-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Тыуған еребеҙҙә кәрәкле кеше булайыҡ»

«Башҡортостан ҡыҙы» журналын ихлас күңел менән уҡыйым. Тик изгегә өндәгән уҡытыусы кеүек ул. Бөгөн рухи тәрбиә биреү халҡыбыҙ алдында иҡтисади мәсьәләнән дә көнүҙәккә әйләнде.

«Һеҙгә квитанция ебәреү һылтауы менән хат та яҙып, рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә булдым әле. Журналыбыҙ шул тиклем сағыу, заманса матур биҙәлеш менән сығарыла, ҡулға алыу менән оло кинәнес, ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Эстәлеге тураһында инде әйтеп тә тораһы юҡ. Уҡымлы, ҡыҙыҡлы, тәрән йөкмәткеле мәҡәләләрҙе зауыҡлы фотолар байыта. Бик ҡыҙыҡһыныусан кеше мин, шуға һәр яҙманы «ә-ә, был кеше беҙҙең мәктәптә уҡыған икән», «ошо ханым минең ра­йондаш икән», «шундай матур кешеләр йәшәй беҙҙең арала!» тип бер битен ҡалдырмай рәхәтләнеп уҡыйым. Төрлө төбәктәрҙән йыйылған ҡыҙыҡлы яҙмыштар, эстәлекле рубрикалар өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡыҙҙар! Бигерәк тә «Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!», «Ҡулыңдан һөйөн», «Тәмлекәс» рубрикалары оҡшай, арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында яратып уҡыйым. Йыл һайын үткәрелеп торған бәйгеләр ҙә бик ҡыҙыҡлы, кәрәкле, тип уйлайым. Оҫта ҡуллы хужабикәләребеҙҙең, матур тәрән йөкмәткеле хикәйә, шиғыр ижад итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың эштәре менән танышып, ғорурлыҡ хисе кисерәм: беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ниндәй талантлы!

Ярты быуатлыҡ юл үткән журналыбыҙҙы беренсе һанынан уҡып барам, ғүмере оҙон булһын, беҙҙе оҙаҡ йылдар ҡыуандырып торһон. Ә һеҙгә, хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре, яңы үрҙәр, фәһемле осрашыуҙар, хәйерле сәфәрҙәр, үтемле мәҡәләләр теләйем. Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, халҡыбыҙ, республикабыҙ тип янып йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. Ғаилә бәхете, һаулыҡ насип булһын.

Венера Айытҡолова.
Баймаҡ районы».


«Учалы районы Ҡобағош ауылында йәшәүсе апайым Сәхибә Хатип ҡыҙы Закрина математика, физика фәндәренән белем биреп хаҡлы ялға сыҡты. Инде һикһән йәшкә еткән ҡәҙерлем бәләкәстән егәрле булды, мәктәпкә лә йүгерә-атлай барып ҡайтыр ине. Үҙ ҡулдары менән теккән, бәйләгән әйберҙәре күҙҙең яуын алырлыҡ – магазиндыҡы ары торһон. Бешергән ризығы ла телеңде йоторлоҡ уның. Кескәй сағынан туғыҙынсы салғы менән ҡолас ташлап бесән сапты, өйҙә ирҙәр булмағанда салғы тапаны, яныны... – иртәнге һыуыҡ томанда салғы артмаҡлап барыуы әле генә булған кеүек күҙ алдымда. Атайыбыҙ йәшләй үлеп киткәс, апайҙарым, ағайым беҙҙе, кесе туғандарын, йәберһетмәне, һәр яҡлап ярҙам итешеп, бергә үҫтек.

Апайымдың йомартлығы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә булыр ине. Тау башынан төшөп килгән бабайға ҡаршы барып, уны сәй эсергә алып ҡайтҡан да, туҡталышта автобус көтөп торған кешеләрҙе өйөнә саҡырып һыйлап ебәргән дә, дауаханала ауылдаштары ятҡанын белеп ҡалып, әллә килер кешеһе бар, әллә юҡ тип, янына ҡабат-ҡабат барып хәлен белешкән дә – апайым. Әйткәндәй, юлһыҙ-ниһеҙ тау аша тураға төшөп килгән бабай билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллин булып сыҡҡан. Уның «Башҡортостандың Урал аръяғы. Һабантуйға» тигән картинаһында Ҡобағош кешеләре һүрәтләнгән...

Үҙенә оҡшап, апайымдың өс балаһы ла егәрле. Шул балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә, һаулыҡ-сәләмәтлектә тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һиңә, тип өндәшәм яратҡан журналым аша.

Айһылыу Хисаметдинова.
Мәләүез районы».


«Яратҡан журналыма ауылдашыбыҙ хаҡында яҙып ебәрергә булдым әле. Шәрғиә апай Сәлимә һәм Исмәғил Ха­жиндар ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ғаиләлә 5 бала, 6-сыһы Исмәғил бабайҙың ата-әсәһенән йәшләй генә етем ҡалған 13 йәшлек һеңлеһе Хәҙисә була. «Мин тиҙҙән ҡайтырмын, балаларҙы уҡыуҙан туҡтатма», – тип атаһы һуғышҡа киткәндә Шәрғиә апайға 11 ай ғына була.

Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы Белорет педучилищеһында белем алғас, Көйөргәҙе районының Павловка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, Иркутск өлкәһендә эшләй. 1967 йылда ауылы Бирҙеғолға ҡайта, яңы асылған мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китә. БДУ-ға ситтән тороп уҡырға инә, тик өсөнсө курстан һуң уҡыуын ташларға мәжбүр була. Ҡаты сир, операция, өс ҡыҙын ҡарарға кәрәк, етмәһә, ире ике йылға Мәскәүгә уҡырға юллана. 1981 йылда Инйәр ҡасабаһына күсеп килгәндә кесе ҡыҙы Нәркәс 3-сө класҡа уҡырға килә, ололары 9-сы һәм 6-сы кластарҙа белем ала. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен генә башҡортса уҡыйҙар, ҡалған фәндәр рус телендә бирелә. Нәркәс, рус класында уҡымайым, мәктәпкә бармайым, тип ҡырт киҫә. Шәрғиә Исмәғил ҡыҙына ла мәктәптә эш кәрәк була. «Мин уҡытыусы эшенән башҡаны белмәйем, башҡа һөнәрҙе күҙ алдына килтерә алмайым», – ти. Инйәр мәктәбендә башҡорт башланғыс кластары астырыуҙы юллай башлай. «Баламды тик башҡортса уҡытырға теләйем, быға минең Конституция биргән хоҡуғым бар. Әгәр класс асмаһағыҙ, мин уны өйҙә үҙем уҡытам, мәктәпкә ебәрмәйем», – тип район етәкселәренә талаптар ҡуя. Бер нисә мәртәбә Мәғариф министрлығына ла килеп ҡайта. Ниһайәт, 1981 йылдың 16 сентябре көнө Инйәр мәктәбе тарихында аҙ комплектлы башҡорт башланғыс класы асыла. Өс класта 10 бала менән Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы Яҡшыдәүләтова эш башлай. Биш йылдан һуң башланғыс кластарҙа 4 уҡытыусы эшләй. Ә 1992 йылда Шәрғиә Исмәғил ҡыҙының, Насир Арыҫлан улы, Флүрә Ғәбдрәшит ҡыҙы, Зифа Мөхәмәт ҡыҙы, Нәйлә Фуат ҡыҙының әүҙем ҡатна­шыуҙары арҡаһында 162 уҡыусы менән айырым башҡорт мәктәбе асыла. Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы был мәктәптә профсоюз ойошмаһын етәкләй. Йылдан-йыл башҡорт мәктәбендә балалар һаны арта. 62 балаға иҫәпләнгән бина бәләкәй, шарттар ҙа юҡ.

Хәҙер бөтә талаптарға тап килгән, бар шарттары булған яңы мәктәп төҙөү кәрәк. Яңынан Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы Өфө юлдарын тапай. Йөҙ мәшәҡәт, кәртә аша үтеп, ниһайәт, 2007 йылда яңы мәктәп төҙөлә. Бөтә шарттары булған матур белем усағында ба­лалар дәртләнеп уҡый.

2010 йылда 48 йыл стаж менән хаҡлы ялға китә Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы. 25 йыл эсендә башҡорт мәктәбендә белем алып сыҡҡан уҡыусылар араһында уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, төҙөү­селәр, юристар, авиация, нефть университетын тамамлаусы инженерҙар бихисап.

Хаҡлы ялда булыуына ҡара­маҫтан, Шәрғиә Исмәғил ҡыҙы Инйәр ауылында ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләй, ауылдаш­тарының маҡтаулы эштәрен матбуғат биттәрендә яҡтыртырға ла өлгөрә.

Ире Рәсүл ағай менән 52 йыл татыу ғүмер итәләр, өс ҡыҙын тәрбиәләп, белем бирҙеләр. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүләһе ҡыуандырып ҡына тороуын теләйем!

Зәкинә Ғәлимова,
ветеран уҡытыусы.
Белорет районы».


«Башҡортостан ҡыҙы» журналын ихлас күңел менән уҡыйым. Тик изгегә өндәгән уҡытыусы кеүек ул. Бөгөн рухи тәрбиә биреү халҡыбыҙ алдында иҡтисади мәсьәләнән дә көнүҙәккә әйләнде. Хоҙай Тәғәлә кешегә аҡыл, иман, нәфсе биргән. Иман баш булған ерҙә аҡыл йәнәшә йөрөй. Нәфсе баш булған әҙәм йораттары иһә байлыҡ ҡыуыуҙан башҡаны белмәй. Бөтә бәләнең башы – аҡса ҡоло булыуҙа. Бөгөн күҙәтелгән ҡомһоҙлоҡ, донъя малы өсөн барған талаш-һуғыш кешене йыртҡыстан да яманға әүерелдерә.

Һәр кем – ябай хеҙмәткәр ҙә, ҙур етәксе лә – үҙ һүҙе, эше өсөн яуаплы булырға тейеш. Илебеҙҙең киләсәген, именлеген хәстәрләйек, бер-беребеҙгә изгелектәр ҡылайыҡ, ололарҙы ололайыҡ, тыуған еребеҙҙә кәрәкле кешеләр булайыҡ. Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙға ярҙамын, шәфҡәтен бирһен, иншаллаһ!

Ҡорманғәли Абдуллин.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы».

Читайте нас: