-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шундай ул беҙҙең Зәйтүнә!

Районыбыҙҙа танылған эшлекле ханымдар рәтенә мин Зәйтүнә Сәлимйән ҡыҙы Булатованы ла ҡуйыр инем. Быйыл уның хеҙмәт стажы ҡырҡ йылдан ашты. Әле лә йәшлек сослоғон, өлгөрлөгөн юғалтмаған ул. Һәр саҡ кешеләр араһында ҡайнаны, белемен арттырырға тырышты. Ауылда Зәйтүнә кеүек күп уҡығандар юҡтыр ҙа. Бына уның белем академияһы: ун йыллыҡ урта мәктәп, Бөрө кооператив һәм Магнитогорск сауҙа техникумдары, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институты. Заманалар үҙгәргән һайын уның талаптары ла алмашына. Зәйтүнә дәүләт һәм муниципаль идара итеү буйынса икенсе юғары белем ала. Хәҙер ул – беренсе класлы муниципаль хеҙмәттең кәңәшсеһе дәрәжәһендә. Белемде һәр саҡ камиллаштырыу һәм тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәләрен бирә шул.

2001 йылдан алып Зәйтүнә Сәлимйән ҡыҙы Рауил ауылы хакимиәтендә эштәр менән идара итә. Районда яҡшы белгестәр иҫәбендә. Ауыл биләмәһендә ҡаҙнаны тулыландырыу буйынса бирелгән пландар үтәлеп килә. Халыҡтан һалым йыйыу эше лә яйға һалынған. «Силсәүит секретары» янынан кеше өҙөлмәй. Кәрәкле документтар алыу, башҡа донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн хәтһеҙ халыҡ килә уға көн дә.
Йәш сағынан Зәйтүнә йәмәғәт эшендә: һигеҙ йыл колхоз комсоргы ярҙамсыһы, ун йыл профсоюз комитеты секретары, һайлау комиссияһының алмаштырғыһыҙ даими ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, ике саҡырылыш ауыл Советы депутаты... Эшлекле генә түгел, бик һәләтле лә ул беҙҙең Зәйтүнә Сәлимйән ҡыҙы. Башҡарған йырҙары тамашасыны битараф ҡалдырмай. Ун йылға яҡын «Йәшлек» бейеү ансамбленә йөрөй, Германия, Болгария, Мәскәү сәхнәләрендә тыпырлап бейегән кеше ул. Һәләтле бейеүсе, йырсыны нисәмә тапҡыр филармонияға өгөтләп ҡараһалар ҙа, ризалашманы. «Мин – ауыл ҡыҙы, йырлап, бейеп кенә йәшәгем килмәй... Уҡытҡан, лайыҡлы эш биргән колхозымды нисек ташлап китәйем инде», – ти ул.
Атаһы алдынғы механизатор, «Почет билдәһе» ордены, күп миҙалдар кавалеры ине. Сәлимйән ағай Зәйтүнә ҡыҙын бик ярата, бала сағынан уға ҙур өмөттәр бағлай. Ҡыҙының ҙур белемле уҡытыусы булыуын теләй атай кеше. Бәләкәй Зәйтүнә, күрше-тирәнең бала-сағаһын йыйып, мәктәп уйнарға ярата. Ғүмер һуҡмағынан атлағанда мөғәллимә булыу хыялы һәр саҡ йәнәшә килде, тик уны тормошҡа ашырырға насип булманы. Заманалар башҡаса ине шул. Белгестәр үҙҙәренә үҙҙәре хужа булманы. Комсомол, партия, шулай уҡ колхоз кәрәкле һөнәр эйәләрен ныҡ тотто, ситкә ебәрмәне... Зәйтүнә үткән тормош юлына, уҡытыусы була алмағанына хәҙер үкенмәй. Был турала бер уңайы килгәндә ҡыҙыҡһынғайным, ул миңә: «Был эшемде яратам. Ауылдаштарыма һәр саҡ кәрәкле булыуым ҡыуандыра, дәртләндерә. Көн һайын һанһыҙ рәхмәттәр ишетәм. Барыһы ла ал да гөл генә бармай. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың шешә менән дуҫлашыуын, бынан балаларының михнәттәргә юлығыуын күреүе ауыр. Ә бит бала бәхете – әсәлә. Аллаға шөкөр, ундайҙарҙың һаны кәмеү өҫтөндә. Бында инде ҡатын-ҡыҙҙар советының, ата-әсәләр комитетының, ағинәйҙәрҙең эшмәкәрлеген баһалап үтмәйенсә булмай. Гөлсәсәк Вәлиева, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Руфина Ирғәлина, Нажиә Уйылдановалар менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән ауылдаштарыбыҙ ҙа төрлө саралар үткәргәндә ярҙам итеп тора», – тип йылмайып яуап бирҙе.
Тормош иптәше Кәбир менән ул һәм ҡыҙ үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙылар. Улдары Фәнзил, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Рауил ауылы балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй, иптәше Светлана менән ҡыҙ һәм малай үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлфинур ҙа юғары белемле, Өфөнөң 20-се ҡала башҡорт гимназияһында биология уҡытыусыһы булып эшләй, тормошҡа сығып, ике балаға ғүмер биргән.
Арабыҙҙа, ҡот булып, бейеүсе, йырсы, йәмәғәтсе, эшлекле хеҙмәткәр, егәрле хужабикә Зәйтүнә йәшәй. Уға бөтә ауылдаштар исеменән Ер йөҙөндә булған бар изге теләктәрҙе еткергем килә.

Мансур БАҺАУВ.

Әбйәлил районы.

Читайте нас: