+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауылыбыҙ йәме

Миәкә районының Боғҙан ауылы «Димкәй» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле – XX быуаттың 80-се йылдар башында районыбыҙҙа беренселәрҙән булып ойошторолған бай тарихлы, заман талаптарына яуап биргән, үҙенсәлекле, дәртле һәм йөкмәткеле сығыштары менән билдәле сағыу коллектив ул. Күптән түгел ҡояшлы бер көндә ошо башланғыстың  40 йыллыҡ юбилейын, районды шаулатып, ауыл советы менән берлектә, байрамса биҙәлгән мәктәптә байтаҡ ҡунаҡтар йыйып билдәләне ансамбль.

Ауылыбыҙ йәме
Ауылыбыҙ йәме

Ҡунаҡтар араһында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Лиза Нәзип ҡыҙы Сәхәпова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәлил Хәбирйәл улы Махиянов, ветерандар советы рәйесе Нәбирә Хәмзә ҡыҙы Фәхретдинова, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зоя Петровна Степанова, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлназ Хиләжетдин ҡыҙы Шафиҡова, ауыл советы биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Мазһар улы Кәримов ҡатнашты. Сараны 18 йыл ауыл клубын һәм «Димкәй» ансамблен етәкләгән, әле уның солисы булып торған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Хәннәф Шакир улы Садиҡов Кәбир Ноғманов һүҙҙәренә Вәкил Мурзин көй һалған «Ауылым минең Боғҙан» исемле йыр менән асып ебәрҙе. Матур сығыштар, ҡотлау сәләмдәре, бүләкләүҙәр йыр-моң менән үрелеп барҙы. 80 йәшлек дәртле инәйҙәр Клара Әһлиулла ҡыҙы менән Розалия  Шәрип ҡыҙының таҡмаҡтар әйтеп бейеүе, Фирүзә Ғибәҙуллина һәм Рәлиф Насировтарҙың өҙҙөрөп баянда уйнап йырлауҙары килгән тамашасыларҙың, ҡунаҡтарҙың  күңелен әсир итте. Ә ансамблдең солисы Айһылыу Солтанованың боронғо халыҡ йырын башҡарыуы, Харис Йосоповтың гармунда уйнап йырлауы, Гөлсәсәк Насированың сығышы халыҡты илһамландырҙы. «Йәншишмә» һәм  «Аҡ тирәк» фольклор ансамблдәренең ҡотлау сәләмдәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы, уларға ҡушылып бейешеп, йырлашып та алды тамашасылар. Иң аҙаҡ  «Димкәй» һәр кемде бала сағына алып ҡайтҡан «Күгәрсен тауында –  яҙғы уйын» тип исемләнгән фольклор байрамы күрһәтте. Байрам сәй табыны менән тамамланды. Алдағы йылдарҙа ла ансамблгә дәрт-дармандарын һүрелтмәй яңынан-яңы үрҙәр яуларға һәм бик күп тапҡыр юбилейҙар уҙғарырға насип булһын.

Уҙған быуат аҙаҡтарында колхоздар һәм партияның көслө сағы ине, халыҡ ижадына, сәнғәткә иғтибар ҙур булды. Ауыл мәҙәниәт йортона күп бейеү костюмдары ҡайтарылды, колхоз көсө менән ремонт эштәре башҡарылды. Боғҙан ауылы мәҙәниәт йортона художество етәксеһе  булып Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлаған йәш белгес Зөлфиә Тимерова килгәйне. Дәртле, оҫта бейеүсе, ойоштороу яғынан һәләтле һылыуҙан уңды ауылыбыҙ. Тормош иптәше, мәҙәниәт йорто директоры Илдар Тимеров менән улар халыҡ өсөн эшләне. Музыка ҡоралдары ансамбле төҙөлдө, театр түңәрәге яңы һулыш алды. Шул йылдарҙа Зөлфиә Тимерованың башланғысы менән ауылдың пенсия йәшендәге инәйҙәренән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан фольклор ансамбле ойошторолдо, ул «Алтын мираҫ» тип  исемләнде. Йырға-моңға оҫта өлкән йәштәге апайҙар,  әсәйҙәренән, инәйҙәренән һорашып, үҙҙәренә сәхнә өсөн боронғоса ҡупшы күлдәктәр, алъяпҡыстар текте. Улар халыҡ йырҙарын, үҙебеҙҙең Дим буйы төбәгенә генә хас булған таҡмаҡтарҙы, дәртле бейеүҙәрҙе, боронғо уйындарҙы, йолаларҙы тергеҙҙе һәм халыҡҡа сығарҙы. Апайҙар тирә-яҡ ауылдарҙа концерттар менән сығыш яһаны, районда һәм республикала уҙғарылған һәр төрлө сараларҙа ҡатнашты. Тәүге фольклор төркөмөндә Мөкәрәмә Мифтахова, Гөлшат Рәфғетдинова, Әминә Зиязетдинова, Сәғүрә Рәхмәтуллина, Гөлйыһан Шафиҡова, Кәбирә Латипова, Фәһимә Мифтахова, Мәҙинә Ғәзизуллина апайҙар ине. Гөлйыһан апай Шафиҡова  һәр байрамға, һәр сығышҡа яңы таҡмаҡтар уйлап сығарып, халыҡты шаҡ ҡатыра торғайны (Беҙ әле лә уның таҡмаҡтарын яратып йырлайбыҙ). Йылдар үтеү менән уларҙы Лена Ғөбәйҙуллина, Клара Ноғманова, Розалия Баһауетдинова, Миңлегөл Таһирова, Ҡәнифә Хәбирова, Һәҙиә Хәбибуллина, Рәмзиә Саттарова апайҙар алыштырҙы. Байтаҡ йылдарҙан һуң өсөнсө быуын вәкилдәре Рәзилә Әхмәтгәрәева, Ләлә Тимербаева, Венера Рамазанова, Гөлсимә менән Харис  Йосоповтар, Хәннәф Садиҡов, Мәүсилә Хәбирова, Әнфисә Латиповалар,  ансамблгә «Димкәй» исемен биреп, заман талаптарына таянып ижад итәләр. Ә һуңғы биш йыл арауығында коллектив инде дүртенсегә, яңынан  тулыландырылды. Әлеге көндә  ун дүрт ҡатын-ҡыҙ, өс ир-егет, бер нисә бала ансамблдең ағзаһы булып тора, өлкән йәштәгеләрҙән ауыҙ-тел ижадын өйрәнеп, уларға яңы һулыш бирә.

Һуңғы йылдарҙа ансамбль халыҡ араһында  киң билдәлелек яуланы, ауылдағы  бер генә сара ла уларҙан башҡа үтмәй. Шәмбе өмәләренән, волонтерлыҡ менән шөғөлләнеүҙән, спорт уйындарынан, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә тәрбиәүи эштәр алып барыуҙан да ситтә ҡалмайҙар. «Димкәй» район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, тирә-яҡ ауылдарҙа сығыш яһап, байтаҡ маҡтау грамоталарына, дипломдарға, рәхмәт хаттарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.

Зөлхизә Әмирова,

Миәкә районы Боғҙан ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе,

«Димкәй» ансамбле ағзаһы.

Ауылыбыҙ йәме
Ауылыбыҙ йәме
Автор:
Читайте нас: