1952 йылда әсәйем Исламбай егете Йосопҡа кейәүгә сыға. Өс балаға ғүмер бирәләр. Үҙҙәре етемлектә ыҙа күреп үҫкәс, беҙҙе белемле, уңған итеп тәрбиәләргә тырыштылар. Үҙҙәренең ҡулдарынан килмәгән эш булманы! Атайым урмансы ла, балта оҫтаһы ла, солоҡсо ла ине, ә әсәйем баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерҙе, машинка менән күлдәктәр текте.
Атайҙан күргән – уҡ юнған, әсәйҙән күргән – тун бескән, тигәндәй, беҙ барыбыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ, юғары белем алдыҡ. Әйүп ҡустым – математика уҡытыусыһы, Бөрйән районы Аҫҡар ауылында йәшәй, хаҡлы ялда. Әле умартасылыҡ эшендә. Рәжәп ҡустым – физика уҡытыусыһы, Башҡортостан дәүләт аграр университетында эшләй, физика фәндәре кандидаты. Үҙем Ишембай районының Ҡолғона ауылында мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләнем, хаҡлы ялдамын, «Хеҙмәт ветераны» исемен йөрөтәм.
Әсәйем, хеҙмәт һәм һуғыш ветераны булып, оло хөрмәт ҡаҙанып йәшәне.
Гөлфирә Усманова.
Ишембай районы, Ҡолғона ауылы.