Бөтә яңылыҡтар

Ғорурланырлыҡ ағинәйебеҙ бар!

Ун бала үҫтергән был инәй тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә була. Тормош иптәше Ғилман бабай вафат булһа ла, 85 йәшлек юбилейына әҙерләнгән Миңзифа инәй Мәхәмәҙиева әлегә тиклем малдарын аҫрап килде, күп итеп ҡаҙ-өйрәктәр алып, көҙ өмәләр үткәрҙе. Балалары өгөтләүенә ҡарап ҡына һуңғы йылдарҙа уларҙы яйлап бөтөрҙө.

Ғорурланырлыҡ ағинәйебеҙ бар!
Ғорурланырлыҡ ағинәйебеҙ бар!

Оло йәштә булһа ла, өй тултырып аят аштарына, мәрхүмдәргә доғалар уҡырға ауылдаштарын йыя ул. Бер зиһене таралмаған, балаларының ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең дә ҡайҙа эшләгәндәрен белә, тыуған көндәрен иҫләп, бүләктәрен, күстәнәстәрен төйнәп, һәр береһенә йөрөп сыға.
Әле һаман да баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Тәҙрә төптәрендә гөлдәре күҙ яуын алһа, баҡсаһында сәскәләре иртә яҙҙан алып көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем балҡып ултыра. Беҙ үткәргән бер саранан да ҡалмай, үҙе теккән милли кейемдәрен кейеп, бешергән тәмле­кәстәрен тотоп килеп етә. Доғаларын уҡып, хәйер тарата, мөнәжәттәрен һөйләп, рәхмәттәрен әйтеп ҡайта, изге кәңәштәрен бирергә лә онотмай. Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатҡанда ислам дине ҡанундарын ауылдаштарына өйрәтеп, күрһәтеп башҡара.
Ауылыбыҙҙа шундай үрнәкле ағинәйебеҙ булғанға һөйөнәбеҙ. Уға тыныс ҡартлыҡ, алдағы көндәрҙә лә шулай әүҙем булыуын, изге кәңәштәрен ауылдаштарына биреп йәшәүен теләйбеҙ. Сабый, үҫмер саҡтары ауыр аслыҡ ваҡытына тура килһә лә, йөрәге саф, күңеле асыҡ уның.

Рәйлә ВӘЛИЕВА,
Белорет районы Отнурок ауылының ветерандар советы рәйесе,

«Нурлы ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: