+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан…
28 Сентябрь 2020, 14:41

Өләсәйем – изге кешем

Минең өләсәйем 1960 йылда Әбйәлил районының Хәмит ауылында Ғәшүрә Нәбиулла ҡыҙы һәм Исмәғзәм Әхмәт улының ҙур ғаиләһендә донъяға килгән. Дүрт ағайына – ҡәҙерле һеңле, туптай өс ҡустыһына һәм еләктәй бер һеңлеһенә өлгөлө апай булып үҫкән. Эшһөйәр, тырыш, ғәҙел ҡыҙ мәктәптә бик яҡшы уҡыған, өйҙә әсәһенә булышҡан. Тыуған яҡтарында мәктәпте тамамлағас, өләсәйем дә, тиҫтер ҡыҙҙары менән бергәләп, ул мәлдәрҙә гөрләп эшләп торған алдынғы фермаларҙың береһе һаналған Белорет районының Ҡағы һөтсөлөк фермаһына эшкә килгән. Уңған, тырыш ҡыҙҙар бер ҙә бирешмәгән, береһенән-береһе алдынғы булып, маҡталып эшләгәндәр.

1981 йылда олатайым Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы егете Ғарифуллин Зәкир Рәжәп улы менән, сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп донъя көтә башлағандар. Өләсәйем менән олатайым өс балаға – ике улға, бер ҡыҙға – матур тәрбиә биргән. Һәр беребеҙгә күңел йылыһын тигеҙ өләшеүсе өләсәйебеҙ тәмле-тәмле аҙыҡтар бешерә, йылы ойоҡбаштар бәйләп бирә. Өҫтәлен татлы ғына ризыҡтары, өйөнөң түрен күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре биҙәй. Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уның аҡыллы кәңәштәре, ярҙамдары, һәр саҡ ҡурсалап тороуы беҙгә көс бирә, ышаныслы, ныҡ булырға өйрәтә. Алтмыш йәшлек сағыу ғүмер байрамын билдәләгән бына тигән дан Сәбилә өләсәйемә артабан да талмаҫ ҡанат, оҙон бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, Зәкир олатайым менән һәр саҡтағылай бәхетле йәшәүҙәрен теләйем.
Минең өләсәйем – донъялағы иң изге, иң аҡыллы, иң уңған кеше. Изге һүҙҙәре, өлгөлө эштәре беҙҙең өсөн үрнәк булып, яҡшы, матур эштәргә дәртләндерә. Бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Мәңге йәшә, мәңге йәш бул, беҙҙең яратҡан өләсәйебеҙ!!!

Рәсилә ҒАРИФУЛЛИНА,

Бөрйән районы Байназар мәктәбе Мәһәҙей филиалының 5-се класс уҡыусыһы,

«Сатҡылар» әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы.

Читайте нас: