-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҙмыш төрлөсә һынаһа ла...

Әсәйем Абайҙуллина-Буранғолова Бибисара Лоҡман ҡыҙы 1923 йылда тыуған. Өйләнешеп, ун ике көн торғас һуғышҡа киткән атайым Арыҫланғәли Тимерғәли улы яу яланынан иҫән-һау әйләнеп ҡайта һәм улар һигеҙ балаға ғүмер бүләк итә.

Яҙмыш төрлөсә һынаһа ла...
Яҙмыш төрлөсә һынаһа ла...

Атайым бөтә тормошон мәктәпкә бағышланы, балаларҙың яратҡан физика һәм математика уҡытыусыһы булды, хөрмәт күреп йәшәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш яралары уны 68 йәшендә был яҡты донъяларҙан алып китте. Әсәйемдең дә баҡыйлыҡҡа күсеүенә дүрт йылдан артыҡ ваҡыт инде. Улар кисергән һәр минут, һәр сәғәт һағыш тауышына уралған төҫлө. Был матур тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәр өсөн, беҙгә ололарҙы хәтерҙән сығармау зарур. Белгәндәребеҙҙе киләсәк быуынға еткереү – изге бурысыбыҙ, тип һанайым.

«Һуғыш йылдарын иҫкә төшөрһәм, кешеләр был тиклем ауырлыҡты нисек күтәрҙе икән, тип уйлайым. Шул тиклем ғазаптарҙы күргән мин дә 90 йәшкә етеүемә аптырайым. Ғүмер биргәненә Хоҙайыма рәхмәт.

Һуғыш башланғас, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы Свердловск өлкәһенә торф сығарырға ебәрҙеләр.  Беҙҙең бригада алдынғы булды. Сатайҙан, Йәнәбиҙән, Сәфәрҙән туғыҙ ҡатын инек. Бөтәбеҙгә бер буханка икмәк, ударниктар булғас, бер биҙрә мундирлы картуф, ҡайһы ваҡыт балыҡ та биргеләйҙәр...» – әсәйемдең был иҫтәлеге һуғыштың яңы башланған осорона  ҡағыла. 

Туҡланыу карточкаларын юғалтып, ауыр хәлгә лә ҡалалар. Тик әсәйемдең ҡыйыулығы аслыҡтан ҡотҡара уларҙы: «Ғәйнәмал исемле әхирәтебеҙҙә ине карточкалар, юғалтҡан булып сыҡты. Нишләргә? Бында һинең хәлеңә бер кем дә инергә тормай. Илауҙан файҙа юҡ икәне көн кеүек асыҡ. Йүгерҙем начальникка. «Беҙ ударный бригада. Карточкаларҙы юғалттыҡ», – тим. Ултырҙы ла бер бәләкәй генә ҡағыҙ яҙып бирҙе. «Бер аҙнаға ошоноң менән йөрөп тороғоҙ», – тине». 

Свердловский өлкәһенән ҡайтҡас, Миәкә районындағы Омельник ауылында снайперлыҡҡа күнекмәләр үтеп ята әсәйем. Сәфәрҙән тағы ла Вәлиуллина Мәҙинә исемле ҡыҙ була. Окоп ҡаҙалар, ҡар кисә-кисә йүгерәләр, граната ырғыталар, винтовка, автомат серҙәренә төшөнәләр,  ғөмүмән, бөгөндән һуғышҡа инерлек итеп әҙерләнәләр. Мәскәүҙән, Ленинградтан да ҡыҙҙар була. Уҡыу курсы тамамланғас, уларҙы фронтҡа оҙаталар, ә әсәйемдәрҙе, кеше етмәһә, саҡыртырбыҙ, тип өйҙәренә ҡайтаралар.

Ауылда уны бригадир итеп ҡуялар, алты ай эшләгәндән һуң ферма мөдире булып китә. Йәй етһә, утау, унан – бесән, ураҡ. Егермеләп ҡатын ярыша-ярыша эшләй.

«Ҡайғылы хәлдәрҙе иҫкә төшөрәһе килмәһә лә, күҙ алдында улар. Бер йылды Ҡорған юлы өҫтөндә 5 гектар арыш сабылмай ҡалды. Ҡар төштө лә китте. Халыҡ шуны башаҡ итеп йыйып ашаны, күпләп үлде. Колхоз рәйесе мине, кем үле, кем тере икәнен белер өсөн, өй беренсә сығарып ебәрҙе. Абдулла бабайҙың тәҙрәһенән ҡараһам, дүрт балаһы ла үлеп ята. Инәләре ауылдың дауаханаһында ине. Әлдә ул йүнәлде. Шуны күреп, ҡотом осто. Ҡурҡып, башҡаса ауыл буйлап йөрөргә сыҡманым.

Һуғыш йылдарында ҡайҙа ла ауыр ине. Туғандарым үлеп бөтмәһәләр ярар ине, тип, тыуған ауылым Ҡаныҡайға йүгерәм. Унда бит минән бәләкәй дүрт туғаным тороп ҡалды. Барһам, ашарға бер нәмәләре лә юҡ. «Атайым прәтник яһағайны бит, әйҙә балыҡ һөҙәйек», – тим. Һөҙгәйнек, бер биҙрә балыҡ булды. Инәйем уны, Дмитриевкаға барып, бер  ҡапсыҡ бәрәңгегә алмаштырып ҡайтты.

Сәфәргә килһәм, унда хәлдәр тағы ла ауырыраҡ. Ҡәйнәм сирле, ҡыҙы Фәриҙә лә эшкә яраҡһыҙ. Көрмәҙегә барып, муҡшыларға баҡса ере ҡаҙып биреп, дүрт биҙрә бәрәңге алып ҡайттым. Уның әҙерәген сәстек. Шулай итеп, аҙыҡлы ла булдыҡ. Ауырлыҡты әҙ генә булһа ла еңеләйтеү ҙә үҙебеҙҙән тора бит. Тик ултырғанға Хоҙай бер нәмә лә килтереп бирмәй.

Сәфәр менән Ҡаныҡай  араһы –  30 саҡрым тирәһе. Ике ғаилә минең ҡарамаҡта булды. Шул тиклем ауыр ваҡыттарҙан йолоноп сыға алыуыбыҙға әле лә һөйөнөп бөтә алмайым», – туҡһан йәшен уҙған саҡта һөйләгән әсәйемдең ошо һүҙҙәрен ҡағыҙға теркәп ҡалғаныма ҡыуанам. 

Фәйрүзә Абдулова,

 Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

 Миәкә районы, Сәфәр ауылы.

Автор:
Читайте нас: