+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер йортта – мәсет тә, музей ҙа

«Заманында беҙҙә, Әлшәй районы Үрәҙмәт ауылында, ике мәхәллә, ике мәсет булған. Һәм әле бында йома көндәрҙә аҙан тауышы яңғырамауы һис дөрөҫ түгел!» – пенсияға сыҡҡас, 2001 йылда, тормош иптәшем Камил Сибәғәт улы менән шулай тип уйланыҡ та хужаһыҙ ултырған бер йортто хәлебеҙҙән килгәнсә йүнәтеп, иман өйө итергә булдыҡ. Йыуып-таҙартып, һылап-ағартҡандан һуң ул бик күркәм төҫ алды.

Бер йортта –  мәсет тә, музей ҙа
Бер йортта – мәсет тә, музей ҙа

Һәм бына 24 йыл инде Аллаһ йорто ауылыбыҙға нур сәсеп ултыра. 2004 йылда уны «Рабиға мәсете» тип рәсмиләштереп ҡуйҙыҡ. Йыйнаҡ ҡына ошо бинала ғибәҙәт ҡылыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҡаралған: намаҙ уҡырға (ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарға айырым) ике бүлмә, тәһәрәт алыу, кейенеп-сисенеү урыны ла бар. Һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Хәлит һәм Вәлит мәсете» имам-мөхтәсибе Ришат хәҙрәт ярҙамында бында дини тәғлимәт дәрестәре үткәрелә. Диндәштәребеҙ тырышлығы менән намаҙ бүлмәләре иҙәне йылытылып, ҡайнар һәм һалҡын һыу үткәрелеп, ҡаласа шарттар булдырылды. Хәҙер көн һайын ауыл өҫтөндә, халыҡты яҡтылыҡҡа өндәп, аҙан моңо яңғырауына ҡыуанып бөтә алмайым.
Былтыр районыбыҙҙың Иҙрис ауылында тыуып үҫкән эшҡыуар Нияз Алтынғужин һәм уның етәкселегендәге алтын ҡуллы егеттәр мәсетебеҙҙе манаралы итте. Уларға, изге эштә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Аллаһ рәхмәттәре яуһын!
Иман йортон тағы ла матурыраҡ итеү өсөн башланған ремонт быйыл теүәлләнеп ҡуйылыр, тип ниәтләйбеҙ, иншалла.
Мәсет менән бер йортта тарихи музей ҙа урынлашҡан. Уны булдырыуға йөрәгем ҡушыуы буйынса шулай уҡ хаҡлы ялға сыҡҡас тотонғайным. Халҡымдың күңел йәдкәрҙәрен бөртөкләп туплау бөтә булмышымды биләне. Ниндәйҙер әйберҙәрҙе үҙем ауылдан ауылға йөрөп йыйһам, икенселәрен кешеләр килтереп бирҙе. Мөһим тарихи документтар, ҡайһы бер өйҙәрҙә сүп булып ятҡан иҫке кәрәк-яраҡтар музейға «күсеп», ҡабатланмаҫ экспонат, йәнле тарих булараҡ урын алды. Үҙ дәүере, шул осорҙа йәшәүселәр тураһында һөйләүсе был сағыу әйберҙәрҙе күрергә, боронғолоҡто тойорға тип килә бында халыҡ.
Дини һәм мәҙәни-тарихи йүнәлеште бер итеп алып барыу матур емештәр бирә, минеңсә. Һикһәнгә етеп барыуыма ҡарамаҫтан, мөкиббән китеп, яратҡан ғәмәлдәр менән шөғөлләнеп йөрөү – ҙур бәхет! Шундай яҙмыш бүләк иткәне өсөн Ғаләмдәрҙең Раббыһына рәхмәтлемен. Изге ниәттәргә табан атлаған һәр аҙымым, һалған хәләл аҡсаларымдың һәр тине, түккән көс-ҡеүәтем, тиҫтәләрсә йылдар дауамында алып барған хеҙмәтем – Аллаһ ризалығына ирешеү өсөн.
Йәнтөйәгебеҙ өсөн күберәк файҙа килтереүҙә ярышайыҡ, тип саҡырам замандаштарымды. Киләсәк быуынға беҙҙән яҡты иҫтәлек, матур эштәр ҡалһын.

Клара ТУҠАЕВА,
хеҙмәт ветераны.
Әлшәй районы.

Бер йортта –  мәсет тә, музей ҙа
Бер йортта – мәсет тә, музей ҙа
Автор:
Читайте нас: