-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөҙйәшәр инәй хикмәте

Илеш районы Исәмәт ауылында ҙур ғаиләлә унынсы бала булып донъяға килә Вәсимә Ғарип ҡыҙы. Бәләкәстән юғалтыуҙар аша үтергә, һуғыш михнәттәрен кисерергә, ауыр хеҙмәтте үҙ иңендә иртә татырға тура килә уға. Еңел булмаған яҙмыш юлы үтһә лә, бына яңыраҡ хөрмәтле инәй үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршыланы. Һис ҡул ҡаушырып ултырмай ул әле лә. Зиһене асыҡ, хәтере яҡшы, күңеле таҙа, йөрәге көслө йөҙйәшәр инәйҙең. Быйыл да, балаларына әйтмәй генә, картуф ултыртҡан. Баҡсалағы йәшелсәләргә һыу һибеп ҡарай, сүптәрен утай, көҙҙәрен яйлап үҙе ҡаҙып ала. Донъяһы ла таҙа, йыйнаҡ, зауыҡлы. Мендәрҙәренең тышы, башына сөйгән яулығы, хатта биленә бәйләгән алъяпҡысы ла ап-аҡ булып балҡып тора. Тормошҡа зарланмай, ауыл ерендә эштән йәм табып, бөгөнгөһөнә һөйөнөп ғүмер итә ул.

Йөҙйәшәр инәй хикмәте
Йөҙйәшәр инәй хикмәте

«Мин 1924 йылда бесән йыйған матур миҙгелдә донъяға ауаз һалғанмын. Бәләкәй сағымда өй тулы бала ине, әммә, үкенескә ҡаршы, төрлө ауырыуҙар арҡаһында ағай-апайҙарым үҫмер йәшенә лә етмәй бер-бер артлы мәрхүм булды. Иҫән ҡалған бер апайым һәм ҡустым менән үҫтек. Репрессиялар башланғас, атайымды, кулак мөһөрө тағып, һөргөнгә оҙаттылар. Йорт-ҡурабыҙҙы, малдарҙы тартып алғас, беҙ әсәй менән урамда тороп ҡалдыҡ. Ауылдыҡылар, беҙҙе йәлләп, буш торған өйгә индерҙе. Эй, балаҡайым, бәлә-ҡаза яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәй, унда ут сығып, тағы торлаҡһыҙ ҡалдыҡ, – тип бала сағында йөрәгенә үткән хәтирәләрҙе бәйән итә йөҙйәшәр. – Ете класты тамамлағас, һабан тотторҙолар, ер һөрҙөк, тырматтыҡ, көлтә ташып, әүен һуҡтыҡ. Унан урман ҡырҡырға, торф сығарырға ебәрҙеләр. Ашау юҡ, аяҡ-ҡулдар боҙ булып туңа, түҙгеһеҙ ауыр. Биш ҡыҙ ауылға ҡасып ҡайтырға мәжбүр булдыҡ. Шунан Восток ауылындағы балалар йортона һаҡсы итеп урынлаштырҙылар, йыйыштырыусы, һауыт-һаба йыуыусы эшен дә башҡарҙым».

Эшкә маһир, отҡор Вәсимәне Сейәле-Әтәс ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында ете йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан, колхозда бригадир булып эшләгән Маҡсатҡа димләп кейәүгә бирәләр. Үҙҙәре кеүек эшһөйәр өс ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерә бәхетле Әхмәҙуллиндар. Маҡсат Ғиззәт улы оҙаҡ йылдар колхозда эшләй: ферма мөдире, завхоз, профком рәйесе була.

Алтмыш йылға яҡын, бер-береһен ҡәҙерләп, татыу ғүмер итә улар.  Әле Вәсимә инәйҙең тормош иптәшен ерләгәненә лә 13 йыл булып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2021 йылда берҙән-бер улы Фәүетенең дә кинәт мәрхүм булыуы йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған әсәнең. Инәй үҙ йортонда яңғыҙ йәшәй. Һалҡын ҡыштарҙа ҡыҙҙарында ҡунаҡ була. Өфө эргәһендәге Затон биҫтәһендә шәхси йортта йәшәгән Нәзифә ҡыҙына ла, Черниковкалағы Ләйләһенә лә, Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында донъя көткән Наиләһенә лә ҡыуанып бара ул. Сөнки Вәсимә инәй белә: ипле, уңған итеп тәрбиәләгән ҡыҙҙары уның күҙҙәренә генә ҡарап торасаҡ.  Алты ейән-ейәнсәре, алты бүлә-бүләсәре лә теремек, әле лә шаян, үткер телле өләсәләрен ярата, уға төрлөсә ярҙам итә.

«Беҙҙең әсәй – өлгөр, етеҙ, сәмле кеше ул. Атайым уҡымышлы булды, әсәйем дә, уға эйәреп, белемгә ынтылды. Бөтә гәзит-журналдарҙы яҙҙырып уҡып барҙылар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, дин юлына баҫтылар. Әсәйем әле лә намаҙ-доғаларын ҡалдырмай, балаларына, тыуған илгә бәхет, именлек теләй. Эшләргә тыйһаҡ та, тик кенә ултырмай ул, таяғына таянып баҡсаға сығып китә лә, тиҙ генә эштәрен тамамлап, таяғын да онотоп, дәртле баҫып килеп инә. Яҙҙарын үҙе картуф, йәшелсә-емеш ултырта, уларҙы утай, йыя. Былтыр йөҙ биҙрә картуфты «ыһ» та итмәй ҡаҙып алған ине. Баҡсаһы йәмле, түтәлдәре таҙа була уның, әле ҡыҙарып бешкән алмаларҙы ла  ейәндәренә тип кәрзингә өйөп йыйып ҡуйған. Эҫе итеп мунса инергә, хәл белергә ингәндәрҙе үлән сәйе менән һыйларға, улар менән һөйләшеп ултырырға ярата», – тип йылмая төпсөк ҡыҙы Наилә.

Бәхетте, юғалтыу-ғазаптарҙы, шатлыҡты, мөхәббәтте, уңышты – үҙ ғүмерендә күпте күргән ул. Әммә йөрәге түрендә йәшәү ҡөҙрәте биргән бәхет ҡуҙын һүндермәй, яҡты аҡыл менән йәшәй белә уңған инәй. Ошо тылсымлы халәт уны әле лә һөйкөмлө, матур итә.  Сәләмәтлектә, яҡындарығыҙ хәстәрендә бәхетле ғүмер итегеҙ, Вәсимә Ғарип ҡыҙы!

 

Илеш районы.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: