+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөйәктең алтын ҡуллы килене

Халҡыбыҙҙың ҡул эштәре быуаттар төпкөлөнән ҡулдан ҡулға күсә килеп, бөгөнгө көндә лә, ҡомартҡы булараҡ, ҡәҙерләп һаҡлана. Һәр быуын был эштәргә үҙ биҙәген өҫтәй, күңел йылыһын, күҙ нурын һала һәм заманса үҙгәрештәр индерә. Йөйәк ауылында башҡорт халҡының милли рухын һаҡлаған һәм үҙенең хеҙмәтен бағышлаған алтын ҡуллы Гөлсирә исемле ханым йәшәй.

Гөлсирә Салауатова 1949 йылда Ғәбдөк ауылында Рәхимә һәм Ислам Ғәлиуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Йөйәк мәктәп-интернатында белем ала. 8-се класты тамамлағас, Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһында ташсы һөнәрен үҙләштерә һәм ошо ҡалала өс йыл эшләй. Зариф Нөғәмән улы Салауатовҡа кейәүгә сығып, Йөйәк ауылына килен булып төшә. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә.

Электромонтер, контролер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ваҡытын яратҡан шөғөлөнә бағышлай. Балсыҡтан, пеноплас­тан ҡурсаҡтар, ҡош, хайуан һындарын эшләй. Йәй иһә баҡсаһын сәскәләргә күмә, ә эргәһенә балсыҡ ҡоштарын ултырта.
Гөлсирә апай тегергә, ырғаҡ менән бәйләргә, һүрәт төшөрөргә ярата. Балитәкле күлдәктәре, һырлы камзулдары, сәскәле алъяпҡыстары ҡупшы, килешле сыға. Хатта ҡурсаҡтарға ла башҡорт, татар, урыҫ милли кейемдәрен тегеп кейҙерә. Селтәр-һырғаларында, һаҡал-ҡашмауҙарында сылтырап торған тәңкәләре күҙҙең яуын ала.

Айгөл ЗАКИРОВА.

Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: