-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл күрке – ағинәйҙәр

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы үҙәктән 60 саҡрым алыҫлыҡта, урман төпкөлөндә ята. Унда күңелдәре менән тәбиғәткә яҡын, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, медпункт, мәҙәниәт йорто, китапхана гөрләп эшләп тора. Үҙенең киң күңелле, ихлас кешеләре менән дә матур ауылыбыҙ. Һүҙебеҙ шундай ағинәйҙәрҙең бер төркөмө хаҡында булыр.

«Фатиха» ансамбле тирәһендә тупланған төркөм 2017 йылда барлыҡҡа килде. Ололар көнө етеп килгәндә, ауыл хакимиәте башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙы Иҫәндәүләтова: «Йыл да бер төрлө булмаһын әле! Әйҙәгеҙ, ҡыҙыҡлыраҡ уйындар ойоштороп, ололарҙың күңелдәрен асырлыҡ итеп байрам үткәрәйек!» – тигән тәҡдим индергәс, хаҡлы ялдағы 10 – 12 ҡатын-ҡыҙ йыйылдыҡ та, мода күрһәтеп, аш-һыу әҙерләп, йылдағы сараға айырым үҙенсәлек индереп ебәрҙек. Ололарға байрам әҙерләгән әхирәттәр, йыр маһирлығын күрһәтеү маҡсатында, «Ретро-йыр» бәйгеһендә тағы йыйылдыҡ. Тик булдырып булһасы! Мәғариф ветераны Гөлһыу Ишбулды ҡыҙы: «Нәйлә Наил ҡыҙын саҡырайыҡ, ул бит йыр оҫтаһы, өйрәтер», – тип, мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтте. Ысынлап та, Нәйлә Наил ҡыҙы Юнысова, мәктәптә эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, ваҡыт табып, ихласлап беҙҙе йырға өйрәтә башланы. Шулай итеп, «Фатиха» исемле ансамблебеҙ тыуҙы. Матур сәхнә күлдәктәре тектереп бирҙеләр. Етәксебеҙҙең ваҡыты самалы булыуы беҙҙе репетицияларға һуңламай йөрөргә, дисциплинаға өйрәтте. Арабыҙҙа 55-тән алып 75 йәшкә тиклемге хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, һатыусылар, тәрбиәселәр, элекке леспромхоз эшселәре бар. Хәҙер инде мәҙәниәт йортонда бөтә саралар ҙа «Фатиха» ағинәйҙәре ҡатнашлы­ғында үтә. Төрлө байрамдарҙа, үҙешмәкәр смотр концерттарында «Фатиха» йыр һәм фольклор ансамбле тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө. 2017 һәм 2018 йыл­дарҙа Ишбирҙе ауыл мәҙәниәт йорто районда үткәрелгән смотрҙа беренсе һәм икенсе урындарға лайыҡ булды. Бында ла «Фатиха» ансамбле, үҙенең фәһемле йырҙары менән сығыш яһап, концерттың матур биҙәге булып торҙо. 2018 йылда «Халыҡ йолалары» бәйгеһендә ансамбль, «Килен төшөрөү» йолаһын күрһәтеп, 1-се урын алыуға өлгәште, 2019 йылда Сибай ҡалаһында үткәрелгән төбәк-ара «Мөнәжәттәр» конкурсында ҡатнашып, дипломант булды.
Ауылыбыҙҙа йыр-моңға ғашиҡ кешеләр йәшәүенә – дүрт ансамбль эшләп килеүе дәлил. Былтыр район тарафынан үткәрелгән «Йырсы ауыл» бәйгеһенә «Дарман» һәм «Фатиха» ансамблдәре сыҡты. Быйыл йәй «Фатиха» ансамбле республика күләмендә үткәрелгән «Мин яратам һине, тормош!» конкурсында район үҙешмәкәр концертында онлайн сығыш яһаны. Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районы был конкурста иң юғары баһа – 1-се урын алды.
Йырлап ҡына йөрөргә тырышмайбыҙ. Экологик өмәләргә сығабыҙ, мәсеттә, мәктәптә балалар менән осрашабыҙ, урындағы музейға ярҙам итәбеҙ, аяттарға йөрөйбөҙ. Мәсеттә никах уҡытҡан йәштәргә аҡыллы кәңәштәребеҙҙе еткереп, мөнәжәттәр әйтеп, оло тормош юлына оҙатабыҙ. Арабыҙҙа спорт һөйөүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Волейбол, шашка уйындарында әүҙем ҡатнашалар, төркөм менән көн һайын скандинавса атлауға сығабыҙ. Ауылыбыҙ районда үткәрелгән «Сәләмәт ауыл» конкурсында өс йыл рәттән беренселекте бирмәй.
Ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белеп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, изгелек орлоҡтарын сәсеп йәшәһәң генә был тормоштоң матурлығын күрергә мөмкин. Ошо сифаттарға эйә булған оло йөрәкле ағинәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ, ауылыбыҙҙың ҡотон һаҡлап, килә­сәктә лә уңыштарға өлгәшеп, гөрләп йәшәргә яҙһын уларға.

Фәннүр Солтанғолова һәм Гөлһыу Дәүләткилдина,

«Фатиха» ансамбле ағзалары.

Баймаҡ районы.

Читайте нас: