Нәнәйҙән күскән көс
– Бала сағымды мин нәнәйемдән айырып иҫләй алмайым, – тип башлай әңгәмәне Ирина. – Борай районының Яңы Мостафа ауылында йәшәй ул, исеме Рәүзиә. Дүрт бала менән бик иртә тол ҡалып, һуғыштан һуңғы ил ауырлығын иңдәрендә күтәреп, ғүмер буйы ҡартатайыбыҙға тоғролоҡ һаҡлап, ҡара хеҙмәттән йәм-тәм табып йәшәгән батыр ҡатын ул. Холҡо ла бик ныҡлы. Әйтте – эшләне. Хатта уның ҡарашы ла, хәрәкәттәре лә эсендә ни тиклем рухи көс, баҫалҡы сабырлыҡ бар икәнлеген һөйләп торғандай. Бала саҡта беҙ йәйҙәрен һәм каникулдарҙа Яңы Мостафаға атлығып торҙоҡ. Сөнки унда нәнәйҙең тәмле икмәге, йылы ҡосағы һәм арбауыс әкиәттәре бар. Мине нәнәйемә оҡшаталар. Бының менән ғорурланам ғына. Сөнки әле үҫмер саҡтарҙа уҡ нәнәйемдең төрлө мәсьәләләрҙе аҡыллы һәм йәһәт хәл иткәненә, хатта көнкүреш эштәрен дә планлаштырып теҙеп алып барғанына, ваҡ ҡына мәшәҡәттәренә лә яуаплы ҡарағанына һоҡлана һәм шулай булырға ынтыла инем. Беҙ бөгөн дә дуҫ уның менән, тик хәҙер инде мин уны ҡосаҡлап һөйәм, олоғайҙы нәнәйем. Шулай ҙа һаман күҙлекһеҙ уҡый, яттан әллә ниндәй шиғырҙар белә, өйөндә иҫ киткес тәртип тота, бошоноп ултырмай, һәр саҡ ниндәйҙер эшмәкәрлектә.
Бына ошо рухи көс ейәнсәренә лә күсәлерме, Ирина өс йәштәрҙән алып хәрби булырға хыяллана. Телевизорҙан фильмдарҙа, концерттарҙа хәрби кейемдәге ҡатын-ҡыҙҙы күрһә, күҙен айыра алмай. Кейеп самалап ҡарарға, көҙгө алдында ҡупшыланырға форма йә фуражка булмағас, һүрәттәрендә үҙен «хәрби» итеп ҡуя. Тик ул саҡта әле хәрби менән полиция йә башҡа төр хеҙмәт кейемдәрен айырмай. Уның өсөн бөтөн форма ла бер, әммә һоҡланғыс. Шул хистәрен һәм хыялын оҙаҡ бәпләп үҫтерә, етлектерә үҙендә ҡыҙ бала.
---------------------------------------------------------
Хеҙмәт баҫҡыстары
Тик йәшәйеш маҡтауҙарҙан ғына тормай. Унда – аныҡ ысынбарлыҡ. Яңы диплом алған тәжрибәһеҙ йәш белгесте бер ҡайҙа ла көтөп тормайҙар.
Шулай ҙа ул өмөтөн өҙмәй, баш ҡаланың Октябрь районы прокуратураһында волонтер булып йөрөй башлай. Ике көн магазинда кассала ултыра һәм ике көнлөк ялында бушлай эшләүгә килә. Тора-бара был ныҡыш ҡыҙҙы тәфтишсегә беркетеп ҡуялар һәм шул төркөмдә енәйәт урындарына сығалар, тикшерәләр, мәйеттәрҙе ҡарайҙар, хәлде төшөнөү юлдарын асыҡлайҙар. Хатта тәүлек хеҙмәтенә лә тороп ҡалған саҡтары була. Өлкән хеҙмәттәштәре баш сайҡап көлөп ҡуя уның әлеге ҡыланыштарына. Һәм тырышлығы бушҡа китмәй, эшлекле ҡыҙ хаҡындағы хәбәр шул өлкә кешеләре араһында тарала һәм берҙән-бер көндө Ағиҙел ҡалаһы прокуратураһынан шылтыраталар: канцелярияла белгес кәрәк икән. Һис икеләнеүһеҙ юллана шунда Ирина. Ул саҡта, 2006 йылда, үҙенә саҡ 18 йәш тулған була.
Тәүге урында ике йыл самаһы эшләп йөрөгәндә, республика прокуратураһынан тикшереү килеп төшә. Ентекле тикшереү үтә, һығымталар һәм шелтәләр көтөлә. Тик шул саҡ тикшереү комиссияһы етәксеһе әйтә икән: «Һеҙҙең специалисығыҙҙы үҙебеҙ менән алып китмәксебеҙ. Үҙәк прокуратурала ла бындай булдыҡлы, шәп белгестәр кәрәк». Шулай итеп,
Иринаны яҙмыш ҡабаттан Өфөгә ташлай, тик инде оператив вазифала, прокуратураның баш белгесе итеп. Ул саҡта инде юғары уҡыу йортона ла ингән була, уныһын да уңышлы тамамлай.
------------------------------------------------------------
Өйҙә – өс бала
– Әгәр әнкәйем булмаһа, мин был дәрәжәләргә өлгәшә, бындай балалар үҫтерә һәм үҙем дә күтәрелә алмаҫ инем, – тип дауам итә әңгәмәсем. – Өлгәшкәндә лә был процесс бик яй һәм ауыр барыр ине. Ата-әсәм, бәхеткә ҡаршы, яҙмышымда бик ҙур роль уйнаны. Минең өсөн бына тигән донъяларын, эш урындарын ҡалдырып, Өфөгә күстеләр, ҡайҙа эшкә ебәрәләр, шунда бала ҡарашып эйәреп киттеләр, матди һәм рухи нигеҙ булдылар. Әле лә шулай. Бына мин, киске сәғәт һигеҙҙә һеҙгә килеп, интервью биреп ултырам, ә өйҙә әнкәйем ҡыҙым һәм улым менән бәхәсләшә-бәхәсләшә дәрес әҙерләшә. Алты айлығым да йыш ҡына уның ҡарамағында ҡала, декретта дистанцион эшләйем, шуныһы яйлы.
Һөнәр кешене формалаштыра, тигәнгә ярашлы, закон һәм кеше хоҡуҡтары өлкәһе хеҙмәткәре булыу ҙа үҙ эҙен һала, күрәһең, Ирина Зәнфир ҡыҙы балаларын баҫмай, иректәрен сикләмәй, тулы хоҡуҡлы шәхес итеп үҫтереп алып килә. Өҫтәлмә рәүештә психолог һөнәрен үҙләштереүе лә булышлыҡ итәлер. Фекерләргә һәм фекерҙәрен әйтә белергә лә өйрәтә. Тормошта үҙҙәрен яҡлай һәм ҡарай алырлыҡ белемле, яуаплы, закон нигеҙендә йәшәйәсәк граждандар итергә тырыша.
– Прокуратураға халыҡ башлыса проблема, хәсрәт, ялыу менән килә. Алдау, талау, урлау, көсләү, кәмһетеү, ғүмерҙе ҡыйыу һәм башҡалар. Үкенескә ҡаршы, был теҙмәнең бөтә өлөшөндә лә балалар бар. Шуныһы – икеләтә ауыр күренеш. Әсәй булғас, мин балалар мәсьәләһен бер нисек тә ҡағыҙ эше, тип кенә үткәрә алмайым. Әрнеп йөрөп хәл итәм, мөмкин булғанса инде. Шундай хеҙмәттән ҡайтып инәм дә, өс баламды түшемә ҡыҫып, Хоҙайға ялбарам: һаҡла, ҡурсала, ярлыҡай күр...
-------------------------------------------------
Әңгәмә башында Ирина Зәнфир ҡыҙына «ауыр булһа русса аралашайыҡ» тигәйнем, «ю-уҡ, мин үҙебеҙсә бик яҡшы беләм» тип тороп, туған телендә генә һөйләште. Был тәңгәлдә лә һоҡландым уға. Ҡыҫҡаһы, ҡалабыҙ прокурорының өлкән ярҙамсыһы менән аралашҡандан һуң һис кисектермәҫтән спортҡа, ижадҡа, сәнғәткә бер юлы тотоноу дәрте барлыҡҡа килде, хыялдар яралды, идеялар тыуҙы. Сөнки унан бөтә донъяны ҡармап ҡосорлоҡ һәм барын булдыра алырлыҡ көс, энергетика бөркөлә. Күрәһегеҙ – погонлы ҡыҙ!
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.