+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле тормош сере

Ҡартатай (әсәйемдең атаһы) Хисаметдин Шәйхетдин улы Шәйхетдинов Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында 1902 йылда тыуған. Байрамбикә өләсәй менән донъя ҡороп, 5 балаға ғүмер бирәләр. 1942 йылдың февралендә 40 йәшендә һуғышҡа саҡырыла. Өлкән ҡыҙҙары Рәйсәгә – 12, Әнисәгә – 10, Рәсимәгә – 6, Нәсимәгә 4 йәш тулып уҙа, ә тыуасаҡ улдары Мәжиткә өләсәйебеҙ йөклө була. Ҡатыны береһенән-береһе бәләкәй балалар менән тороп ҡала.

«Һуғышҡа киткән көндө атайым ат егеп алып ҡайтты. Әсәйем, Алкиноға оҙата барып, атты кире алып ҡайтырға тейеш ине.
Атайым менән хушлашырға йыйылдыҡ. Бәләкәстәр урындыҡта теҙелешеп баҫып тора, ә мин мейескә һөйәлеп үкһеп илайым. Атайым сәсемдән һыйпап шулай тине: «Ҡыҙымды уҡытырмын тигәйнем бит әле», – тип хәтерләй хушлашыу минуттарын 5-се класта уҡып йөрөгән ҡыҙы Рәйсә, асыҡлап әйткәндә, минең әсәйем.
«Ҡатын-ҡыҙ, бала-саға – барыбыҙ бергә баҫыуға эшкә сығабыҙ, – тип дауам итә үҙенең бала саҡ хәтирәләрен Рәйсә Хисаметдин ҡыҙы. – Һәр ғаиләгә иген баҫыуы бүлеп бирелә. Әсәй менән утауға, бесән әҙерләргә йөрөйбөҙ, ураҡ менән иген урабыҙ. Ашау яғы ауырлашты, өшөгән картуф йыябыҙ, аҙ ғына он һибеп, сөгөлдөр япрағынан көлсә бешерәбеҙ, балтырған, ҡуҙғалаҡ сүпләйбеҙ. Яландар ҡарҙан асылғас, башаҡҡа сығабыҙ. Ерҙә ҡышлаған башаҡты ашап, ағыуланып үлеүселәр күбәйҙе. Хатта тотош өйҙәр бикләнде. Күрше ауылда йәшәгән әсәйемдең бер туған апайы өс ҡыҙы менән ятып үлде. Ҡәбер ҡаҙыу ҡатын-ҡыҙ ҡулына ҡалды. Өй йылытырға утын юҡ. Дим буйына тал киҫергә сығабыҙ, уға ла тыйыу. Һалам яҡһаҡ та, өйөбөҙ йылынып ҡалған кеүек була ине. Кистәрен бейәләй, ойоҡбаш бәйләп, һуғыштағы һалдаттарға оҙатабыҙ.
Әсәй беҙҙе аҡтан өҙмәне, һыйырыбыҙ һөтлө булды, шуға ла йәшәгәнбеҙҙер инде. Бәләкәй арба һөйрәп, Миәкә ра­йоны Әнәс ауылына картуф алырға барҙыҡ. Әсәйем үҙенең һәйбәтерәк кейемдәрен орлоҡлоҡ картуфҡа алыштырҙы. Нисек тә йәшәргә тырыштыҡ. Атайҙың ҡайтыуына өмөт ҙур ине. Фронттан ни бары өс кенә хаты килде. Һуңғыһы Калининград өлкәһенән: «Һуғышҡа инәбеҙ», – тип яҙғайны. Оҙаҡламай «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙы алдыҡ. Аҙаҡ асыҡланыуынса, шунда һәләк булып, Великолукск районының Пустышка ауылында ерләнгән.
Ҡәҙерлемдең: «Баламды уҡытырмын тигәйнем», – тип әйткән һуңғы һүҙе һис тынғы бирмәй. Уҡығы килә. Бригадир эшкә ҡыуа: «Йөрөмәгеҙ ваҡыт әрәм итеп, ба­рыбер уҡый алмайһығыҙ», – тип әрләп сығып китә. Тормош ауыр булһа ла, ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Дәүләкәнгә педучилищеға барырға булдым. Беренсе курстан һуң, училищены Күгәрсен районы Мораҡ ауылына күсерҙеләр. Бик алыҫ район булғанлыҡтан, уҡыуымды ар­табан унда дауам итә алманым. Өфөгә килеп, китапхана техникумында белем алдым», – тип хәтерләй әсәйем үҙенең еңел булмаған тормош сәхифәһен.
Әсәйем, 1950 йылда техникумды тамамлап, Әлшәй районы Себенле ауылына эшкә юллана. Йәш белгес башкөллө эшкә сума. Китап уҡыусылар конференцияһы, тематик күргәҙмәләр, диспуттар һәм башҡа ойоштороу саралары менән ауыл кешеләрен әҙәбиәткә йәлеп итергә тырыша. Йәштәр менән концерттар, спектаклдәр ойоштороуҙан да ситтә ҡалмай ул.
1945 йылда хеҙмәткә алынып, япон самурайҙарынан илен һаҡлап, Тымыҡ океан флотында ете йыл хеҙмәт иткән Йомағол Миниәхмәт улы Муллагилдин (1927 йылғы) 1951 йылда тыуған ауылына ҡайтып төшә. Әсәйем менән осрашып, бергә донъя ҡороп, бер ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Әсәйем 35 йыл уңған һәм өлгөлө китапханасы булды. 1961 йылдан 25 йыл рәттән ауыл советы депутаты итеп һайланды, ауылдаштарының ихтирамын яуланы. Ветерандың өлгөлө хеҙмәте төрлө грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды.
Тормош юғалтыуһыҙ булмай шул. 1993 йылда иң яҡын кешеләрен: тәүҙә 41 йәшлек берҙән-бер улын, шунан әсәһен, аҙаҡ 42 йыл бергә ғүмер кисергән тормош иптәшен һуңғы юлға оҙатты. Әсә йөрәге башҡа иҫән ҡалғандар өсөн түҙҙе, бирешмәне. Атаһының иңен тойоп йәшәүҙән мәхрүм ҡалып, аслығын татып, тормоштоң ауырлығын күтәреп, ғәҙелһеҙлектәрен кисереп, сабырлыҡ, сыҙамлыҡҡа сынығып үҫкән әсәйем 91 йәше менән бара. Күңел матурлығын, мөләйемлеген ташламай, доғалар уҡып, тиҫбеһен тартып, изге теләктәре менән ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен шатландырып ғүмер кисерә.
«Сабыр төбө – һары алтын, сабыр иткән мораҙына еткән», – ти халыҡ мәҡәле. Әсәйем холҡондағы сабырлыҡ, түҙемлек, кешелеклек тә бөгөнгө бәхетле тормошоноң бер сере булып торалыр.

Гөлназ Фазлиәхмәтова.

Әлшәй районы.

Читайте нас: