+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әүлиәгә тиң зат

Был тормошта беҙгә оло терәк һәм таяныс булған кешебеҙ – хөрмәтле ҡәйнәм тураһында яҙып үтмәксемен. Яратып, үҙ күреп, баштан уҡ «әней» тип өндәштем мин уға.

Фәриҙә Карамат ҡыҙы Бикмаева Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан эш һөйөүсән, тырыш, маҡсатҡа ынты­лыусан була ул. Мәктәпте уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Бөтә ғүмерен фәндәр батшабикәһе – математиканы уҡытыуға арнай. Уларҙың Юнир Сәлихйән улы менән ҡорған татыу ғаиләһендә биш бала – Фина, Зөлфиә, Азамат, Салауат һәм Альбина үҫә. Балаларының барыһына ла матур тәрбиә, тейешле белем биреүгә өлгәшәләр, һөнәр һайлауҙа аҡыллы кәңәштәрен бирәләр, терәк-таяныс булалар. Бөгөн Бикмаевтар, 11 ейән-ейәнсәргә, 3 бүлә-бүләсәргә яратҡан өләсәй һәм олатай булып, бәхетле ғүмер кисерә. Алла бирһә, киләһе йыл уларҙың ғаилә ҡороуына 60 йыл туласаҡ.
Өлкән улы Азаматҡа тормошҡа сыҡҡан мине ҡәйнәм үҙ балаһы кеүек күреп ҡабул итте. Уның түҙемлегенә, сабырлығына, йор аҡылына хайран ҡалырлыҡ! «Был донъяла әүлиәләр бармы?» – тигән һорау бирһәләр, «Бар, ул – беҙҙең әней!» – тип яуаплар инем.
Йыл артынан йыл уҙып, олпат йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, ҡәйнәм­дәге дәрт-дарманға, көс-ғәйрәткә һоҡланып бөтә алмайым. Гөрләтеп баҡса, матур гөлдәр үҫтерә, ҡош-ҡорт баға. Өйө һәр ваҡыт таҙа, бөхтә, уның уңған ҡулдары менән әҙерлән­гән өҫтәл тулы тәмле ризыҡ, үләнле, емеш-еләкле хуш еҫле шифалы сәй...
Яҙмыштың һынауҙарын сабыр ҡабул итә белеүе, көслө рухы менән дә өлгө ул беҙгә. Һаулығы киткән ҡайнымды бала урынына күреп тәрбиәләй – кейендереп, йыуындырып, тап-таҙа түшәк-ҡаралтыла ғына йәшәтә.
Әле булһа төҫ ташламауы, үҙен матур бағыуы ла һоҡланыу уята: тура һәм матур буй-һын, буялған килешле бөҙрә сәс – барыһы ла килешә үҙенә! Иртәнсәк тороу менән матур күлдәген кейә – быныһы ҡыҙҙарының бүләге, унан инде, төҫөнә иш итеп, кейәүҙәре бүләк иткән тәбиғи ташлы муйынсаҡтарҙың береһен һайлап таға.
Ҡунаҡсыл йорттарынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй – балалар, ейәндәр, туғандар бер-бер артлы килеп кенә тора. Әнейҙең һәр кемгә иғтибары, хәстәре етә. Уға ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, аҡыллы кәңәшен биреп, һәр эште ыңғайға бороп ебәрә белә. Һөйләп тора, көлөп тора, бейеү көйө ишетһә, тыпырҙатып бейеп тә, таҡмаҡ әйтеп, йырлап та ала. Балаларына, ейәндәренә, туғандарға – һәммәбеҙгә шылтыратып хәлебеҙҙе белә, ниндәйҙер яңы эшкә тотонһаҡ, изге теләктәрен еткерә, имтиханға юлланған балаларыбыҙға шифалы доғаларын бағышлай. Уның матур һүҙҙәре, урынлы өгөт-нәсихәттәре тынысландыра, күңелде күтәрә, йәшәүгә дәрт өҫтәй.
Тормош көткәндә төрлө саҡтар булғандыр, ҡайһы бер осраҡтарҙа әйтергә теләгән һүҙҙәреңде әйтмәйенсә, тыйылып ҡалған мәлдәрҙе лә кисергәнһеңдер – шуның өсөн рәхмәт! Беҙҙе ғүмер буйы оҙата барған, тормошобоҙҙо нурлы, ҡотло, бәрәкәтле иткән изге доғаларың, ҡайным менән тәрбиәле, эшһөйәр, тиң пар булырлыҡ ул үҫтергәнегеҙ, ҡасан ҡайтып инһәк тә, ҡолас йәйеп ҡаршы алыуығыҙ өсөн рәхмәт! Йөрәк түремдән сыҡҡан оло рәхмәтемде тап «Башҡортостан ҡыҙы» – ҡәйнәмдең ғүмер буйы алдырып уҡыған, яратҡан журналы аша еткерәм. Киң күңелле, тормошто ихлас яратҡан, үҙендәге йылылыҡты, яҡтылыҡты башҡалар менән йәлләмәй бүлешкән оло йөрәкле Әсәнең килене булыу менән бик бәхетлемен!

Раушания Бикмаева.

Күмертау ҡалаһы.

Читайте нас: