Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙы Ғәйнуллина булыр уңған да, өлгөр ҙә был ханым.
– Зөһрә кеүектәр бик һирәк хәҙер, – ти уның тураһында, мәҫәлән, ауылдың абруйлы ағинәйе, дәрәжәле абыстайыбыҙ, медицина хеҙмәте ветераны Ғәзимә хажиә Ерьесова. – Ауылым, тип янып йәшәй... Уның өлгөрлөгөнә, тилберлегенә таң ҡалырлыҡ! Һәр эштең башында кем? Зөһрә!.. Үҙ донъяһын да шаҡтай итеп тота, ауыл эшенә лә өлгөрә... Буштың атаһы үлгән, тип ҡул һелтәмәй бер ҙә...
Районыбыҙҙың Калинин ауылынан оҙатылған килен төшкән еренә таштай бата. Башҡа мөхиттә йәшәп, урыҫса белем алған ҡыҙ башта башҡортса йүнләп аралаша ла белмәй. Тик башҡорт рухы көслө, туған телебеҙгә һөйөү ныҡ булған ауылда тиҙ арала ерегеп, үҙебеҙсә таҙа һөйләшергә генә түгел, сәхнәләргә сығып, йырлап-бейергә лә өйрәнә. Бөгөн Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙын Иҫке Сибай мәҙәниәт йортоноң сағыу йондоҙҙарының береһе итеп тә беләләр!
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫыр ҡатындарҙың береһе булған Зөһрә ханым Иҫке Сибай ауылы старостаһы вазифаһын да тырышып атҡара. Ҙур ауылдың ҡайһы йортонда кемдәр йәшәүен, уларҙың проблемаларын, нимәгә мохтаж булыуҙарын, тын алыштарын яҡшы белә староста һәм һәр ваҡыт, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Сетерекле хәлдәр буйынса ла иң элек уға һүҙ тишеүҙәре юҡтан ғына түгел, әлбиттә – сөнки ауылдаштары старостаның еткерелгән үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫын белеп тора.
Күршеләре Мөнирә Буранғолова, Фәтхиә Тотманова, Ләлә Йәнбәкова, Гөлфирә Яхина, Ғәрифә Аллағыуатова, Мәстүрә Янбаева һәм башҡалар менән берлектә ауыл уртаһындағы Әптрәү һаҙын тәртипкә килтереү, өмәләр яһап, тирә-яғын сүп-сарҙан таҙартыу – улар өсөн ғәҙәти күренеш, күркәм ғәҙәт. Ғәфүрйән Хажиев кеүек уҙамандар ҙа бындай изге эштән ситтә ҡалмай. Шул уҡ ҡатындар, бергә тупланып, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға, мәҙәниәт сәхнәһен бер итеп, уйнап-көлөргә лә иренмәй...
Ә бит уның да үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан. Балаларына ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға, бешеренеп-төшөрөнөргә, кәртә тирәһендәге ҡыял-сыял менән булырға ҡайҙан ваҡыт таба ла, нисек өлгөрәлер?! Бер ҡасан да зарланыуҙы белмәгән ҡатындың йөҙөнән ихлас йылмайыу китмәй. Тормоштан йәм, донъялыҡтан ғәм табып йәшәй белә шул уның ишеләр! Ул ғынамы – хатта күрше ауылдар халҡы ла Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙын әллә ҡайҙан танып, килгәнен көтөп тора. Әйтәйек, Дәүләт ауылының нисә йылдар берәҙәк мал тояғы аҫтында ятҡан зыярат ҡоймаһын яңыртыусы ир-егеттәргә аш-һыу әҙерләп, яңы ҡойманы буяу эшендә лә старостабыҙ әүҙем ҡатнашты. Оло юл буйында урынлашҡан Хәсән ауылы мәсетенең тирә-яғын таҙалап, сәскә түтәлдәре ултыртыуҙа ла Зөһрә апай алдан йөрөнө. Үҙебеҙҙең «Фәтихә» мәсете лә старостаның даими хәстәрлеген, ярҙамын тойоп йәшәй.
Бына әле лә ул ил һаҡларға киткән егеттәребеҙ өсөн ауыл күстәнәстәре хәстәрләү менән мәшғүл. Мейесендә, тәмле еҫтәр бөркөп, бәлеш-йыуасалар бешә, ә үҙе оло йәштәге инәй-апайҙар күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын һалып бәйләгән йылы ойоҡ-бейәләйҙәрҙе пакеттарға тултыра... Эш араһында хәтәр юлда йөрөгән ауылдаштарға изге теләктәр менән ҡош телендәй генә сәләм-хаттар сыймаҡлай...
– Ил-йортобоҙға афәттәр ҡағылмаһын инде! – ти ул. – Был ҡәһәрле һуғыш тиҙерәк туҡтаһын! Иҫәнлектә-һаулыҡта, теүәллектә-берлектә, тыныс, ҡайғы-хәсрәттәрһеҙ йәшәһәк ине!
Мотал Рәмов.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.
Фотола: Ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары менән. Зөһрә Ғәйнуллина – уртала