-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кеше йәнле Факиһа

Баймаҡ районы Байыш ауылының хөрмәтле ағинәйе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова-Ҡансурина ваҡиғаларға бай тормош юлы кисергән һәм әле лә сәхнәһеҙ йәшәй алмай. Уның шул тиклем ихлас, изге күңелле, эшмәкәр, талымһыҙ булғанына хайран ҡалабыҙ.

Баймаҡ районы Байыш ауылының хөрмәтле ағинәйе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Таштимерова-Ҡансурина ваҡиғаларға бай тормош юлы кисергән һәм әле лә сәхнәһеҙ йәшәй алмай. Уның шул тиклем ихлас, изге күңелле, эшмәкәр, талымһыҙ булғанына хайран ҡалабыҙ.


...Факиһа Нәбиулла ҡыҙы Байыш ауылының «Урғаҙа» мәҙәниәт йортонда үткән хеҙмәт юлы, тынғыһыҙ тормошо тураһында 2013 йылда нәшер ителгән «Байышым – таланттар төйәге» исемле китабында бәйән итә. Ғүмерҙең һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәүе серен түбәндәге бала саҡ хәтирәһенән һуң аңланым.

Факиһа 3-сө класта уҡығанында сәсрәп ауырып китә. Сибай дауаханаһында биш ай буйы ятырға тура килә уға. Түҙеп торғоһоҙ ҡаты ауырыуҙан яфаланған кескәй ҡыҙҙың нурһыҙ йөҙөн күреп, табип Венер Сәхәүетдинов: «Йәшәйәсәкһең, һылыу, йырлап-бейеп йәшәрһең әле, нисек инде бынауындай шәп ҡыҙыҡай аяҡҡа баҫмаҫҡа тейеш!» – тип күңелендә өмөт сатҡылары уята. Кескәй Факиһа күҙ йәштәре аша йылмая, шундай изге күңелле, оло йөрәкле табиптың һүҙҙәре йөрәгенә дауа булып яғыла. Бер нисә ҡатмарлы операциянан һуң ҡыҙыҡай мөғжизә менән тере ҡала...


...Ауылдың ихлас, тырыш халҡына үҙе лә тиҙ арала ылыға. Мәҙәниәт йортонда ла эш гөрләй: йәштәр кисен ритайымға йыйыла, концерт, спектаклдәр әҙерләйҙәр. Факиһа Нәбиулла ҡыҙы райондан тоҡлап китап ташып, китапхана эшен дә көйләп ебәрә. Ауыл халҡын бергә туп­лап милли байрамдар, «Йәшлек» агитбригадаһы, халыҡ театры ойоштора. Кескәйҙәрҙе лә онотмай, улар өсөн «Зирәктәр» клубы аса. Балалар баҡсаһы булмағанлыҡтан, 4-5 йәшлек кескәйҙәрҙе йыйып, уларҙы йыр-моңға өйрәтә, концерттарҙа ҡатнаштыра.


...Хаҡлы ялға сыҡһа ла, Факиһа апай мәҙәниәттән айырылмай. Ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙарын «Иҫтәлек» фольклор төркөмөнә туплаған. Йәш күңелле апай-еңгәйҙәр үҙҙәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрте менән ауылдаштарын рухландыра, илһамландыра. Яңыраҡ Факиһа апайыбыҙҙың тағы бер һәләте барлығын ишетеп таң ҡалдым. Шиғырҙар ғына түгел, көйҙәр ҙә яҙа икән. Мәҫәлән, «Байышыма», «Баймағым», «Ерем көсө» исемле йырҙары үҙ тыңлаусыларын тапҡан да инде.

Земфира ҒИРФАНОВА.
Баймаҡ районы.

Читайте нас: