0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан…
7 Ноябрь 2019, 14:12
«Һағынам бала сағымды...»
Һеҙгә үҙебеҙҙең үҙенсәлекле ғаиләбеҙ хаҡында яҙып үтмәксемен. Ғафури районы Һабай ауылынан Асия менән Зөлфәр Басировтарҙың ғаиләһендә туғыҙ бала үҫтек. Атайым – шофер, инәйем шәфҡәт туташы булып эшләне. Йортобоҙ «тиҙ ярҙам пункты» кеүек ине. Беҙҙең ике яҡлы өйҙөң бер мөйөшөн шаршау менән бүлеп, шунда ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе астылар. Бәләкәй саҡта иртән уянып китһәң, радионан концерт тапшыралар, ә атайым менән инәйем гөрләшеп сәй эсеп ултыра, аш бүлмәһендә шприцтар ҡайнай, дарыу еҫтәре таралған... Күп тә үтмәй, ауыл инәйҙәре: «Килен, ҡулың еңел, уколды ауырттырмай һалаһың», – тип килеп тә етә ине.
Бер ҡараңғы көҙгө кис айырыуса хәтерҙә ҡалған. Баянда уйнаусы Риф ағай бейеүсе ҡатыны менән ҡунаҡҡа ҡайтҡандар. Кис ауырлы ҡатын ҡапыл ауырып киткән. Миңә алты-ете йәш тирәһе, киттем инәйемә эйәреп. Тышта ҡараңғы, шырпы сыя-сыя йүгерәбеҙ. Өҫтән яуып тора, етмәһә. Инәйем түр яҡ өйҙә баланы яҡты донъяға ҡабул итте, ә миңә кәнфит менән сәй эсергәндәре иҫемдә.
Таңһылыу БАСИРОВА-ХӘКИМОВА.
Ғафури районы, Һабай ауылы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы