырып, айырым донъя көтөргә ынтыла. Таип ағай, Ҡырҡты тауы аша барып, Исхаҡ ауылынан ҡарағас өй бураһы һатып ала. Бураны алып ҡайтыр өсөн колхоз ете ат бирә. Ауыр ҡарағас бүрәнәләр ете ылауға ғына һыймай. Ҡалғанын үгеҙ егеп ташып ҡуялар. Таип ағай колхоз эшенән бушамай, бура күтәрергә һис ваҡыт тапмай. Рәхимә апайҙың атаһы килеп, өмә менән өйҙө эшләйҙәр. Йәштәр шулай яңы йортҡа күсенеп сыға. Рәхимә апай атаһының ярҙамына ғүмер буйы рәхмәтле: «Атайлы бала арҡалы була шул», – тип һөйләй.

Ике балалары тыуғас, йәш ғаилә ауылдан китергә мәжбүр була: Күсәр «перспективаһыҙ» тип табыла. Мостаҡовтар өйҙәрен Ҡужан ауылына күсереп һала. Нигеҙ өсөн урынды ауыл осонан бирәләр, Таип ағай: «Ауыл осонда йәшәр булһам, Күсәрҙән дә күсмәҫ инем!» – тип, өйөн ауыл уртаһына ултырта. Ҡоҙоҡ, ҡар баҙы, картуф баҙы эшләп, йәштәр дәртләнеп йәшәп китә. Ҡоҙоҡто ун ике метр тәрәнлеккә ҡул менән ҡаҙып, эстән ҡарағас менән бурайҙар, күршеләре инеп һыу алһын өсөн, айырым ҡапҡа эшләп ҡуялар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тырышып донъя көткән Таип ағай 55 йәшендә генә вафат була. Рәхимә апай ун бер бала менән тороп ҡала. Шәплеге, ныҡлығы менән бесәнен дә саба, ҡышҡылыҡҡа утынын да әҙерләй, гөрләтеп баҡса ла үҫтерә. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, балаларын үҫтереп, туйҙар үткәреп, һәр береһен башлы-күҙле итә.

Хәҙерге көндә Герой-әсә Рәхимә апай – Ҡужан ауылының йәме, иң оло абруйлы кешеһе. Ағинәй бер намаҙын ҡалдырмай, ураҙаларын тотоп, барыһына яҡшы теләктәр теләп, өгөт-нәсихәттәрен әйтеп, йәштәргә өлгө булып ғүмер итә. Быйыл июнь айында үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында урыны түрҙә генә булды.

Рәйлә ХАФИЗОВА.

Әбйәлил районы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Герой-әсә Рәхимә апай
Герой-әсә Рәхимә апай
Автор:
Читайте нас: