– Мин дә һеҙҙең эҙегеҙҙе һаҡлаған Карпат тауҙары буйлап үттем, – тинем Баян ағайыма, сәйәхәтемдән ҡайтҡас.
– Һай, ҡарындаш, рәхмәт! – тип ҡыуанды ул.
Атайым 1924 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында тыуа. Ҡартатайым Хәким Ғәлимов көтөүсе була, Совет власы урынлашҡас, уны ауыл советына рәйес итеп ҡуялар. Атайым ете класты тамамлай, һуғышҡа үҙе теләп китә. Баштан уҡ элемтәсе була.
Бер көн уны штабҡа саҡыртып алалар. «Һин ҡайҙан, Ғәлимов?» – тип һорай унан Ғәлимов фамилиялы офицер. Улар яҡташтар булып сыға – Дәүләттеке икән ул ҙур начальник. Шулай итеп, атайым штабта писарь булып хеҙмәт итә башлай, һуғыштан тыуған йортона иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Районда бухгалтер булып эшләй. Шишмәнән мәктәпкә ебәрелгән биология уҡытыусыһы Әминә Сабирйән ҡыҙы Кирәева менән тормош ҡора. Өйләнешкәс, йәштәр Ҡаҙмашҡа ҡайта. Атайым сельпола бухгалтер эшен үҙ иңенә ала. Ул ваҡытта ойошманың рәйесе – Рысйән Юлмөхәмәтов, ә һатыусыһы Мәһәҙей Ҡужәхмәтов була.
Татыу ғүмер итеп, атайым менән әсәйем туғыҙ балаға ғүмер бирә. Бөгөнгө көндә уларҙың алтауһы иҫән-һау. Һәр беребеҙ белем алып, илебеҙгә тоғро хеҙмәт иттек.
Атайым оҙаҡ ауырыуҙан һуң, 48 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китте. Әсәйем 58 йәшендә мәрхүм булды. Иртә киткән ғәзиздәребеҙҙе иҫләп, аяттар уҡытып торабыҙ.
Хәбирйән олатай Фаттахов мәктәптә көндөҙ – балаларҙы, кистәрен ололарҙы уҡыта, үҙе ситтән тороп Темәс педагогия училищеһында белем ала. «Балаларым әле бәләкәй, уҡыуымды ла бөтөрмәгәнмен, мине һуғышҡа алмай тороғоҙ», – тип ғариза яҙып ҡарай. Шулай булһа ла, фронтҡа ебәрәләр. Ул саҡта Баян ағайым имгәкләп кенә йөрөй, игеҙәк Сәриә менән Сәрүә ҡыҙҙары ла әле бәләкәй була.
Һуғышҡа Хәбирйән олатайым ауылдашы Хәбиб Зәйнуллин менән бер урынға эләгә. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ул ауыр яралана. «Ҡайтып етә алмаһам, ошо аҡсаларҙы ғаиләмә тапшыр», – тип яҡташына йыйып йөрөгән һалдат аҡсаһын бирә. Хәбиб олатай иҫән-һау ҡайта, аҡсаны Мәрфүғә инәйемә теүәл тапшыра, аманатҡа хыянат итмәй.
Баян ағайым үҙе, ауылда ете класты тамамлағас, һөнәрселек училищеһында белем алды. Армиянан ҡайтҡас, ең һыҙғанып колхозда эшләне, звено етәксеһе булды. Ғәфифә еңгәйем менән биш бала үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә, үкенескә ҡаршы, ағайым мәрхүм инде.
Әле Хәбирйән олатайымдың игеҙәк ҡыҙҙарынан Сәрүә апайым иҫән. Рауил улы менән матур итеп донъя көтә. Һәр ваҡыттағыса өйө тап-таҙа, бөтә нәмә үҙ урын-ерендә, кәртә-ҡаралтылары ла бөтөн, төҙөк. Мәрфүғә инәйем дә шулай гел бөхтә тотто донъяһын – уның мәктәбе был.
Атай-олатайҙар яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, барыбыҙға ла матур йәшәргә яҙһын.
Әбйәлил районы, Хәлил ауылы.