Мин Ғәбделмәновтар ғаиләһенә 1977 йылдың 9 майында килен булып төштөм. Иптәшемдең олатаһының күршеләге нигеҙенә өй һалып, башҡа сығып, бер ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Ҡәйнәм минең оло терәгем ине. Эшкә киткәндә донъяға күҙ-ҡолаҡ булды, өлгөрмәгән мәшәҡәттәремде лә башҡарып ҡуйҙы. Мине байтаҡ эшкә өйрәтте ул. Икмәк һалыуы ғына ни тора. Мейескә яҡ, бәрәңге әрсе, уны сүлмәккә һалып бешер, кәржәмә яһа, мейестә бешер, балыҡ, әсе ҡоймаҡ, көлсә... артабан самауыр ҡайнат... Барыһы ла мейес яғып икмәк һалғанда башҡарыла ине. Йәй бесән ваҡытында, урманда, ҡайным менән бесән әҙерләйҙәр ине, ҡәйнәм салғы менән бесән сапһа, ҡайным усаҡ яғып, ашарға әҙерләне. Ҡәйнәмдең «арыным» тип әйткәнен ишетмәнем. Йор һүҙле булды, әйтемдәр ҡулланып һөйләште. Уның һәр һүҙгә тиҙ генә таҡмаҡ әйтеүе мине аптырата ине. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан (88 йәштә), синек башына менеп, малға бесән һалғанын, унан һуң төшә алмай ултырыуын, әле булһа иҫкә алып, ҡыҙыҡ итеп һөйләйбеҙ. Уның ҡыҙыҡ хәлдәре күп инде. Иген ларына төшөп, унан да сыға алмай торғандары булды. Ҡәйнәмде әле лә йылы итеп иҫкә алам, ваҡыт-ваҡыт әсәйем менән икеһен торғоҙоп ултыртҡы килә...