-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Милли асылыбыҙҙы һаҡлаусылар

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үҙенсәлекле баш кейеме – гәләбәште (кәләпәш) башлыса Хәйбулла яҡтарында осратырға мөмкин. Сөнки был яҡта уны тергеҙеүсе оҫталар бихисап.

Милли асылыбыҙҙы һаҡлаусылар
Милли асылыбыҙҙы һаҡлаусылар

Кәләпүш (гәләбәш, башкейем) – бейек түбәле, мәрйен-көмөш менән биҙәлгән арҡалығы булған шлем рәүешендәге баш кейеме. Уны хандарҙың, тархандарҙың ҡатындары кейгән. Костюмдың логик тамамланышы булараҡ, һиммәтле баш кейеме үҙендә мөһим мәғәнәүи мәғлүмәт йөрөткән. Уға ҡарап, кешенең мөлкәтен, ғаилә хәлен һәм йәшен билдәләгәндәр. Яҡшы һаҡлау сараһы булараҡ та ҡулланылған: башлыҡҡа тегелгән тәңкәләр, үҙенсәлекле ювелир биҙәүестәр, аҡыҡ, ҡабырсаҡтар, ынйы, мәрйен, ҡош мамыҡтары, тырнаҡтары һәм башҡа ғәҙәти булмаған әйберҙәр бетеү ролен үтәгән. Әлбиттә, бөгөн уны элекке ваҡыттағы кеүек тәңкә, мәрйендәр менән яһау мөмкин түгелдер, әммә оҫталар гәләбәште хәҙерге биҙәү әйберҙәре, аҡсалар менән эшләй. Шундай оҫталарҙың береһе –Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылында йәшәүсе Гөлсинә Билалова.
– Беҙҙең ғаиләлә дүрт ҡыҙ һәм ике малай үҫте, шуға күрә бәләкәйҙән һәр беребеҙ бәйләү-тегеүгә маһир булдыҡ. Әсәйем Сәмиғә Фәтхулла ҡыҙы ҡул эштәренә бик оҫта ине, кис һайын уның янына ултырып, апай-һеңлеләребеҙ менән бергә нимәлер тегергә, бәйләргә өйрәндек. Аҙаҡ был шөғөл көндәлек ғәҙәткә әйләнде. Беребеҙ – ойоҡбаш, икенсебеҙ бейәләй бәйләй. Беҙҙең быуынға, бөгөнгө кеүек, йәнең ни теләй, шуны һатып алып кейергә мөмкинлек тә, тауар ҙа, кейем-һалым да булманы. Ҡыҙҙарбыҙ бит, зауыҡлы кейенге, матур күренге килгәндер инде, шуға күберәк модалы әйберҙәрҙе, итәк-күлдәктәрҙе әсәйем бесеп, үҙебеҙ тегеп кейә торғайныҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: барыбыҙ ҙа әсәйебеҙ кеүек ҡул эшенә маһир, кәрәк икән, милли күлдәк тә тегәбеҙ, селтәр, ҡашмау, таҡыя, гәләбәшен дә эшләйбеҙ, – ти Гөлсинә Билалова.
Ғаиләлә үҫкән дүрт ҡыҙ – Әсмә, Гөлшат, Гөлсинә һәм Әлфиҙә – барыһы ла бер ауыл биләмәһендә йәшәй. Һәләтле ханымдар милли күлдәк тегеү, биҙәүестәр яһау менән мәшғүл. Уларҙың нәзәкәтле ҡул эштәре ҙур һорау менән ҡулланыла.
Әлфиҙә Ултыраҡова – Әбүбәкер ауылының «Бүләк» йыр һәм бейеү, «Йәшлек», «Сулпылар», «Ҡара юрға» ир-егеттәр вокаль коллективтары етәксеһе, ауылдың мәҙәни тормошона йәм һәм дәрт биреүселәрҙең береһе. Ҡалған һылыуҙар – Әлфиҙә Ғәфүр ҡыҙы етәкләгән «Бүләк» йыр һәм бейеү ансамбленең әүҙем ағзалары. Ижади коллективтың репертуарына халыҡ моңдарынан алып ретро, эстрада, лирик йырҙарға тиклем ингән, шулай уҡ үҙҙәре сығарған таҡмаҡтар, ошо төбәккә хас йыр-бейеүҙәр урын алған. «Бүләк» – ауылдың йәме генә түгел, район халҡының төрлө мәҙәни сараларҙа көтөп алған яратҡан ансамбле лә. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, тамашасы уларҙы һәр саҡ көслө алҡыш менән оҙатып, күңелдәренә бүләк алғандай ҡыуанып ҡайта. Ижади эшмәкәрлектәренән тыш, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡайнап йәшәй улар.
«Әсмә апайыбыҙ – бағыусыбыҙ», – тип көлөшә һылыуҙар. Милли әйберҙәрҙе, кейемдәрҙе әҙерләү өсөн тауар, төрлө кәрәк-яраҡ менән һеңлеләрен тәьмин итә икән иң өлкәндәре.
– Ҡул эшенә оҫталыҡ әсәйе­беҙҙән булһа, йыр-моңға һәләт атайыбыҙ Ғәфүр Хажиәхмәт улы яғынан күскәндер, – ти һылыуҙар. – Атайыбыҙ скрипкала матур уйнаны. Моңло итеп йыр һуҙһа, әсәйебеҙ уға ҡушылып йырлар һәм һикереп төшөп бейеп тә китер ине. Һәләтле нәҫел дауам итә: әлеге көндә Наҙгөл ҡыҙыбыҙ – вокал, Айгөлөбөҙ театр бүлегендә белем ала. Гөлдәр – думбыра, Рәдиф ҡурай бүлеген тамамланы. Әйткәндәй, уҙған йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика конкурсында Гран-при яулаған Рәдиф Бохарбаевты хәҙер барыһы ла яҡшы белә. Арабыҙҙа гармунсылар, ҡурайсылар күп булғас, беҙҙә бөтә мәжлес йыр-моң менән үтә, – тип һүҙҙәрен йомғаҡлай оҫталар.
Әле «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан Әбүбәкер ауылында төрлө саралар гөрләп уҙа. Бер туған һылыуҙар уларҙың барыһының да уртаһында ҡайнай. Әсмә, Гөлшат, Гөлсинә, Әлфиҙә кеүек ҡатын-ҡыҙҙар – ауыл биҙәге. Улар тирәләй тормош әйләнә һәм милли асылыбыҙ һаҡлана.

Роза РӘСЕМБӘТОВА.
Хәйбулла районы.

Милли асылыбыҙҙы һаҡлаусылар
Милли асылыбыҙҙы һаҡлаусылар
Автор:
Читайте нас: