-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан…
21 Сентябрь 2022, 15:46

Ҡулдары уның шифалы

Миәкә районының Яңы Ишле халҡы бына инде өс тиҫтә йылға яҡын ауылдаштарының сәләмәт­леге һағында торған Мәҙинә Исмәғил ҡыҙы Биктимероваға сикһеҙ рәхмәтле.

Ҡулдары уның шифалы
Ҡулдары уның шифалы

Ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ бәләкәйҙән тырышлығы, ипле холҡо менән башҡа­ларға үрнәк була. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. 1987 йылда райондың Ғәйнә ауылында хеҙмәт юлын башлай, артабан Ҡырғыҙ-Миә­кәлә үҙәк дауахананың терапия бүле­гендә эшләй. Тыуған ауылы Яңы Ишлегә ҡайтып төпләнеүенең сәбәбе бала саҡтан бер шишмә һыуы эскән үҙе кеүек уңған, тырыш егет менән тормош ҡороуына бәйле.
Нәжип Рәжәп улы водитель һөнәрен һайлаған. Тәүҙә колхозда машина йөрөтә, хәҙер республикала ла, ситтә лә киң билдәле Миәкә балыҡ компанияһында арымай-талмай хеҙмәт итә. Эшенә яуаплы ҡарағаны өсөн хөрмәт ҡаҙанған ул. Ғаилә архивында һаҡланған бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һөйләй был турала.
Уңған атай-әсәй итәғәтле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, уларға юғары белем биргән. Эльвина Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология бүлеген тамамлаған, ә Миләүшә Ҡаҙан педагогия университетының биология факультеты дипломын алған. Улар икеһе лә бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй, балалар үҫтерә.
Мәҙинә Исмәғил ҡыҙын ауылдаштары кешелекле, кеселекле, һәр кемгә ихтирамлы булғаны өсөн ярата. Ауырып, төрлө хәлдә килгән ярҙамға мохтаж олоһоноң да, кесеһенең дә яйына тороу, кәрәкле һүҙ, күңел йылыһы табыу һәр кемгә лә бирелмәгән. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһының эсен дә, тышын да һәр саҡ таҙа, бөхтә тотоу, бер эште лә күҙ уңынан ысҡындырмай урын-еренә еткереп атҡарыу бик күп көс, сабырлыҡ талап итә унан. Халыҡта оло ихтирам ҡаҙанған аҡ халатлы һөнәр эйәһенең тырыш хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» исеме, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Мәҙинә һылыу – уңған ир ҡатыны, балаларының һөйөклө әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәһе лә. Уға ошо көндәрҙә 55 йәш тулды. Ярҙамсыл, кеше күңелле юбилярға еңел булмаған эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләп ҡалабыҙ.

Әлфиә Лотфуллина.
Миәкә районы,
Яңы Ишле ауылы.

Автор:
Читайте нас: