+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күҙ нурын ҡайтарыусылар

Баймаҡ районының Басай тигән бәлә­кәй генә ауылының ике бүлмәнән торған башланғыс мәктәбендә мин, күрше һигеҙ йыллыҡ мәк­тәптең 8-се класс уҡыусыһы, пионервожатый булып, байрамға концерт ҡуйҙырам.

Күпереп торған ҡап-ҡара сәсле, ап-аҡ йөҙлө һөйкөмлө ҡыҙ бала, эй, осоп йөрөп бейей. «Папа, купи мне ботинки, я вам станцую танец кабардинки, если купишь мне калоши, станцую танец, ой, хороший!» тип, өҙҙөрөп йырлай-йырлай тыпырҙай. Үҙ ғүмерендә бер рус кешеһен дә, телевизор түгел, күбеһе радио ла тыңламаған әбейҙәр: «Ай, был бала ҙур кеше булыр, ҡайһылай итеп урыҫса йырлай!» – тип хайран ҡалып ултырҙы. Ул беҙҙең ауыл уҡытыусыһы Ғәйшә Садиҡ ҡыҙы Аллабирҙинаның бер туған ағаһы (ул да уҡытыусы) Камил ағайҙың ҡыҙы Рәсимә ине. Атай-әсәйҙәребеҙ ҡатнашып, дуҫ йәшәне. Йылдар һиҙелмәй үтте. Бер ваҡыт Рәсимәне Сибай медицина училищеһын тамамлаған, Әмир Ҡаҙаҡбаев тигән егеткә кейәүгә сыҡҡан һәм Өфөлә йәшәй икән, тип ишеттем.
Үҙем баш ҡалаға килеп төпләнгәс, Рәсимәне эҙләп табырға ҡарар иттем. Күҙ ауырыуҙары институтында Әмир Ғайса улы ғилми сәркәтип (уға ул ваҡытта 30 йәш тә юҡ ине), ә Рәсимә шәфҡәт туташы булып эшләй, Артур исемле ул үҫтерәләр. Шунан алып мин Ҡаҙаҡбаевтар ғаиләһе менән даими аралашам.
Институтта эшләгән дәүерҙәрендә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, абруй яуланылар, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн маҡтау грамоталары, бүләктәргә лайыҡ булдылар, күп ауырыуҙарҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишеттеләр. Әмирҙе алтын ҡуллы хирург тип беләләр. Рәсимә медицина институтының киске бүлегендә уҡығанда икенсе улдары Ринатты тапты. Әсәһе уҡыуҙа булғанда ҡустыһын 12 йәшлек улдары Артур ҡарашты.
1992 – 1993 йылдарҙа Әмир Ғайса улына Ҡытай Халыҡ Республикаһында бер йыл контракт буйынса эшләргә тәҡдим итәләр (Ҡытай халҡы күҙ проб­лемалары менән бик яфалана икән). Әлбиттә, ул риза була, әммә операция яһағанда ярҙамлашыусы шәфҡәт туташы итеп үҙенең уң ҡанаты, сабыр холоҡло, аҡыллы Рәсимәһен алырға ҡарар итә. Шулай итеп, Ҡытай сирлеләренең дә рәхмәттәрен алып ҡайталар.
Бөгөнгө көндә «Доктор Ҡаҙаҡбаевтың күҙҙе лазер хирургияһы менән дауалау клиникаһы» – абруйлы, ышаныслы клиникаларҙың береһе. «Ҡаҙаҡбаевтарҙа дауаландым», – тип шатланып һөйләй унда һауығып сыҡҡандар. Ике улдары ла, медицина университетын тамамлап, офтальмолог һөнәрен һайлаған. Хәҙер инде үҙҙәре лә, атайҙары менән бер рәттән, операция яһай, консультация үткәрә, тәжрибәле хирург булып танылған. Стажировкаларҙы сит илдәрҙә үтеп, күп нәмәгә өйрәнгәндәр.
Минең байтаҡ туғандарым, дуҫ-иштәрем Урал аръяғы райондарында йәшәгәнлектән, Магнитогорск ҡалаһында дауалана. Ҡаҙаҡбаевтар клиникаһының ошо ҡалала филиалы бар. Күҙенә операция яһатыуға мохтаж кешеләр йыйылғас, Өфөнән бер бригада Магнитҡа юллана. Әлбиттә, Әмир Ғайса улы менән Рәсимә Камил ҡыҙы төркөмдө үҙҙәре етәкләй. Аҙналар буйы операциялар яһала, консультациялар алып барыла. Бөтә кешенең дә Өфөгә килеп йөрөрлөк форсаты юҡ бит. Пенсионерҙар һәм студенттарға ярайһы ғына ташламалар ҡаралған. Шулай уҡ клиниканың Нефтекамала ла филиалы асылған. Өс ҡалала күпме медицина хеҙмәткәре һәм башҡа һөнәр эйәләре эш менән тәьмин ителгән.
«Күҙ ҡараңдай һаҡла!», «Күҙ ҡараһылай ғына күрәм!» – халыҡ араһында йыш ҡына ҡулланылған ошо һүҙҙәрҙең ысын мәғәнәһен үҙем олоғайып, күҙ нурҙарым һүнә төшкәс кенә аңланым. 9-10 йыл элек «башланып торған катаракта» тигән диагноз ҡуйҙылар. Йөрөй торғас, бик насар күрә башлауымды тойоп, Ҡаҙаҡбаевтарға консультацияға барҙым. Бер күҙем бөтөнләй күрмәй тигәндәй, икенсеһе лә самалы ғына сырамыта ине. «Һиңә буш тейеш, аҡса кәрәкмәй, сөнки етем балалар ҡарап, барыһына ла белем алырға ярҙам иттең», – тип, операция өсөн түләтмәнеләр.
Өйгә ҡайтып, бөтә донъяның ялт итеп торғанына ҡыуандым. Ошо һоҡланғыс тормошто нисек яратмаҫһың? Ләкин күреү һәләте бөтөнләй булмаған, йә күҙ нуры кинәт кенә юғалған кеше донъяның матурлығын күрмәй, күңеле менән тойоп ҡына йәшәй. Ә күҙҙәрең күреүҙән дә ҙур бәхет юҡ икәнен үҙ башына төшмәгән кеше аңламайҙыр. Кешеләргә күреү һәләтен бүләк итеүҙән дә олораҡ изгелек юҡтыр.
Әмир Ғайса улы менән Рәсимә Камил ҡыҙының, уларҙың улдары Артур, Ринаттың йөрәк йылылары, ҡул тылсымдары кәмемәһен, дауалау ҡөҙрәттәре һүрелмәһен. Артур һәм Ринат кәләштәре менән бергәләшеп балаларын да үҙҙәре кеүек изге күңелле, уңған, егәрле итеп тәрбиәләй. Улар ҙа Ҡаҙаҡбаевтарҙың миһырбанлы эшен дауам итеүсе лайыҡлы алмаш булып үҫһендәр. Ә инде Әмир Ғайса улы менән Рәсимә Камил ҡыҙының көстәре, иҫәнлектәре еткәнсе халыҡҡа хеҙмәт итеп, һәр саҡ һау булып, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә-бергә оҙон ғүмер итеүҙәрен теләр инем.

Әнисә ҒӘЙНЕТДИНОВА-КӘРИМОВА,

мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: