-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе уҡытыусым

Әҙәм балаһы тормошонда ике кеше иҫ киткес ҙур роль уйнай: береһе – әсәһе, ә икенсеһе – тәүге уҡытыусыһы. Әсә баланы бер ҡулынан тотоп, уҡытыусыһы икенсеһенән етәкләп, бәләкәй һуҡмаҡтарҙан ҙур тормош юлдарына сығырға ярҙам итә.

Беренсе уҡытыусым
Беренсе уҡытыусым

Миңә лә ғүмер үрҙәренән күтәрелгәндә әсәйем һалған аҡыл-иман ғына түгел, беренсе уҡы­тыусым Гөлсөм Ғарифулла ҡыҙы Тағанаева биргән дәрестәр һәм тормош һабаҡтары оло таяныс булды.
Ул 1932 йылдың 20 авгусында Әлшәй районы Сураҡай ауылында Һәҙиә һәм Ғарифулла Тағанаевтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән эшкә батыр, уҡыуға зирәк була. Сураҡайҙа ете класс тамамлағас, ҡар-буран, ямғыр тип тормайынса, алты километр алыҫлыҡтағы Ыҫлаҡ ауылына көн дә йөрөп, урта белем ала.
Уҡытыусы булыу хыялы Өфөгә педагогия институтына алып килә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңыш йылмаймай. «Бер аҙ быуын нығытам да хыялымды тормошҡа ашырам!» – тип талпынып, Шафран тимер юлында ла, тыуған ауылы колхозында ла эшләй. Район комсомол конференцияһында ҡыйыу ҡыҙҙы күреп, етәкселек уға Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы клубында эшләргә тәҡдим итә. Тап шунда таныша ла инде күрше Һарыш ауылы егете Октябрь ағай Ишәев менән. Йәш ғаилә, Һарышта төпләнеп, дәртләнеп донъя көтә башлай. Октябрь ағай колхоз машиналарын йөрөтә, Гөлсөм апай ауыл башланғыс мәктәбендә балалар уҡыта. Дүрт улға, ике ҡыҙға ғүмер бирә улар. Донъяның бөтмәҫ мәшәҡәтенә ҡарамайынса, Гөлсөм апай Өфө 1-се педагогия училищеһын тамамлай.
Һылап аҡланған, мейес яғып йылытылған ҙур булмаған ағас йортта урынлашҡайны мәктәбебеҙ. Уҡытыу­сыбыҙҙың яғымлы ҡарашы, күркәм буй-һыны, һәр беребеҙгә тәфсирләп дәрес аңлатыуы бөгөнгөләй күҙ алдында.
Гөлсөм апай бер ваҡытта ла балаларға тауышын күтәрмәне, хата-хилафлыҡтары өсөн әрләмәне, ипләп кенә төшөндөрөп, матур тәрбиә һалырға тырышты – һәммәбеҙҙе шәхес итеп күрҙе. Бәләкәс йөрәктәребеҙҙә математикаға, туған тел аһәңенә һәм рус теленә генә түгел, әҙәбиәткә, йыр-бейеүгә, спортҡа ла һөйөү уятты.
Ауылда үткәрелгән барлыҡ саралар уртаһында ҡайнап, кешеләргә дәрт өҫтәп йәшәне ул, оҫта ойоштороусы ла булды. Элек, беҙ бәләкәй саҡтарҙа, клубта кинофильмдар күрһәтелә торғайны. Гөлсөм апайҙың фильм башланғансы ауыл халҡы алдында донъя һәм ил яңылыҡтары тураһында лекция менән сығыш яһауҙарын һис онотмайым. Телмәр тотҡанда бер ҡасан да ҡағыҙҙан уҡыманы, күңеленән сыҡҡанды һөйләне. Уҡытыусыбыҙҙың русса матур аралашыуына ла гел һоҡланып ҡараныҡ һәм ул беҙҙе лә шул оҫталыҡҡа өйрәтте.
Гөлсөм апай менән Октябрь ағайҙың алты балаһы ла тормошта үҙ юлын тапты. Шәһит – нефтсе, ә Юлай, Дауыт, Сәғит, атайҙары кеүек, шофер һөнәрен һайланы. Төпсөктәре – Сәғиттәренең ғүмере ҡыҫҡа булыуы ғына әсә йөрәген өтә. Ғәйшә ҡыҙҙары яҙмышын сауҙа эшенә арнай. Фатима иһә әсәһе юлын дауам итә: әле Ҡазан ҡалаһының 117-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Гөлсөм Ғарифулла ҡыҙының ейәнсәре Лариса ла – мөғәллимә, районыбыҙҙың Түбән Әүрез урта мәктәбендә башланғыс синыфтарға белем бирә.
Хөрмәтле Гөлсөм Ғарифулла ҡыҙына әле 91 йәш. Ул Себенле ауылында ҡыҙы Ғәйшә менән кейәүе Мансур ғаиләһендә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисерә. Оҙон ғүмерлелегенең бер сере – тәрән сабырлығында, кешеләрҙе һис ҡасан да тәнҡитләмәй-ғәйепләмәй йәшәүендә, яҙмышын яратҡан эшенә арнауындалыр, бәлки? «Мәктәптән бер ҡасан да арып ҡайтманым. Балаларға ҡыуана-ҡыуана дәрес бирҙем», – тип бүлешә ул беҙҙең менән.
Серле ғилем донъяһының ишектәрен асыусы тәүге уҡытыусымдың изге өгөт-нәсихәттәре һаман да ҡолағымда яңғырап, миңә ғүмер юлынан ышаныслы барырға ярҙам итә. Иңдәремә ҡанат ҡуйған фәрештәләй затҡа тиңләйем уны. Йөрәгемдә уға булған рәхмәт хистәрем сикһеҙ.

Люциә Хәкимова.
Әлшәй районы, Раевка ауылы.

Автор:
Читайте нас: