+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Улар – беҙҙең йөрәктәрҙә

9 май Еңеү көнөн билдәләгән митингы һуңында ауыл мәҙәниәт йорто алдында дәртле генә яңғыраған бейеү көйөнә өйрөлөп-өйрөлөп бер ветеран апай бейей торғайны. Күкрәге тулы – миҙалдар. Беҙҙең йорт ҡаршы ғына булғанға, һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынып ҡарайым тамашаны. Йылдар үтһә лә, шул күренеш онотолмай, һаман күҙ алдымда тора. Моғайын, ул, фашисты еңдек, илебеҙгә азатлыҡ алып килдек, тип шатлығынан да, шул уҡ ваҡытта һуғыш яландарында ятып ҡалған яугирҙәрҙе һәм үҙе кеүек йәш ҡыҙҙарҙы хәтерләп тә бейегәндер инде...

Ул Мөхәмәтова Минкамал Мөхәмәт ҡыҙы ине. Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылда саҡырыла. Учалы ра­йонынан барлығы ун ете ҡыҙ китә. Шулар араһында беҙҙең Ураҙ ауы­лынан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Минкамал апай – ҙа була. Башта өс ай Өфө ҡалаһында хәрби һауа көстәренең зенит артиллерияһына уҡыталар. Һуңынан Ҡаҙан ҡалаһына ебәрәләр. Яҡташы, Учалы ауылы ҡыҙы Гөлбикә Вәлиева менән Ҡаҙандан Арзамасҡа, унан Украинаға, Украинанан Германияға оҙатыла. Икенсе Украин фронтында зенитсы булып хеҙмәт итәләр.
Еңеүҙе Берлин ҡалаһынан ике йөҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Бунослау ҡалаһында ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике ай үткәс кенә тыуған ауылына ҡайтып төшә. Яу ҡырында контузия ала. Яңағында яраһы булып, йөйө күренеп тора ине, тип хәтерләй яҡындары.
Һуғыштан һуң да был ике ҡыҙ, әхирәттәр булып, бер-береһе менән бәйләнеште өҙмәй. Һәр саҡ ос­рашып, фронт юлдарын иҫләп, күргән-кисергәндәре менән бүлешеп торалар. Гөлбикә апайҙы ҡыҙы Үзбәкстандың Заравшан ҡалаһына алып китә. Әхирәттәр шулай айырыла.
Минкамал Мөхәмәт ҡыҙы 1919 йылда Ураҙ ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бер туған алты бала үҫкәндәр: Бибикамал, Хөсниямал, Ибәт, Фазыл, Зөһрә, иң бәләкәйе – Минкамал. Атаһына оҡшап буйға ла бәләкәй генә ине, тиҙәр уның тураһында. Тулы булмаған урта белем алған. Коммунистар партияһы сафында торған. Күпмелер ваҡыт уҡытыусы, хаҡлы ялға сығыр алдынан мәктәптә ҡарауылсы булып эшләгән.
Һуғыштан һуң Минкамал апай Аҡҡужа ауылы егете Ханнанов Жәлилгә кейәүгә сыға. Унан ике улы тыуа: Едегән һәм Минғәли. Тормош юлдары ҡатмарлашып, иптәше менән айырылышалар. Минкамал апай малайҙары менән Ураҙға ҡайта һәм ғүмеренең ахырынаса шунда йәшәй. Дүрт ейәнсәргә, ике ейәненә өләсәй булып, балаларының ҡыуанысын күрә. Кесе улы ҡарамағында 1993 йылда 74 йәшендә вафат була.
Дәһшәтле һуғыштың аяуһыҙ афәтен күреп ҡайтһа ла, ветеран рухы менән көслө булып ҡала. «Ул һәр ваҡыт алсаҡ, ябай, шаян ине. Бейергә яратты, – тип хәтергә ала күршеһе, ауыл аҡһаҡалы Нияз ағай. – Бер ҡасан да, мин ветеран, тип нимәлер талап итеп йөрөмәне. Ике улына ла йорт һалышып бирҙе. Донъяларын көтөштө».
Минкамал апайҙың исем-шәрифе ауылыбыҙҙың мәктәп яны халыҡ музейында, мәҙәниәт йортонда стендҡа ҡуйылған, «Хәтер китабы»на индерелгән.
Беҙҙең Ураҙ ауыл Советынан Бөйөк Ватан һуғышына барлығы 504 һалдат китә. Шуларҙың 203-ө генә әйләнеп ҡайта ала. Улар араһында Минкамал апай ҙа бар ине. Беҙ, ауылдаштары, уның менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ, иҫләйбеҙ һәм онотмайбыҙ. Бөгөнгө көнгә бер генә һуғыш ветераны ла иҫән ҡалмаһа ла, улар беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана. Ауылыбыҙ уртаһындағы билдәһеҙ һалдат һәйкәле лә был хаҡта иҫкәртеп тора кеүек.

Фәриҙә СИТДИҠОВА.

Учалы районы.

Читайте нас: