+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!

Әсәйем Ғилминур Ғилман ҡыҙы Ҡотошева киң күңелле, эскерһеҙ, ифрат йомарт булды. Өйөбөҙҙән бер ҡасан да кеше өҙөлмәне, туғандар, күршеләр, ауылдаштар, бөтөнләй сит-ят кешеләр ҙә уның тәмле сәйенән ауыҙ итмәй, йылы һүҙен ишетмәй сыҡманы. Ҡулы шифалы, имле ине: мейе ултыртты, күҙгә арпа сыға башлаһа, тиҙ генә өшкөрөп ебәрер булды. Ҡайын туҙын һыҙырып, бала-сағалар менән ҡырҙа һағыҙ ҡайнатты. «Инәй, һағыҙ бир әле», – тип ауылдың үр яҡ осонан килеп етә торғайнылар.

Уйлап ҡараһаң, ауыр тормош юлы үткән, ә күңеле ҡатмаған. Ғүмеренең иң ҡатмарлы һәм хәүефле мәле, күп замандаштарыныҡы кеүек үк, һуғыш йылдарына тура килә. Бөйөк Еңеүҙең 75-се яҙын ҡаршылаған йылда әсәйемдең оло Еңеүгә индергән өлөшө хаҡында һөйләп үтергә теләйем.
1924 йылдың 30 авгусында Өмбәт ауылында Ғилман һәм Фатима Ҡотошевтарҙың ғаиләһендә донъяға килә ул. Атаһы урта хәлле крәҫтиән була. Башлыса үҙ көсө менән донъя көтә, күпләп мал аҫрай. Йәй көндәре эштең иң ҡыҙыу мәлендә генә көнлөксө яллай. Илдә колхозлаштырыу башланғас, ҡартатай ҙа заман ҡуласаһына эләгә – кулак тип Себер һөрөлә. Бер имсәк балаһын күтәреп, ҡалғандарын эйәртеп, улар юлға сыға. Әсәйемде Урта Муйнаҡ ауылынан Ғибаҙулла исемле уҡытыусыға ҡалдырып китәләр. Ул был ғаиләлә бала ҡарай, элеккесә әйтһәк, аҫырау була инде. Ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы, заманына күрә уҡымышлы кеше, хат артынан хат яҙып, абзыйын һөргөндән ҡайтартыуға өлгәшә. Себерҙең ыжғыр һыуыҡтарында кеше тупһаһы аҫтында йоҡлап йөрөүҙәр эҙһеҙ үтмәй – Фатима өләсәй, ҡайтҡас, күп тә тормай ауырып донъя ҡуя. Әсәйемде, етем ҡалған башҡа туғандарын өләсәйемдең һеңлеләре үҙ ҡанаты аҫтына ала. Шундай шарттарҙа мәктәптә уҡыу, белем алыу хаҡында һүҙ ҙә булмай инде.
Һуғыш башланғанда әсәйемдең ун етеһе лә тулып өлгөрмәй. Ун һигеҙ йәшкә еткәндәрҙе хеҙмәт армияһына йыя башлайҙар. Әсәйем, бер йәш өҫтәп яҙҙырып, Өмбәттән Нәғимә апай, Таҙларҙан Фазила тигән инәй менән шунда юллана. Улар Мәскәү менән Ленинград араһындағы Клин станцияһына ебәрелә.
Әсәйемдең һөйләгәнен үҙ ауыҙынан ишеткәнемсә еткерәм. «Станцияға туҡтауһыҙ бомба ырғыталар. Эшелон килгәнен көтөп кенә тора немец илбаҫары. Ут тынған арала сығып, тиҙ генә тимер юлын ялғайбыҙ. Һауа тревогаһы яңғыраһа, йәшенәбеҙ, отбойҙан һуң – эшләргә йүгерәбеҙ. Беҙ сығыуға рельстар дуға кеүек бөгөлөп ятҡан була. Ҡасып өлгөрмәгәндәрҙең, йәшенгән ерҙәренә бомба төшөп шартлаған кешеләрҙең зарлы тауыштары үҙәкте өҙә. Ҡот осҡос күренеш. Кемдеңдер – ҡулы, кемдеңдер аяғы өҙөлгән. Кемеһелер башһыҙ ята. Бомбаға тота башлаһалар, яҡташтар менән подвалға йүгерәбеҙ. Подвал байтаҡ алыҫ ҡына. «Әйҙә, был юлы бынау вагон аҫтына инеп торайыҡ», – тип бер өс тапҡыр эргәләге вагон аҫтына йәшендек. Дүртенсегә тревога күтәрелгәс, әйҙә был юлы – подвалға, тип, кемеһелер алға йүгерҙе, беҙ артынан эйәрҙек. Атыш тыныуға сығып ҡараныҡ та өнһөҙ ҡалдыҡ – вагон урынында соҡор ғына өңөлөп ҡалған ине.
Бер көндө станцияға аттар тулы эшелон килеп туҡтаны. Аттарға ҡыҙығып ҡарап торһам, араларында колхозыбыҙҙың Орлик ҡушаматлы атын күреп ҡалдым. «Орлик, Орлик!» – тип уны саҡыра башланым. «Һаумы, Ғилминур!» – тигәнгә терт итеп ҡалдым. Эргәмдә бер һалдат тора, ныҡлап ҡараһам, ауылдашым Рәхмәтулла Бикбулатов абзый икән. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. «Нимә генә биреп китәйем икән һиңә осрашыу иҫтәлеге итеп», – тип ыуаланды абзый. Кеҫәһенән бәке сығарып тотторҙо. Рәхмәтулла абзыйға һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булды.
Утҡа тотоуҙар ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Бер көндө барыбыҙҙы ла тыуған яҡтарға ҡайтарып ебәрҙеләр».
Дәһшәтле ут эсендә әсәйем алты ай йөрөй. Йәш кенә ҡыҙ баланың хәтеренә был мәхшәр ғүмергә уйылып ҡала. Ошо хаҡта һөйләгәндә йөҙөнән йылмайыу китмәгән әсәйҙең күҙҙәре йәшкә мансыла ине.
Һуғыш осоронда ауыр эштән, ҡаты ҡайғыларҙан миктәгән ауыл халҡы: «Ауырлыҡты күп күрҙек. Йүнле бала саҡ, дәртле йәшлек тә булманы тиерлек. Әйҙә, ошо афәттән ҡотолһаҡ, күңелле итеп, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек!» – тип һүҙ бирешә. Ошо һүҙҙәренә тоғро ҡала улар. Урамыбыҙ кешеләре, ауыл халҡы ныҡ татыу йәшәй.
Һуғыштан һуң әсәйем сусҡа ҡарай. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем һауынсы була.
Нисәмә йылдар үтмәһен – еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кем киләсәк быуындарҙың хәтерендә һаҡланырға тейеш! Әлеге тыныс тормош өсөн рәхмәт һиңә, әсәй!

Әхмәҙулла АБДУЛЛИН.

Ейәнсура районы,

Өмбәт ауылы.

Читайте нас: