Матур байрамдың түрен 40–50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән ғаиләләр биҙәне. Вәсилә һәм Рауил Яхиндар, Рәфис һәм Гөлсирә Дауытовтар, Миңнур һәм Хәҙис Сөләймәновтар, Миңзәлә һәм Мирсат Ҡарамышевтар, Рая һәм Рәжәп Ҡасимовтар фәһемле тормош һабаҡтары, бала тәрбиәләү алымдары, бөгөнгө йәштәргә әйтер серҙәре, тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашты. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы Президиумы һәм район ветерандар Советы рәйесе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова, Ҡыпсаҡ биләмәһе башлығы Фидан Иштуған улы Баязитов, тәбрикләп, уларға бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. «Үҙән» халыҡ фольклор ансамбленең үҙенә генә хас булған «Килен һөйөү» йолаһы бик матур булды. «Хазина», «Ләйсән» вокаль ансамблдәре, Миләүшә Ғәбиҙуллина етәкселегендәге Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзаларының үҙенсәлекле ансамбле байрамға йәм бирҙе. «Дуҫлыҡ» бейеү коллективының «Эй, буҙаһы, буҙаһы!» бейеүе күңелдәргә дәрт өҫтәне. Ҡунаҡтар Сәлимә Ғарифуллинаның «Көҙҙәремә кереп барам» йырын бик яратып ҡабул итте. Мәҙәниәт йортоноң клуб белгесе Сәлимә Ғарифуллина кисәне бик оҫта алып барҙы. Юғары кимәлдә ойошторолған сараны Зәкиә Муллағолова, Әсмә Мәсәғүтова, Венера Ҡарамышева, Миңзәлә Ҡарамышева, Хәсибә Ибәтуллиналарҙың һоҡланғыс ҡул эштәре күргәҙмәһе биҙәне.
Байрамдың аҙағында Бөрйән районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары араһындағы күсмә штандартты Ҡыпсаҡ ҡатын-ҡыҙҙар Советынан Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙар Советы ҡабул итеп алды.
Яҙмамды Рәмилә Фәхретдин ҡыҙының һүҙҙәре менән тамамлағым килә:
– Киләсәгебеҙ нигеҙе – ғаилә. Барыбыҙҙың да бәхетле ҡартлығы ниндәй балалар тәрбиәләүҙән тора. Сөнки имен ғаилә – имен йәмғиәт, имен киләсәк.
Бик хаҡ һүҙҙәр!
Сәйҙә Сәйәхова.
Бөрйән районы.