Ауыр һуғыш йылдарында Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡып, 1944 йылда ҡулына диплом алып, Мәсетле районы Ҡаранай ауылы мәктәбенә директор һәм уҡытыусы итеп тәғәйенләнә. Шулай итеп, башланғыс мәктәптә 1975 йылға тиклем эшләй.
Сафия апабыҙ тормош юлын Ҡаранай ауылы егете Нурмөхәмәт Рамаҙанов менән бәйләй. Мөхәббәт емештәре булып, бер-бер артлы туғыҙ бала донъяға килә. Һигеҙе үҫеп, буй еткереп, төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, үҙ ғаиләләре менән йәшәп, балалар үҫтереп, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдалар.
Сафия Зәйнулла ҡыҙы эш дәүерендә күп маҡтау грамоталарына, хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була.
Хәҙер беҙ үҙебеҙ – пенсионерҙар, 66 йәшкә еттек, ә уҡытыусыбыҙ әле лә күҙ алдында йәш кенә көйө баҫып тора һымаҡ. Йылмайып, беҙгә ҡарап, өгөт-нәсихәттәрен бирә, иҫәп-хисап һәм хәрефтәр менән таныштыра, ҡулдарыбыҙҙан тотоп яҙырға өйрәтә. Шулай уҡырға ынтылыш уятып, киләсәккә әҙерләне ул беҙҙе, апабыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Һәр беребеҙ уҡып сығып, һөнәр эйәләре булдыҡ, Аллаға шөкөр, уҡытыусыбыҙҙың тырышлыҡтары бушҡа китмәне. Сафия апаның Лида исемле ҡыҙы шул тиклем әсәһенә оҡшаған, шундай уҡ һөйкөмлө, уны күрһәм, уҡытыусымды осратҡандай булам.
Тәүге уҡытыусы ғүмерлеккә хәтергә уйыла. Онотмайбыҙ һине, Сафия Зәйнулла ҡыҙы!
Римма ҒИМАТОВА.
Мәсетле районы,
Ҡаранай ауылы.