Был ваҡытта атаһы (минең олатайым) хеҙмәт армияһына алынған була. Өлкән ҡыҙҙары Әминә уҡытып йөрөй, Рәзинә иһә Өфөлә 8 март фабрикаһында, ә Йәмилә төҙөлөштә эшләй. Өйҙә тик бәләкәй Фәрит яңғыҙы ҡала. Бәпәйгә ауырып киткәс, әсәйҙәрен (минең өләсәйемде) дауаханаға алып баралар. Игеҙ бала – ҡыҙ һәм малай тыуа. Рәмил һәм Рәмилә тип исем ҡушалар. Ошо ауырыуҙан өләсәйем мандымай, сабый Рәмил дә оҙаҡ йәшәмәй. Рәмиләне тәрбиәгә туғандары ала.
Һуғыштан һуң Сабирйән олатайым яңынан өйләнә. Эйәрсән ҡыҙ, әлбиттә, үгәй әсәйгә артыҡ була. Рәмиләне Рәзинә апаһы Өфөгә алып ҡайта.
Тап шул ваҡытта Асҡарҙа милиционер булып эшләгән Яхин Ғөбәйҙулла тигән кеше эш менән Өфөгә килә һәм Рәмилә апайҙы Әбйәлилгә алып ҡайта. Был ваҡытта инде Әминә (минең әсәйем), Хатип Талиповҡа тормошҡа сығып, Ҡаҙмаш мәктәбендә эшләп йөрөгән була. Таибә өләсәйем Хатип улын (минең атайымды): «Ошо етем баланы рәнйетһәң, Ай ҙа, Ҡояш та рәнйер!» – тип киҫәтеп ҡуя. Рәмилә, Ҡаҙмаш мәктәбендә уҡып, 10-сы класты Амангилделә тамамлай һәм Өфөгә китә. Педагогия училищеһында уҡый, уны тамамлағас, Дүртөйлө районы Семилетка ҡасабаһына балалар баҡсаһына эшкә ебәрелә. Унда дауаханала эшләгән Илеш районы егете Әхиәретдинов Флүзгә кейәүгә бара. Улар ике балаға ғүмер бирә һәм үҙ аллы тормош юлына сығара. Илдар атаһы юлынан китә, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлап, Татарстандың Әлмәт ҡалаһына эшкә бара. Хәҙерге көндә Гүзәл килен менән (ул да табип) өс бала тәрбиәләйҙәр. Зөлфиә лә тырыш уҡыусы булды. Өфө дәүләт педагогия институтын тамамланы, кейәүгә сыҡты. Тормош иптәше Рәмил менән бер балаға ғүмер бирҙеләр. Рәмил теш табибы, үҙенең клиникаһын тота. Апайымды ла, Флүз еҙнәйемде лә Семилеткала бик хөрмәт иттеләр. Еҙнәйем иртә мәрхүм булды, Рәмилә апайым 79 йәшенә етеп баҡыйлыҡҡа күсте. Уны ла оло хөрмәт менән Семилеткала еҙнәйем эргәһенә ерләнек...
Роза Ғәлимова.
Әбйәлил районы,
Хәлил ауылы.
Фотола: Рәмилә апайым (һулда) иптәш ҡыҙы менән.