-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыңғыраулы тормош юлдары

Бөгөнгө мәҡәләмдең геройы – оҙаҡ йылдар балаларға белем серҙәрен асҡан, күңелдәренә рух, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек тойғоларын һалған хөрмәтле педагог, Кинйәбулат урта белем биреү мәктәбенең элекке уҡытыусыһы Хәсиҙә Динислам ҡыҙы Дәүләтова.

Ҡыңғыраулы тормош юлдары
Ҡыңғыраулы тормош юлдары

Ул 1946 йылда элекке Маҡар районының Кинйәбулат ауылында беренсе бала булып донъяға килә. Атаһы Динислам Шәйхислам улы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Калинин фронтында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, бер ҡулын юғалта. Әсәһе Шәмсеҡәмәр Хәйбрахман ҡыҙы тылда арыу-талыу белмәй эшләй. Әүжән һәм Биштары урмандарында ағас ҡырҡыу, Ағиҙел һәм Инйәр йылғаларында һал ағыҙыу, Усолка быяла заводы өсөн утын әҙерләү, Стәрлетамаҡта «Авангард» заводын төҙөү кеүек эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Икеһе лә заманына күрә алдынғы ҡарашлы, тырыш, эшһөйәр, ауылдаштарына ҡарата изгелекле, ярҙамсыл кеше була. Уларҙың матур сифаттары Хәсиҙәгә лә һалына. Ул да бәләкәйҙән зирәклеге менән айырылып тора. Ата-әсәһенә, бәләкәй туғандарына терәк-таяныс булып үҫә. Тырыш уҡыусының фотоһы мәктәптә Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Күркәм холоҡло, тырыш, сибәр булып буй еткерә ул.

Беҙҙең  балалыҡ, йәшлек йылдары Кинйәбулат ауылында бергә үтте.  Йәйге каникул мәлендә барлыҡ уҡыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар  «Ударник» колхозына  ярҙам итә торғайны ул осорҙа. Колхоз малына бесән әҙерләү ваҡыты үҙе бер байрамға әүерелер ине. Артабан ураҡ эштәре башлана. Июль айында баҫыуҙарҙа комбайн тауыштары тынманы, ырҙын табаҡтары гөрләп торҙо. Бына ошо эштәрҙә Хәсиҙә иң әүҙем ҡатнашыусы ине. Ул йөкмәтелгән бурысты ихлас күңелдән башҡарыуы, дөрөҫлөктө яратыуы, ярҙамсыл булыуы менән          айырылып торҙо.

Һигеҙенсе класты тамамлағас, ҡыҙҙы уҡытыусы булыу хыялы  Салауат педагогия училищеһына алып килә. Имтихандарҙы уңышлы тапшыра һәм уҡырға инеп китә. Бер нисә йылдан, ҡулына диплом алып, тыуған Кинйәбулатына ҡайта, тиҙҙән мәктәптә эш башлай.  Ошо ауылда үҙенең яртыһын таба, механизатор булып эшләүсе  Милләт Дәүләтовҡа тормошҡа сыға. 

Хәсиҙә Динислам ҡыҙы һайлаған һөнәрен күңел һалып башҡара. Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән педагог һәр дәресте мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы итеп ойоштора, сөнки уҡыусы күңеленә юл тапҡанда ғына уңышҡа өлгәшеп була бит. Тиҫтә йылдар дауамында уның уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Белемгә генә түгел, балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға ла ҙур иғтибар бирә уҡытыусы, бигерәк тә артислыҡ оҫталыҡтарын үҫтерергә тырыша. Уҡыусылары араһында уҡытыусылар, инженерҙар, ауыл хужалығы белгестәре, ғалимдар бар. Улар төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләп йөрөй. 

Кешелекле, ярҙамсыл булыуы менән халыҡ араһында ихтирам яулай мәғариф ветераны. Һәр ваҡыт матурлыҡҡа ынтылып йәшәүе, хеҙмәт яратыуы уға тормошта үҙ урынын табырға булышлыҡ итә.

Юнир Тимербулатов.

Ишембай районы,

Кинйәбулат ауылы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: