+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Олатай хәтирәләре

– Олатай, беҙгә олатайың тураһында һөйлә әле. Был хаҡта әллә нисә тапҡыр һөйләһәм дә, ейән-ейәнсәрҙәрем түңәрәкләп ултырып тыңларға әҙер.

– Фәхрислам олатайым менән Тайба өләсәйем Ҡыйғы ра­йоны Дүшәнбикә ауылында тыуып, бергә матур тормош ҡороп йәшәгән. Уларҙың алты балаһы булған. Ике улы Өфө гарнизонында хеҙмәт иткән. Оло улы Ләбиб – өлкән лейтенант, скрипкала уйнаған. Олатайым – гармунсы, музыка балаларының да күңеленә һеңә. Һаҙый улы һалдат булып хеҙмәт иткәндә һуғыш башлана, ул шунан фронтҡа китә. Ә олатай, өлкән йәштә булһа ла, үҙ теләге менән улдары артынан һуғышҡа юллана. Ҡырымда ҡаты яралана, госпиталдән «ҡара ҡағыҙы» килә. Ләбиб улы тураһында Керчь ҡалаһынан тағы ла ҡайғы хәбәре алалар. Керчь ҡалаһында һуғыш ҡаһармандары исемлеге яҙылған стеллала «Хәкимйәнов Ләбиб, 1924 – 1944» тип уның да исемен уйғандар. Һаҙый улы Белорус урмандарында һәләк була.
Ауыр йылдарҙа ҡайғылы хәбәрҙәр һәр өйгә ҡағыла, олатайҙар йортонан өс кеше ҡайтмай. Өләсәйем таҡмаҡлап һөйләгән кеүек: «Беҙгә моңһоу ҡараштары менән Ләбиб, Һаҙый, Фәхрислам ҡарай», – тип һүҙ башлай ине. Ул дүрт бала менән һуғыш йылдарында ғына түгел, һуңынан да еңел тормош күрмәй, әммә балаларын аяҡҡа баҫтыра. Оло ҡыҙы Тәүзиха, атаһы ҡалдырған гармунды тотоп, һеңлеһе Мәрфуғаны эйәртеп, кистәрен аулаҡҡа йөрөй. Инәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып ойоҡбаш, бирсәткә бәйләп, тәмәке янсыҡтары, ҡулъяулыҡтар сигеп фронтҡа ебәрер өсөн йыйыла. Тәүзиха әкрен генә гармунда уйнай, һеңлеһе йырлап, аҙ булһа ла ҡатындарҙың күңелдәрен күтәрә. Фәиз ҡустылары ла гармунды ҡулынан төшөрмәй, иң кеселәре Рәйес бейергә оҫта була.
Мәрфуға Мәсетле районы егете, һуғыш ветераны, күкрәге тулы миҙал, орденлы кешегә кейәүгә сыға. Балаҡатай ра­йонында ағас киҫә торған ергә урынлашалар. Оҙаҡ та үтмәй, Тәүзиха һеңлеһе янына ҡунаҡҡа килә. Һуғыштың аҙағында ҡатнашып өлгөргән йәш һалдат Әхмәтша оҙон сәсле гармунсы ҡыҙҙы үҙенә ҡарата...
– Олатай, олатайың тураһында һөйләнең, ә үҙең беҙгә нисек олатай булғанһың, һөйлә әле, – тип минең тирәгә йыйыла ейәндәрем.

Фәрит ХӘКИМЙӘНОВ.

Балаҡатай районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: