-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Көтөп алынған ҡунаҡ

«Һаумыһығыҙ, алтын ҡәләмле ҡыҙҙар! Журнал йыл буйы беҙҙең ғаиләнең төп ҡунағы булды. Һәр мәҡәлә, ижад емеше күңелдәргә бөтмәҫ рәхәтлек бирҙе.

«Һаумыһығыҙ, алтын ҡәләмле ҡыҙҙар! Журнал йыл буйы беҙҙең ғаиләнең төп ҡунағы булды. Һәр мәҡәлә, ижад емеше күңелдәргә бөтмәҫ рәхәтлек бирҙе. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ҡыуаныс өҫтөнә ҡыуаныс теләп ҡалам. Иң изге теләктәр менән

Гөлзәйнәп апайығыҙ Нафиҡова.

Ауырғазы районы, Төрөмбәт ауылы».

«Тәүге тапҡыр «Башҡортостан ҡыҙы»н 21 йәшемдә ҡулыма алдым – әсәйем тыуған көнөмә баҫманы бүләк иткәйне. Шунан бирле журналдан бер ҙә айырылғаным юҡ. «Әҙәби балҡыш», «Хоҡуҡи әлифба», «Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар», «Милли биҙәк» рубрикаларын яратып уҡыйым. Журнал ойошторған бәйгеләр ҙә бик-бик кәрәк. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә. Баҫманы көтөп алам, һәр битен уҡып, рухи байлыҡ туп­лайым. Икенсе һаны килгәнсә, үткән һандың ҡайһы бер мәҡәләләрен тағы ла ҡарап сығам. Ул – минең әхирәтем, кәңәшсем, серҙәшем. Оҙон булһын ғүмере, һүнмәҫ ҡояш булып уҡыусыларын бик күп йылдар ҡыуандырып торһон.

Камила Бохарбаева. Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы».
«Яратҡан баҫмабыҙға яҙылмай ҡалғаным юҡ. Бик матур, тәрән йөкмәткеле журналды ғаиләбеҙ менән ҡат-ҡат уҡыйбыҙ. Ай һайын беҙҙең өсөн ул – көтөп алынған ҡунаҡ.

Фәғиҙә Әхмәтйәнова.

Асҡын районы, Ҡышлау-Йылға ауылы».


«Ихлас күңелдән көтөп алам, кинәнеп уҡыйым һеҙҙең журналды. Баҫма бөгөн әҙәп-әхлаҡ, ғаилә тормошо, кеше һәм ғаилә тәҡдирҙәре, кешелеклелек сифаттары, дин, туған тел, әҙәбиәт һәм башҡа кәрәкле көнүҙәк темаларҙы күтәрә.
Аллаһы Сөбхәнәкә үә Тәғәлә бөтәгеҙгә сәлә­мәтлек, иман байлығы, йән тыныслығы, тән сәләмәтлеге, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә бәхете бирһен, иншалла!

Ҡорманғәли Абдуллин.

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы, Борисовка ауылы».

«Хөрмәтле «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ҙур башҡорт ауылының Яҡшымбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе коллективы яҙа. Беҙҙең мәктәп уҡытыусылары – һеҙҙең даими уҡыусыларығыҙ. Журналда сыҡҡан фәһемле материалдар беҙгә эшебеҙҙә лә, көндәлек тормошобоҙҙа ла ҙур ярҙам итә. Быға тиклем баҫмағыҙҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый торған инек. Ә быйылғы йылдан журнал һәр беребеҙҙең өйөнә килһен тип, бөтә коллектив менән яҙылырға булдыҡ. Һеҙгә ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ күбәйһен, тиражығыҙ артһын!

Мәктәп директоры Гөлнур Аҡһарова».

«Мәктәптә яңыраҡ ҡына эшләй башлаған ваҡытым. Беҙҙең республикала «Башҡортостан ҡыҙы» журналы сығасаҡ, тигән хәбәрҙәр ишетелә башлағас, бик шатландым, уға яҙылып та ҡуйҙым. Ул ваҡытта беҙҙең ауылда ут юҡ ине, телевизор тураһында һүҙ ҙә юҡ. Журналдың беренсе һанына телевизорҙан күҙәтеү барғанда мин Мораҡта инем. Һоҡланыуымдың сиге булманы, ә тышлыҡтағы Зөһрә Бәхтизина һаман күҙ алдымда торған кеүек. Ауыр йылдарҙа ла яратҡан журналымды ташламаным, йыл һайын алдырҙым.
Хәҙер журнал бигерәк тә матур сыға, мәҡәләләре лә уҡымлы. Ҡатмарлы яҙмышлы кешеләр, ауырлыҡты еңеп сығыу юлдарын таба белгәндәр хаҡында яратып уҡыйым. Бик күп төрлө кәңәштәрегеҙ ҙә урынлы. Һаман да шулай матур, уҡымлы булып сығыуын теләйем. Эшегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ насип булһын.

Журналды 50 йыл алдырыусы, яратып уҡыусы Ейәнсура районының үҙәге Иҫәнғолдан Гөлниса апайығыҙ Әхмәтйәнова».

Читайте нас: