Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Алтын» фольклор ансамбле бик күп байрамдар ойошторҙо. Тәүге сараларҙың береһе «Әйләнә орсоҡ, әйләнә» фольклор байрамын Зилә Сәлимйән ҡыҙы күптән үткәрергә хыялланып йөрөй ине. Баймаҡ районы Байыш, Урғаҙа ауылы фольклор ансамблдәре менән берлектә был ниәтен тормошҡа ашырҙы. Унан тыш, Ғашиҡтар, 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө кеүек байрамдарға арнап, бер нисә хәйриә концерты һәм башҡа бик күп саралар тап «алтын»дар тырышлығы менән уҙҙы.
«Ансамблгә йөрөгән барлыҡ ҡыҙҙарға ла ҙур рәхмәтлемен. Рәйлә Ҡадирова, Гөлназ Кәримова, Клара Амантаева, Айһылыу Әхтәмова, Нәсимә Хәлимова, Минзиә Баймөхәмәтова, Фәриҙә Юнысова, Ғәйшә Ғәбитова, Гөлсиә Дәүләтшина, Рәмзилә Арғынбаева кеүек уңған, әүҙем аҫыл заттарыбыҙ барында дәрт тә, илһам да үҙенән-үҙе тоҡана. Гөлсиә Дәүләтшинаның түшелдерек, ҡашмау эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә үҙебеҙгә милли биҙәүестәр эшләп алыуыбыҙ ҙа – берҙәмлектең билдәһе», – ти Зилә Һаҡмарова ғорурланып.
Рәмзилә Арғынбаева ансамблдә иң йәше булһа ла, ҡулынан килмәгән эше юҡ икән. «Йырсы, бейеүсе, шиғыр-йырҙарҙы үҙе яҙа. Оҫта тегеүсе! Беҙҙең ансамблгә күлдәктәрҙе ул тегеп бирҙе», – тип маҡтайҙар уны апайҙары. «Алтын» фольклор ансамбленең ғүмере оҙон булһын, йырҙары алыҫ-алыҫтарға ишетелһен!